Хәсәнова Винира Ғиниәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Венера Ғиниәт ҡыҙы Хәсәнова
Хасанова Венера Гиниятовна.jpg
Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Ҡыйғы районы, Үрге Ҡыйғы ауылы,

Һөнәре:

артист

Әүҙем йылдары:

19752012

Театр:

Салауат башҡорт дәүләт драма театры

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы

Хәсәнова Винира Ғиниәт ҡыҙы (15 февраль 1948 йыл) — театр актёры. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2005).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Винира Ғиниәт ҡыҙы Хәсәнова-Мөхәмәтова 1948 йылдың 15 фералендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. 1974 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр сәнғәте факультетын тамамлай. Шул ваҡыттан алып Салауат башҡорт дәүләт драма театры труппаһында эшләй.

Артистың бөтә ижади тормошо Салауат башҡорт дәүләт драма театры менән бәйле. Артистың ижадына уйнаған геройының эске донъяһына тәрән үтеп инә алыуы, башҡарыу сәнғәтенең милли характерлы булыуы хас. Винира Ғиниәт ҡыҙы — спорт мастерына кандидат. Бик һәйбәт физик форма уға көс, һығылмалыҡ талап иткән ролдәрҙе башҡарырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, К. Аҡбашевтың пьесаһы буйынса ҡуйылған «Һипкелле ҡыҙ» спектаклендә артист акробатик трюктар башҡара, был образға айырыуса баҙыҡлыҡ бирә.

Спектаклдәрҙә башҡарған ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бибиғәйшә — «Ҡыйыу ҡыҙҙар» (Тази Ғиззәт, 1974 йыл).
  • Рита — «Күршеләр» (Мирзаһитов Әсғәт Мәсғүт улы, 1975 йыл).
  • Гумаруар — "В долины Үҙән " (Ғирфанов Агиш Шәйех улы, 1976 йыл).
  • Ишмырҙа — «Ай тотолған төндә» (Мостай Кәрим, 1976 йыл).
  • Мөнирә — «Бәхтигәрәй» (Әсҡәт Мирзаһитов, 1977 йыл).
  • Сәжиҙә — «Килендәр-әхирәттәр» (Х. Вәхит, 1977 йыл).
  • Илһөйәр — «Әгәр онотмаһам» (Х. Вәхит, 1978 йыл).
  • Әбей — «Ҡара йөҙҙәр» (Мәжит Ғафури, 1978 йыл).
  • Зөбәржәт — «Йөрәгегеҙҙе бикләмәгеҙ» (Абдуллин Ибраһим Әхмәт улы, 1979 йыл).
  • Йөҙөм — «Киң урам» (Ф. Әсәнов — Нәжиб Асанбаев, 1979 йыл).
  • Мотя — «Көртмәле тәлгәше» (А. Губарев, 1980 йыл).
  • Парторг — «Китмә, Рөстәм» (К. Аҡбашев, 1980 йыл).
  • Ләлә — «Үҙ өйөндә ҡунаҡ» (Чичков, 1981 йыл).
  • Нәфисә — «Кәләшле йорт» (Нәжиб Асанбаев, 1982 йыл).
  • Анника — «Юғалған яҙмыш» (Э. Ранет, 1982 йыл).
  • Сәжидә — «Ғәфү ит мине, әсәй» (Р. Батулла, 1985 йыл)
  • Сәжидә, Миләүшә — «Дуҫтар йыйылған ерҙә» (Миңнуллин Туфан Абдулла улы, 1986 йыл)
  • Эвридика — «Антигона» (Софокл, 1986 йыл)
  • Кәҙриә — «13-сө председатель» (Абдуллин Ибраһим Әхмәт улы, 1987 йыл)
  • Миләүшә — «Миләш-Миләүшә» (Нәжиб Асанбаев, 1988 йыл)
  • Мәсрүрә — «Балаһын юғалтҡан болан эҙе» (А. Ғиләжев, 1989 йыл)
  • Фатима — «Әхмәҙейҙең дүрт кәләше» (Бүләков Флорид Миңмулла улы, 1990 йыл)
  • Балай — «Әгәр һин булмаһаң» (М. Хәйҙәров, 1991 йыл)
  • Фатима — «Әбейҙәргә ни етмәй» (Флорид Бүләков, 1992 йыл)
  • Фатима — «Олатайҙарҙы урлау» (Флорид Бүләков, 1993 йыл)
  • Ғәлиә — «Таштуғай» (Флорид Бүләков, 1994 йыл).
  • Әсә — «Ҡыҙҙар ниңә илай» (Флорид Бүләков, 1994 йыл)
  • Көпөниса — «Һипкелле ҡыҙ» (К. Аҡбашев, 1995 йыл).
  • Нелли — «Артабан — тынлыҡ» (В. Дельмар, 1995 йыл).
  • Маргарита — «Фатиха биреп китәм» (Раил Байбулатов, 1996 йыл)
  • Гөлсинә — «Башҡаса ҡабатланмаҫ» (Г. Ҡәюмов, 1997 йыл)
  • Сания — «Көнләш, Америка» (Латыпов, 1999 йыл)
  • Фрозина — «Һаран» (Ж. Б. Мольер, 1999 йыл)
  • Зөһрә — «Үтте минең аҡ йәйем» (Л. Станкова, 2000 йыл)
  • Зөмрәт — «Нәркәс» (Йомағолов Илшат Хәлил улы, 2001 йыл).
  • Гөльямал — «Аҡҡошом минең» (А.Яхина, 2001 йыл)
  • Хәлимә — «Үҙ ҡатыныма өйләнәм» (Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы, 2002 йыл)
  • Мәскәй әбей — балалар әкиәте рус телендә (2002 йыл)
  • Люциә — «Парижда апрель» (Л. Станкова, 2003 йыл)
  • Әбей — «Кавардак Forever!!!» (Лобозёров, Степан Лукич, 2004 йыл)
  • Фәриҙә — «Ҡатындар болаһы» (М.Багаев, 2004 йыл)
  • Людмила монологы — «У войны не женское лицо» (Э. Шәихов инсценировкаһы)
  • Клоун — «Урам сатында детектив» (Л. Измайлов, В.Чудодеев, 2005 йыл)
  • Фәғилә — «Зәйтүнгөл» (Нәжиб Асанбаев, 2005 йыл)[1]
  • Фәрихә — «Шайтан-квартиранттар» (Р. Кинйәбаев, 2007 йыл)
  • Мәскәй әбей — «Мультляндия планетаһына сәйәхәт» (Я.Шәрипов, 2007 йыл)
  • Ҡатын — «Ете ҡыҙ» (Нәжиб Асанбаев, 2008 йыл)
  • Шәмсинур — «Ул ҡайтты» (А. Атнабаев, 2009 йыл).
  • Шәмсиә — «Сейәле тау» (Нәжиб Асанбаев, 2011 йыл).
  • Шапокляк әбей — «Шапокляк әбей мәҙәктәре» (И. Альбертовна, 2011 йыл)

Кинола башҡарған ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бәҙиғә — «Ғәлиәбаныу. Мөхәббәт тураһында легенда» (реж.: Р. Хәкимов, 2013)[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]