Хәсәнов Альберт Барый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хәсәнов, Альберт Барый улы битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хәсәнов Альберт Барый улы
татар. Хәсәнов Альберт Бари улы
Тыуған көнө:

17 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (81 йәш)

Тыуған урыны:

Кесе Кәүәл ауылы, Бейектау районы, Татар АССР-ы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Ижад йылдары:

1965 —

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

татар

Дебют:

«Оҙын аяҡ» хикәйәләр йыйынтығы (1966)

Альберт Барый улы Хәсәнов (татар. Хәсәнов Альберт Бари улы) (17 декабрь 1937) — татар яҙыусыһы.

Тормош юлы һәм ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәсәнов Альберт Барый улы 1937 йылдың 17 декабрендә Татарстандың Биектау районы Кесе Кәүәл ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Ҡазан дәүләт педагогия институтын тамамлаған, артабан Лениногорск ҡалаһында баҫылған «Ленин васыяттары» (татар. Ленин васыятьләре) гәзите редакцияһында эшләй, бер үк ваҡытта Лениногорск телестудияһында һуңғы хәбәрҙәр бүлеге мөхәррире була. Ошо ваҡытта әҫәрҙәре (очерктары һ.б.) матбуғатта баҫыла башлай. «Оҙын аяҡ» исемле беренсе хикәйәләр йыйынтығы 1966 йылда донъя күрә.

Альберт Хәсәнов 1982 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1983 йылда «Ҡазан уттары» (Казан утлары) журналында уның «Әбием ядкаре» тигән повесы баҫылып сыҡты.