Хәтмуллин Флүр Хәким улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәтмуллин Флүр Хәким улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 март 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1] (83 йәш)
Тыуған урыны Ябалаҡ ауылы, Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө Нефтсе (стадион, Ишембай), йәмәғәт эшмәкәре
Эш урыны Башнефть
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтмуллин Флүр Хәким улы (11 март 1941 йыл) — инженер-нефтсе. 1975—2005 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһенең «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының беренсе—өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1998), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1977), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1982). Октябрь Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Флүр Хәким улы Хәтмуллин 1941 йылдың 11 мартында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Ябалаҡ ауылында тыуған.

Урта белем алғандан һуң Өфө нефть институтына уҡырға инә һәм юғары һөнәри белем алғандан һуң 1965 йылда «Башнефть» производство берекмәһенең «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген участка мастеры вазифаһында башлай. Артабан участка һәм смена начальнигы була.

1972 йылда идаралыҡтың баш инженеры, 1975 йылда — начальнигы итеп тәғәйенләнә[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының беренсе—өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1998)
  • Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1977)
  • СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1982).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]