Эстәлеккә күсергә

Хәҙисә

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Хәҙисәбашҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән мосолман ҡатын-ҡыҙ исеме.

Хәҙисә башҡорт телденә ғәрәп теленән ингән, «хикәйә», «ваҡиға» тигәнде аңлата. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ҡатынының исеме[1].

Фәхретдинова Хәҙисә Сиражетдин ҡыҙы (1 август 1938 йыл) — дерматовенеролог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003).

Солтанбаева Хәҙисә Вәли ҡыҙы (27 ғинуар 1950 йыл) — тел белгесе, филолология фәндәре докторы (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008).

Хәҙисә Мостафа ҡыҙы Йәлилова (30 декабрь 1918 йыл — 3 ноябрь 2000 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны, Муса Йәлилдең кесе һеңлеһе.1942 йылда үҙе теләп армия хеҙмәтенә китә.Брянск фронт штабының айырым элемтә полкында хеҙмәт итә.1943 йылда 10 йылға хөкөм ителә, 1952 йылда аҡланып азат ителгәндән һуң, Ырымбурҙа мелиоратор булып эшләп лайыҡлы ялға сыға.

Хәҙисә бинт Хувәйлид(ғәр. خديجة بنت خويلد‎, 555—619) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең беренсе һәм вафатына тиклем берҙән-бер ҡатыны булған. Башҡа ҡатындарға Мөхәммәт пәйғәмбәр ул баҡыйлыҡҡа күскәс кенә өйләнгән.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ