Хөрәфәттәргә ышанмаусы ҡыҙ-ҡатын
Хөрәфәттәргә ышанмаусы ҡыҙ-ҡатын | |
Атамаһы | Женщина без предрассудков |
---|---|
Сәнғәт формаһы | хикәйә |
Автор | Чехов Антон Павлович |
Нәшер ителеү урыны | Мәскәү |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 10 февраль 1883 |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Хөрәфәттәргә ышанмаусы ҡыҙ-ҡатын ― урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың хикәйәһе. Тәүге тапҡыр 1883 йылдың 10 февралендә һүрәттәр менән биҙәлгән «Зритель»[1] тип аталған мәскәү юмористик журналында «А. Чехонте» псевдонимы менән баҫыла. Һуңыраҡ күп телдәргә тәржемә ителә.
Йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тура һынлы утыҙ йәшлек дәүләт хеҙмәткәре Максим Кузьмич Салютов Елена Гавриловна исемле һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙға һөйөүен аса. Ул да ирҙе яратҡанын белдерә. Кәләштең ата-әсәһе, мөхтәрәм һәм хәлле кешеләр, шулай уҡ уларҙың өйләнешеүенә ризалыҡ бирә.
Никах төнөнә саҡлы Максим Кузьмич үҙе һайлап алған һөйөклөһөнә бер сер асырға тейеш: быға саҡлы егерме йыл дауамында цирк клоуны булып эшләгәнлектән, ул үҙен мөхәббәткә лайыҡлы түгел тип һанай. Хәләл ефете яңылыҡты көлөп ҡабул итә, иренең уны иҫбатлауын талап итә.
Тәүге никах төнөнән һуң Елена Гавриловнаның ата-әсәһе йәш кәләш менән кейәүҙең никах түшәге урынлашҡан бүлмәнән ҡот осҡос гөрһөлдәү тауышы ишетә. Ярһыған ата-әсә был тауышҡа аптырашта ҡала; Елена Гавриловнаның атаһы уларҙың бүлмәһе янына килә һәм кейәүенең күңелле итеп акробатика менән шөғөлләнеүенә шаһит була, ә ысын ҡыуаныс һәм тулы бәхет кисереүсе ҡыҙы Елена иренә ҡул саба.
Экранлаштырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чехов хикәйәһе мотивы буйынса «Джокер» (2016) фильм төшөрә. Режиссёры ― Александр Каур[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ФЭБ: Долотова и др. Примечания: Чехов. ПСС. Т. 2. — 1975 (текст) . feb-web.ru. Дата обращения: 8 октябрь 2017.
- ↑ http://filmjoker.com/ . filmjoker.com. Дата обращения: 8 октябрь 2017.(рус.). filmjoker.com. 8 октябрь 2017 тикшерелгән.