Хөснийәров Сәлих Дәүләт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хөснийәров Сәлих Дәүләт улы
Тыуған көнө 1915
Ерләнгән урыны Өфө

Хөснийәров Сәлих Дәүләт улы (27 август 1915 йыл — 30 июль 1992 йыл) — йырсы-тенор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1959), РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хөснийәров Сәлих Дәүләт улы 1915 йылдың 27 авгусында Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Таҡталасыҡ улусының (хәҙер Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы) Тләкәй ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

  • 1933—1936 йылдарҙа Ҡазан сәнғәт техникумының вокал бүлегендә уҡый.
  • 1952 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының башҡорт студияһын Н. Н. Сперанский һәм М. В. Владимирова класында уҡып тамамлай.
  • 1941—1967 йылдарҙа Башҡорт опера һәм балет театрында солист булып эшләй. Был йылдарҙа ул П. И. Чайковскийҙың «Евгений Онегин» операһында Ленский, А. П. Бородиндың «Князь Игорь» операһында Владимир Игоревич, Дж. Вердинҙың «Травиата» операһында Альфред, З.Ғ. Исмәғилевтың «Шәүрә» операһында Аҡмырҙа партияларын башҡара. Башҡорт радио һәм телевидениеһында эстрада йырҙарын башҡарып тыңлаусыларҙың мөхәббәтен яулай.
  • 1960—1964 йылдарҙа Башҡорт опера һәм балет театры директоры була.
  • 1967—1977 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры булып эшләй. Башҡорт радио һәм телевидениеһында эстрада йырҙарын башҡара, Башҡортостан ауылдары буйлап гастролдәрҙә йөрөй.
  • 1959 йылда «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы» исеменә лайыҡ була.
  • 1976 йылда уға «РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән исем бирелә.

Хөснийәров Сәлих Дәүләт улы 1992 йылдың 30 июлендә вафат була һәм Өфө ҡалаһының Көньяҡ(мосолман) зыяратында ерләнә.