Хөсәйенов Айҙар Гайдар улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Хөсәйенов Айҙар Гайдар улы
Заты ир
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 28 февраль 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (52 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР[d], Башҡорт АССР-ы, Ейәнсура районы, Күгәрсен
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты[d]

Айҙар Гайдар улы Хөсәйенов (28 февраль 1965, Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы  Күгәрсен ауылы) — Рәсәй шағиры, драматургы, тәржемәсеһе, «Истоки» гәзитенең баш мөхәррире.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуа. 19721982 йылдарҙа Иҫәнғол ауылындағы 2-се мәктәптә уҡый. 1987 йылда Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтының ер төҙөлөшө һәм урман хужалығы факультетын тамамлай.

Институттан һуң 1987—88 йылдарҙа Алтай крайының Тальмен районы Озерск леспромхозы Речкуново урмансылығында лесничий ярҙамсыһы, лесничий булып эшләй. Унан һуң Башҡортостанға ҡайтып, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының «Нефтепереработчик» гәзите хәбәрсеһе (1988—1990), «Башкирия» агропромбанкының матбуғат секретары (1995—1996), «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе (1996—1998), «Молодежая газета» гәзите хәбәрсеһе (1998—1999) булып эшләй.

1990—1995 йылдарҙа Мәскәүҙә А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының нәфис әҙәбиәтте тәржемә итеү факультетында уҡый.

Шиғырҙары 1984 йылдан баҫыла. «ОЭ!..» тигән шиғыр китабының (1991), «Башкирский девственник» романының (1994), «День. Душа. Диоксин» хикәйәләр китабының (1996), «Ясное сознание ОЭ!» шиғыр китабының (2000) авторы. 1990 һәм 1991 йылдарҙа «Процесс — 1» һәм «Процесс — 2» альманахын нәшер итә. Ҡазанда үткән яҙыусылар һәм тәржемәселәр фестивалендә (ойоштороусыһы — «Дружба народов» журналы, 2007 йылдың апреле) ҡатнаша.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре буйынса комиссияның ағзаһы (2006 йылдан). «Уфли» әҙәби берекмәһенең етәксеһе (2002 йылдан).

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы тарафынан Талҡаҫ күлендә ойошторолған драматургтар семинарҙарының ҡатнашыусыһы (2000 һәм 2003 йылдарҙа). 2003 йылда башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр»ҙы руссаға тәржемә иткәне өсөн «Вечерняя Уфа» гәзите тарафынан йыл кешеһе тип иғлан ителә. «Крещатик» әҙәби журналының (Мюнхен, ГФР) мөхәрририәт ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы (2009 йылдан). 2012 йылдан — «Истоки» мәғлүмәт-публицистика аҙналыҡ гәзитенең баш мөхәррире. Өфөлә йәшәй.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Соло», «Сутолока», «Бельские просторы», «Дружба народов» журналдарында баҫыла. Әҫәрҙәре башҡорт теленә тәржемә ителгән.

Драматургия өлкәһендәге премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы тарафынан Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыу уңайынан ойошторолған конкурста «Бәндәбикә һәм Ерәнсә сәсән» пьесаһы өсөн (Стәрлетамаҡ башҡорт театрында 2004 йылда ҡуйыла) өсөнсө премия.
  • Театр сәнғәте өлкәһендә иң яҡшы сценарийға беренсе Бөтә Рәсәй конкурсы дипломы (Мәскәү, 2006),  «Бәндәбикә һәм Ерәнсә сәсән» пьесаһы өсөн.
  • «Евразия-2006» халыҡ-ара конкурсы шорт-листы — «Живые души» пьесаһы.
  • «Исламский прорыв» шиғыр конкурсы шорт-листы (Рәсәй Мөфтөйҙәр советы).
  • «Евразия 2007» конкурсы шорт-листы — «Саломея» пьесаһы.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Оэ! Уфа: Китап, 1991
  • «Башкирский девственник» романы (1994)
  • «День. Душа. Диоксин» хикәйәләр китабы (1996)
  • «Ясное сознание ОЭ!» шиғыр китабы (2000)
  • Строфы века. Антология русской поэзии. /Сост. Е. А. Евтушенко; науч. ред. Е. Витковский. Минск-М.: Полифакт, 1995, 1997.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хусаинов Айдар Гайдарович // Они учились в Литинституте: Материалы к биобиблиографическому справочнику студентов дневного и заочного отделения и слушателей Высших курсов Литературного института им. А. М. Горького. 1933-2006 / Редактор-составитель Б. Л. Тихоненко. — М.: Литературный институт имени А. М. Горького, 2006. — С. 314. 

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]