Цакона күпере

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Цакона күпере
Цакона күпере

Географик координаталар: 37°17′46″ с. ш. 22°01′33″ в. д.HGЯO

Рәсми исеме

грек. Τοξωτή Γέφυρα Τσακώνας

Проект атамаһы

Ҡыйыулыҡ күпере

Файҙаланыу өлкәһе

автомобиль

Киҫешә

Цакона үҙәне

Урынлашыу урыны

Мелигалас

Конструкция
Конструкция төрө

аркалы күпер

Дөйөм оҙонлоғо

490

Күперҙең  оҙонлоғо

27

 конструкцияның бейеклеге

300

хәрәкәт Һыҙаты

4

Эксплуатация
Конструктор, архитектор

Никос Донас

Хаҡы

131,5 млн. евро

Төҙөлөш башланыу датаһы

2008

Төҙөлөш тамамланыу датаһы

ғинуар 2016

Асылыу ваҡыты

28 февраль 2016

Цакона аркалы күпере (грек. Τοξωτή Γέφυρα Τσακώνας) — донъялағы иң ҙур күп аралыҡлы күперҙәрҙең береһе. Грецияла, Мегалополис янында урынлашҡан һәм Цакона үҙәне аша һалынған. Һуңғы бер нисә тиҫтә йыл дауамында бихисап ер шыуыуы күҙәтелгән хәүефле районда урынлашҡан[1][2][3].

Күперҙе төҙөү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аркалы күперҙең оҙонлоғо 490 метрға барып етә[1]. Был күпер Парадезия — Цакона и Триполис — Каламата транпорт йүнәлешен төҙөү сылбырында иң һуңғы эш булып тора. Төҙөлөштө Греция Хөкүмәте булышлығы менән консорциум «Мореас» башҡарған. Күпер проектының авторы архитектор Никодс Донас булған, ул уны «Ҡыйыулыҡ» тип атаған. Харилаос Трикупис күперенән һуң Цакона аркалы күпере Грецияла иң ҡатмарлы инженер проектарының береһе тип иҫәпләнгән.Төҙөлөш барышында барлыҡҡа килгән проблемаларға бәйле проект хаҡы 94 миллиондан 131,4 миллион евроға тиклем артҡан[4].

Күпер өс урында тотола: күперҙең ике яҡ осонда һәм күпер бағанаһы янында, шул уҡ ваҡытта тап ошо күпер бағанаһы янындағы терәлеү нөктәһе иң мөһиме булып тора — ул күперҙең стабиллеген тәьмин итә. Күперҙең аркаһы тап бағанан башлана һәм 30 метр бейеклеккә барып етә. Күперҙең ике яғындағы ике арканы күперҙең металлик өлөшө тота, уның өҫтөндә автомобиль юлы һалынған[5]. Күпер үҙе түләүле булып тора. Күперҙе төҙөү 2008 йылдан 2016 йылға тиклем дауам иткән[1]: фактик рәүештә — 2016 йылдың ғинуарында, рәсми рәүештә — 2016 йылдың 28 февралендә асылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]