Цецилия Рената Австрийская

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Цецилия Рената Австрийская
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлығы Бөйөк Литва кенәзлеге
Тыуған көнө 16 июль 1611({{padleft:1611|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Австрия, Штирия[d], Грац[d][1]
Вафат булыу көнө 24 март 1644({{padleft:1644|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1][2] (32 йәш)
Вафат булған урыны Речь Посполитая[d], Вильнюс[1]
Ерләнгән урыны собор Святых Станислава и Вацлава[d]
Атаһы Фердинанд II[d]
Әсәһе Мария Анна Баварская[d]
Бер туғандары Jan Karel Habsburský[d], Фердинанд III[d], Австриялы Леопольд Вильгельм һәм Мария Анна Австрийская[d]
Хәләл ефете Владислав IV[d]
Балалары Maria Anna Izabela Wazówna[d] һәм Sigismund Casimir of Poland[d][3]
Нәҫеле Васа[d]
Биләгән вазифаһы Q25712799? һәм Q4342422?
Ттул List of Lithuanian consorts[d]
Commons-logo.svg Цецилия Рената Австрийская Викимилектә

Цеци́лия Рен́ата Австри́йская (нем. Cäcilia Renata von Österreich, пол. Cecylia Renata Habsburżanka, лит. Cecilija Renata Habsburgaitė; 16 июль, 1611, Грац, Австрия Эрцгерцоглығы-1644 24 март, Вильно, Речь Посполитая) — Габсбургтар йорто принцессаһы, эрцгерцогиня Австрийская, Изге Рим империяһы императоры Фердинанд II ҡыҙы. Король һәм бөйөк кенәз Владислав IV ҡатыны, кейәүҙә саҡта — Польша королеваһы һәм бөйөк кенәз ҡатыны Литовская.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рената Цецилия Изге Рим империяһы императоры Фердинанд II һәм уның ҡатыны Мария Аннаның ҡыҙы була. Ул Грацела иезуиттарҙан ҡаты католик тәрбиә ала, шул уҡ ваҡытта шат күңелле булыуы, зирәк аҡылы менән айырылып торған. Немец теленән тыш, латин, итальян телен белә, музыка ярата, театр тамашаларында ҡатнаша[4].

Цецилия Рената 1637 йылдың 12 сентябрендә Краков ҡалаһында поляк короле Владислав IV кейәүгә сыға, ул әсәһе яғынан уға ике туған тура килә. Был никах император менән польша бөйөк канцлеры Ежи Оссолинский менән алдан һөйләшелгән була. Уны төҙөшөүҙә ярҙам иткәне өсөн Оссолинский Фердинандтан II империя кенәзе тигән титул ала. Бирнә сифатында Цецилия Рената Опольское һәм Ратиборское кенәзлектәрен ала, бынан тыш Фердинанд Владиславтың атаһының бирнәнән ҡалған етешһеҙлектәрен ҡапларға тейеш була. Польшаның йәмғиәт фекере Австрияға ҡарата кире булғанлыҡтан, төҙөлгән никах килешеүе Владиславтың 1637 йылда рейстаг алдындағы сығышына тиклем сер итеп һаҡлана, бында ул ҡатынына төрлө махсус хоҡуҡтар һәм азатлыҡ гарантиялай. Әммә Фердинандҡа II вариҫ булған улы Фердинанд III һәм Цецилия Ренатаның ағаһы һеңлеһенең бирнәһен тулыһынса биреүҙән баш тарта, уға тик Виттингау биләмәһе генә бүленә (хәҙерге Тршебонь, Чехия).

1637 йылдың 9 авгусында никахлашыу тантанаһы Венала үтә, кейәүҙе поляк принцы Ян Казимир таныштыра. Речь Посполитая менән династиялы никах Австрия өсөн ҙур сәйәси әһәмиәткә эйә була, сөнки ул Венгрияның баш күтәреүсе кенәзе I Дьерди I Ракоциға ҡаршы көрәштә польша ярҙамына иҫәп тота. Был өмөттәр аҡлана —король Владислав үҙенең европа сәйәсәтендә Автрияға ориентир тота. Владиславтан Цецилия Рената бүләк сифатында алтын менән көмөш һалынған карета ала. Башҡаһында король ҡатынына ҡарата әҙ иғтибар бүлә һәм уның Краковта һарайҙағы тормошо еңел генә булмай.

1639 йылда Бөйөк литва кенәзлегендә Цецилия Ренатаға Бобруйск староство биләмәһе бирелә, бында ул сауҙа һәм һөнәри үҫешкә булышлыҡ итә. Ул ҡушыуы буйынса 1643 йылда бында мадебург хоҡуҡтары менән Казимир ҡалаһы барлыҡҡа килә[5].

Рената Цецилия өсөнсө балаһын бәпесләгәндә вафат була, сабый үле тыуа. Краковта Вавель соборының король кәшәнәһендә ерләнә.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Цецилия Ренатаның Владислав менән никахта ике балаһы була, әммә улар балиғ булыу йәшенә етмәйҙәр:

  • Казимир Сигизмунд (1640—1647);
  • Мария Анна Изабелла (1642 йылда тыуған һәм үлгән).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #119181789 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Find a Grave — 1995.
  3. (unspecified title)
  4. S. Ochmann-Staniszewska, Dynastia Wazów w Polsce, Warszawa 2006, s. 138.
  5. Рассадин, С. Е. Гербовый привилей 1643 г. на магдебургию городу Казимежу в старостве Бобруйском // Беларускі археаграфічны штогоднік. Вып. 2. — Мінск, 2001, с. 215—223.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Albrecht Gebhardi, Christoph Gottlob Heinrich, Carl Renatus Hausen. Allgemeine Weltgeschichte von der Schöpfung an bis auf gegenwärtige Zeit. — Bd. 14. — S. 616f.
  • Brigitte Hamann. Die Habsburger, ein biographisches Lexikon. — W.: Verlag Carl Ueberreuter, 1988.
  • Henryk Wisner. Wladyslaw IV. Waza. — Wroclaw, 1995.