Цзинь (1115—1234)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Цзинь
Нигеҙләү датаһы 1115
Имя (изображение)
Нигеҙләүсе Ваньянь Агуда[d]
Донъя ҡитғаһы Азия
Административ үҙәк Хуэйнинфу[d], Чжунду[d] һәм Кайфэнская управа[d]
Административ рәүештә бүленә провинция Шанцзин[d], Чжунду[d], Q10869423?, Q10902440?, Q15896234?, Наньцзинский регион[d], Hebei East Road[d], Q11141404?, Shandong East Circuit[d], Q11045707?, Damingfu Lu[d], Q11142113?, Q11142116?, Q10883120?, Q10921774?, Q11173831?, Q10562141?, Q11062717?, Q17003568? һәм Яньцзин[d]
Алмаштырылған Монгол империяһы
Алыштырған Төньяҡ Сун[d], Ляо[d] һәм Северная Ляо[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1234
Урынлашыу картаһы
 Цзинь Викимилектә
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Тарихҡа тиклемге Ҡытай
Өс хаким һәм биш император
Ся династияһы
Шан династияһы
Чжоу
Көнсығыш Чжоу Яҙҙар һәм Көҙҙәр
Һуғышыусы батшалыҡтар
Цинь династияһы
Чу династияһы — болалы ваҡыт
Хань Көнбайыш Хань
Синь: Ван Ман
Көнсығыш Хань
Өс батшалыҡ дәүере: Вэй, Шу, У
Көнбайыш Цзинь
Ун алты вәхши дәүләт Көнсығыш Цзинь
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар
Суй династияһы
Тан династияһы
Сун
Төньяҡ Сун
Көнбайыш Ся
Көньяҡ Сун

Цзинь дәүләте (ҡыт. ябайл. 金朝, пиньин: Jīn Cháo, һүҙмә-һүҙ Алтын) — XII—XIII быуаттарҙа Төньяҡ Ҡытайҙа булған чжурчжэн дәүләте.

Цзинь дәүләтенә Ваньянь (完颜) ырыуы башлығы Агуда (阿骨打) нигеҙ һалған. Башта Ваньян ырыуының территорияһы Амур йылғаһы бассейны менән генә сикләнгән.

Кидан менән һуғыш (1113—1125)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1110 йылда Кидан империяһында власть өсөн көрәш башлана. 1113 йылдан Ваньянь ырыуының башлығы Агуда була. Ул чжуржэндарҙың Киданға ҡаршы ихтилалына етәкселек итә, ихтилал осоронда империяның үҙәге Суйбин була. 1115 йылда Агуда үҙен император тип иғлан итә һәм үҙенең династияһына Алтын (чжурж. Анчун, ҡытайса Цзинь) тигән исем бирә. Яҙмаларға ярашлы, Агуда ошолай тип әйткән:

«Тимер (Ляо) ныҡ, әммә тутыға һәм ваҡлана. Ә алтын тутыҡмай. Шулай уҡ Ваньянь ырыуының төҫө — аҡ».

Чжурчжэн кавалерияһы ғәйәт ҙур, әммә насар әҙерләнгән Кидань ғәскәрен еңә. 1122 йылда Сун һәм Цзинь дәүләттәре Ляоға ҡаршы стратегик союз төҙөй. Сун империяһы Ляоға ҡаршы һөжүм хәрәкәттәре яһарға маташа, әммә уңышһыҙлыҡҡа осрай. Кидандарҙың көсһөҙләнгән империяһы 1125 йылда Цзинь ғәскәрҙәре менән тулыһынса тар-мар ителә. Кидандарҙың һуңғы императоры чжуржэндарға әсирлеккә эләгә.

Әммә һуғыш тамамланған һуң элекке союздаштар араһында низағтар барлыҡҡа килә, был яңы һуғыштың башланыуына килтерә. Сун империяһының материаль һәм кешеләр ресурстары ҙур була, шунлыҡтан чжурчжэндарҙың Цзинь империяһына тиҙ барған һуғышҡа ғына таяна алған.

Сун һәм Цзинь империялары араһында һуғыштар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1125 йылда ике чжурчжэн армияһы Сун (Ҡытай) империяһына һөжүм башлай. Ҡытайҙың армиялары ғәйәт ҙур була, әммә ул башлыса пехотанан торған, шунлыҡтан чжурчжэн кавалерияһы менән тигеҙ шарттарҙа һуғыша алмаған.

1127 йылда чжуржэндар Кайфэнды яулап алғандәр һәм үҙҙәренең дәүләтенә төньяҡ Ҡытайҙы ҡушҡан. Сун империяһының элекке императоры Хуэйцзун (ҡабаланып тәхеттән баш тарта) улдары, гарем һәм ялсылары менән бергә әсиргә эләгә, ә чжурчжэндар баҫып алған территорияла Чу марионетик дәүләт төҙөлә. Әммә Чу хакимы власты Сун династияһының вәкиленә тапшыра һәм чжуржэндарға яңы вассал Ци дәүләтен төҙөргә тура килгән. Ци дәүләте күпмелер ваҡыт чжуржэндар менән бергә Сун империяһына ҡаршы һуғышҡан. Сун юлбашсыһы Юэ Фэй 1142 йылда үҙенең үлеменә һәм Шаосин килешеүенә ҡул ҡуйғанға тиклем чжурчжэндарға ҡаршы һуғыша. Был килешеүгә ярашлы Цзинь империяһы Хуайхэ йылғаһынан төньяҡта булған территорияны үҙенә алған.

1151 йылда Цзинь империяһының баш ҡалаһы Хуэйнинфунан Чжундуға (хәҙерге Пекин) күсә.

1191 йылда ҡытай һәм чжуржэн ғаиләләре араһындағы никахтарҙы тыйыу рәсми рәүештә сиселә, был һуңғыларҙың ҡытайлаштырыу процессын тиҙләткән.

Монголдарҙың Цзинь империяһын яулауы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIII быуат башында Цзинь империяһы үҙенең төньяҡ күршеләре — монголдар баҫымы аҫтына эләгә. 1211 йылда яҡынса 50 мең атлы монгол яугирҙары Цзинь империяһына үтеп инә һәм бер нисә еңеү яулағас 1213 йылда баш ҡаланы ҡамауға ала. Император Ваньянь Юнцзи монголдар тарафынан үлтерелгән, ә император тип Ваньянь Сюнь тәғәйенләнә, ул монголдар менән баш ҡала Чжундуны талауҙан ҡотҡарыусы килешеү төҙөй. Әммә Юнзци үҙенең улын Суйбинға (Кайюань — запас баш ҡалаға) ебәреп өлгөрә. Бында уның исеме менән Пусянь Вану монголдарға яһаҡ түләргә баш тартыусы Дон Нжен империяһының (ҡыт. Көнсығыш Ся) хәрби хакимы булып китә.

1234 йылда монгол ханы вариҫы Гуюк тулыһынса бойондороҡһоҙлоғон бөтөрөү һәм көнсығыш ихтилалсыларын буйһондороу маҡсатында Цзингә ҡаршы яу башлай. Гуюк баш ҡала Чжундуны баҫып ала һәм юҡ итә, ә Цзинь империяһының һуңғы императоры әсирлеккә эләкмәҫ өсөн үҙ-үҙенә ҡул һала. Шулай ҙа Дон Нюжен империяһы һөжүмде уңышла кире ҡаға.

Цзинь династияһының территорияһы көрән төҫ менән күрһәтелгән.

Һуңғы Цзинь[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1590-сы йылдарҙа чжурчжэн лидеры Нурхаци (努爾哈赤) чжуржэн ҡәбиләләрен берләштерә башлай һәм 1616 йылда яңы династияны (Һуңғы Цзинь, 1616—1636) нигеҙләй[1]. 1635 йылда чжурчжэндар имя «маньчжурҙар» атамаһын алған. 1636 йылда династияны исеме Цин тип үҙгәртелә.

Цзинь хакимдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғибәҙәтхана исеме

(廟號 miàohào)

Үлгәндән һуң исеме

(諡號 shìhào)

Шәхси исеме

(姓名 xìngmíng)

Хакимлыҡ
итеү йылдары
Йылды иҫәпләү эраһы

(年號 niánhào) һәм эра йылдары

Тарихи рәүештә иң күп ҡулланыған форма: «Цзинь» + ғибәҙәтхана исеме йәки үлгәндән һуң исеме
Тай-цзу
太祖 Tàizǔ
Инцянь Синъюнь Чжаодэ Дингун Жэньмин Чжуансяо Дашэн Уюань Хуанди
應乾興運昭德定功仁明莊孝大聖武元皇帝 Yìngqián Xīngyùn Zhāodé Dìnggōng Rénmíng Zhuāngxiào Dàshèng Wǔyuán Huángdì
ҡыҫҡаса:
Уюань Хуанди
聖武元皇帝 Wǔyuán Huángdì
чжурчжэн исеме:
Ваньянь Агуда
完顏阿骨打 Wányán Āgǔdǎ
или китайское имя
Ваньянь Минь
完顏旻
11151123
  • Шоуго (收國 Shōuguó) 11151116
  • Тяньфу (天輔 Tiānfǔ) 11171123
Тай-цзун
太宗 Tàizōng
Тиюань Инъюнь Шидэ Чжаогун Чжэхуэй Жэньшэн Вэньле Хуанди
體元應運世德昭功哲惠仁聖文烈皇帝 Tǐyuán Yìngyùn Shìdé Zhāogōng Zhéhùi Rénshèng Wénliè Huángdì
ҡыҫҡаса:
Вэньле Хуанди
文烈皇帝 Wénliè Huángdì
чжурчжэн исеме:
Ваньянь Уцимай
完顏吳乞買 Wányán Wúqǐmǎi

йәки ҡытай исеме
Ваньянь Шэн (Чэн)
完顏晟 Wányán Shèng/Chéng

11231134
  • Тяньхуэй (天會 Tiānhuì) 11231134
Си-цзун
熙宗 Xīzōng
Хунцзи Цзуаньу Чжуанцзин Сяочэн Хуанди
弘基纘武莊靖孝成皇帝 Hóngjī Zuǎnwǔ Zhuāngjìng Xiàochéng Huángdì
ҡыҫҡаса:
Сяочэн Хуанди
孝成皇帝 Xiàochéng Huángdì
чжурчжэн исеме:
Ваньянь Хэла
完顏合剌 Wányán Hélá

йәки ҡытай исеме
Ваньянь Дань
完顏亶 Wányán Dǎn

11351149
  • Тяньхуэй (天會 Tiānhuì) 11351138
  • Тяньцзюань (天眷 Tiānjuàn) 11381141
  • Хуантун (皇統 Huángtǒng) 11411149
юҡ Хайлинъян-ван
海陵炀王 Hǎilíngyángwáng
чжурчжэн исеме:
Ваньянь Дигунай
完顏迪古乃 Wányán Dígǔnǎi
йәки ҡытай исеме
Ваньянь Лян
完顏亮 Wányán Liàng
11491161
  • Тяньдэ (天德 Tiāndé) 11491153
  • Чжэньюань (貞元 Zhènyuán) 11531156
  • Чжэнлун (正隆 Zhènglóng) 11561161
Ши-цзун
世宗 Shìzōng
Гуантянь Синъюнь Вэньдэ Угун Шэнмин Жэньсяо Хуанди
光天興運文德武功聖明仁孝皇帝 Guāngtiān Xīngyùn Wéndé Wǔgōng Shèngmíng Rénxiào Huángdì
ҡыҫҡаса:
Жэньсяо Хуанди
仁孝皇帝 Xiàochéng Huángdì
чжурчжэн исеме:
Ваньянь Улу
完颜烏祿 Wányán Wūlù
йәки ҡытай исеме
Ваньянь Юн
完顏雍 Wányán Yōng
11611189
  • Дадин (大定 Dàdìng) 11611189
Чжан-цзун
章宗 Zhāngzōng
Сяньтянь Гуанъюнь Жэньвэнь Иу Шэншэнь Инсяо Хуанди
宪天光运仁文义武神圣英孝皇帝 Хiàntiān Guāngyùn Rénwén Yìwǔ Shénshèng Yīngxiào Huángdì
Ваньнь Цзин
完顏璟 Wányán Jǐng
11901208
  • Минчан (明昌 Míngchāng) 11901196
  • Чэнъань (承安 Chéng'ān) 11961200
  • Тайхэ (泰和 Tàihé) 12001208
юҡ Вэйшао-ван
衛紹王 Wèishàowáng

йәки
Вэй-ван (衛王 Wèiwáng)

Ваньянь Юнцзи
完顏永濟 Wányán Yǒngjì
12081213
  • Даань (大安 Dà'ān) 12091212
  • Чунцин (崇慶 Chóngqìng) 12121213
  • Чжинин (至寧 Zhìníng) 1213
Сюань-цзун
宣宗 Xuānzōng
Цзитянь Синтун Шудао Циньжэнь Инъу Шэнсясо Хуанди
继天兴统述道勤仁英武圣孝皇帝 Jìtiān Xīngtǒng Shùdào Qínrén Yīngwǔ Shèngxiào Huángdì
Ваньянь Сюнь
完顏珣 Wányán Xún
12131223
  • Чжэнью (貞祐 Zhēnyòu) 12131217
  • Синдин (興定 Xīngdìng) 12171222
  • Юаньгуан (元光 Yuánguāng) 12221223
Ай-цзун
哀宗 Āizōng
Цзинтянь Дэюнь Чжунвэнь Цзинъу Тяньшэн Лесяочжуан Хуанди
敬天德运忠文靖武天圣烈孝庄皇帝 Jìngtiān Déyùn Zhōngwén Jìngwǔ Tiānshèng Lièxiàozhuāng Huángdì
Ваньянь Шоусюй
完顏守緒 Wányán Shǒuxù
12241234
  • Чжэнда (正大 Zhèngdà) 12241232
  • Кайсин (開興 Kāixīng) 1232
  • Тяньсин (天興 Tiānxīng) 12321234
юҡ Мо-ди
末帝 Mòdì
Ваньянь Чэнлинь
完顏承麟 Wányán Chénglín
1234 юҡ

Цзинь дәүеренең ҡомартҡылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Edward J.M. Rhoads. Manchus and Han. University of Washington Press, 2000. ISBN 0-295-97938-0 page 11.