Цибизов Леонид Герасимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Цибизов Леонид Герасимович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 2 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Шаран районы
Вафат булған көнө 16 июнь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Украина, Киев
Ерләнгән урыны Киев
Һөнәр төрө Офицер
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы

Цибизов Леонид Герасимович (19252009) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Үҙәк фронттың 13-сө армияһы 6-сы гвардия уҡсылар дивизияһы 25-се гвардия уҡсылар полкының отделение командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы. Совет Армияһы полковнигы. Украина Ҡораллы Көстәренең генерал-майоры (05.05.2008).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Цибизов Леонид Герасимович 1925 йылдың 2 ғинуарында Красная Горка ауылында, хәҙерге Башҡортостандың Шаран районында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. Леонид Герасимовичтың атаһы Октябрь революцияһында ҡатнаша, һуңынан үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә.

Мәктәптә 7 класс тамамлай, Ашхабад һынлы сәнғәт училищеһында уҡый.

1943 йылдың ғинуарында Төркмән ССР-ының Серахск район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1943 йылдың авгусынан хәрәкәт итеүсе армияла.

25-се гвардия уҡсылар полкының отделение командиры сержант Леонид Цибизов, Украина ССР-ының Киев өлкәһе Чернобыль районы Плютовище ауылы районында, Припять йылғаһының уң ярында плацдарм киңәйтеү өсөн барған һуғышта ҙур батырлыҡ күрһәтә. 1943 йылдың 29 сентябрендә ул граната менән дошмандың пулемет расчетын юҡ итә һәм төҙөк пулеметты ҡулға төшөрөп, батальон подразделениеләренең уңышлы алға барыуын тәьмин итә.

1947 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. 1944 йылда Сызрань танк училищеһын[1], 1945 йылда — үҙйөрөшлө артиллерия Юғары офицерҙар мәктәбен, ә 1955 йылда — Хәрби бронетанк ғәскәрҙәре академияһын тамамлай. Белоруссия, Байкал аръяғы хәрби округтарында, Германиялағы Совет ғәскәрҙәре төркөмөндә, Киев хәрби округы штабында хеҙмәт итә.

1977 йылдан полковник Цибизов Л. Г — запаста, ә һуңынан отставкаға китә.

Украинала Президентының 2008 йылдың 5 майындағы указы менән Леонид Герасимович Цибизовҡа Украина Ҡораллы Көстәренең генерал-майоры хәрби званиеһы бирелә[2].

Киевта йәшәй. 2009 йылдың 16 июнендә вафат була, Киевта ерләнгән.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 16 октябрендәге указы менән, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлығы өсөн, гвардия сержанты Леонид Герасимович Цибизовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 3607) тапшырыла[3][4].
  • Ленин ордены,
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены[5],
  • 3-сө дәрәжә «СССР ҡораллы көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены,
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы[6],
  • башҡа миҙалдар.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1987 йылдың май айында Леонид Герасимович тыуған яҡтарында — Красная Горка ауылында була. Урындағы мәктәптә Советтар Союзы Геройы һуғыш ветерандары һәм ауылдаштары менән осраша. Дан аллеяһы һалына, унда бөтә һуғыш ветерандары шыршы ултырта.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. В. П. Куницын, В. М. Толкачев Военный городок: от Усть-Двинского пехотного полка до вертолетного училища — Сызрань: Ваш Взгляд, 2013. — 256 б. — 500 экз. — ISBN 978-5-904048-35-8.
  2. Указ президента Украины от 5 мая 2008 года № 417/2008 «Про присвоєння військових звань».
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 52, л. 40, 41).
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 48, л. 13).
  5. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  6. Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 717037, д. 140, л. 2).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]