Цимблер Лиана
| Цимблер Лиана | |
| нем. Liane Zimbler | |
| Төп мәғлүмәт | |
|---|---|
| Тыуған көнө | |
| Вафат көнө | |
| Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары | |
| - | |
Лиана Цимблер (тыумыштан — Юлиана Фишер; нем. Liane Zimbler; 31 май 1892[1][2][3][…], Пршеров[d][2][4] — 11 ноябрь 1987[1][2][3][…] (95 йәш), Лос-Анджелес, Калифорния[2][4]) — австрий архитекторы, Европала архитектура буйынса диплом алған тәүге ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. 1938 йылда АҠШ-ҡа эмиграцияға киткәнгә тиклем Венала эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, унда интерьерҙар дизайны буйынса белгес була[5][6].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вена сәнғәт мәктәбендә уҡый, унда башта графиканы, ә һуңынан архитектураны өйрәнә. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ Эмилия Флёге салонында иллюстратор һәм дизайнер булып эшләй башлай. 1916 йылда юрист Отто Цимблерға кейәүгә сыға, һуңынан уның ҡыҙы Ева тыуа. Шул уҡ йылда Венала «Bamberger» мебель фабрикаһына эшкә урынлаша. Беренсе донъя һуғышы тамамланыр алдынан «Rosenberg» дизайн студияһында архитектор була. 1920-се йылдар башында интерьерҙы эшкәртеү, яңынан ҡороу (реконструкция) һәм биҙәү буйынса махсуслашҡан үҙ фирмаһын ойоштора. 1928 йылда үҙенең уңышлы бизнесы Һөҙөмтәһендә, Цимблер Прагала икенсе студия аса ала, был студияһын партнеры Анни Геррнхайзер етәкләй[6]. Шулай уҡ, эшсе ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү өсөн төрлө ойошмаларҙа ҡатнашҡанлыҡтан, Венала лекциялар уҡый башлай. Ул үҙенең әйләнештә әүҙем ҡатнашҡан бер бүлмәле фатирҙары һәм студиялары менән билдәлелек яулай[5]. Уның башҡарыуында Зилбергасстағы вилла, «Ephrussi» банкын реконструкциялау һәм һәм бер нисә эске биҙәү проекты Веналағы билдәле проекттар араһында. Ул шулай уҡ Халыҡ-ара торлаҡ йәмғиәтенең Австрия советы рәйесе була һәм торлаҡтың социологик һәм художестволы аспекттары тураһында лекциялар уҡый[7].
1938 йылдың февралендә Цимблер Австрияла граждан архитекторы лицензияһын алған беренсе ҡатын-ҡыҙ була. Тиҙҙән Отто Циммблерҙың йоғонтоло бәйләнеше арҡаһында ғаилә март айында немец аншлюсы ваҡытында Нидерландыға һәм Лондонға күсеү мөмкинлеген ала. Шул уҡ йылдың көҙөндә улар АҠШ-ҡа эмиграцияға китә. Философ Генрих Гомперцтың ҡатыны Ада Гомперцтың ярҙамы арҡаһында Цимблерҙар Лос-Анджелеста төпләнә, Унда Лиана Анита Турҙың офисында интерьер дизайны өҫтөндә эшләй. Ире юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булғандан һуң, һәм Анита Тур ҙа вафат булғандан һуң, 1941 йылда Цимблер, тағы ла дизайн проекттарына иғтибар итеп, компанияны үҙ өҫтөнә ала. Ул шулай уҡ бер нисә яңы ҡоролманы проектлай һәм даими рәүештә күргәҙмәләрҙә ҡатнаша[6]. Йыш ҡына архитектура һәм дизайн ваҡытлы матбуғат баҫмалары, шулай уҡ «Los Angeles Times» гәзите өсөн, лекциялар уҡый һәм интерьер дизайны тураһында мәҡәләләр яҙа. Уның ҡыҙы Ева, 1958 йылда уға уҡыусы сифатында ҡушыла, һуңынан уның партнеры була. 86 йәшендә инсульт кисерә, әммә 90 йәшенә тиклем хеҙмәт итә. 1987 йылдың ноябрендә Лос-Анджелеста 95 йәшендә вафат була.
Цимблер Америка интерьер дизайны институты һәм Архитектурала ҡатын- ҡыҙҙар ассоциацияһы ағзаһы була[7].
Проекттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гнаденвальдтың йорто, 1934—1938
- Тох резиденцияһы, Санта-Моника, Калифорния, 1941
- Панцер резиденцияһы, Беверли-Хиллс, Калифорния, 1942
- Босуэлла резиденцияһы, Лос-Анджелес, Калифорния, 1944
- Дальберг резиденцияһы, Беверли-Хиллс, Калифорния, 1945
- Фостерҙың йоҡо һәм йыуыныу бүлмәһе, Беверли-Хиллс, Калифорния, 1950
- Барбас резиденцияһы, Беверли-Хиллс, Калифорния, 1951
- Доктор Дж. Броуди резиденцияһы, Беверли-Хиллс, Калифорния, 1952
- Мур резиденцияһы, Лос-Анджелес, Калифорния, 1955
- Стюарт резиденцияһы, Беверли-Хиллс, Калифорния, 1955
- Фельдман кухняһы, Лос-Анджелес, Калифорния, 1956
- Шварц резиденцияһы, Камарилло, Калифорния, 1956—1957
- Хьюбшер резиденцияһы, Лос-Анджелес, Калифорния, 1959—1960
- Эллиот Эванс компанияһының ҡабул итеү урыны, Лос-Анджелес, Калифорния, 1960
- Кандианидес резиденцияһы, Венчур, Калифорния, 1961
- Силвербергтың фатиры, Лос-Анджелес, Калифорния, 1962
- Бараш резиденцияһы, Лос-Анджелес, Калифорния, 1960—1965, 1975
- Энгельман резиденцияһы, Лос-Анджелес, Калифорния, 1965
- Леви резиденцияһы, Лос-Анджелес, Калифорния, 1965
- Вассерман резиденцияһы (фойе), Лос-Анджелес, Калифорния, 1968
- Үҙгәртеп ҡоролған йорт, Беверли-Хиллс, Калифорния, 1974
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 Liane Zimbler // SNAC (ингл.) — 2010.
- 1 2 3 4 5 6 Schmid M. Zimbler, Liane, geb. Fischer, Juliane Angela // Biografien bedeutender österreichischer Wissenschafterinnen. »Die Neugier treibt mich, Fragen zu stellen« (нем.) / Hrsg.: I. Korotin, N. Stupnicki — Böhlau Verlag, 2018. — S. 969—971. — ISBN 978-3-205-20238-7 — doi:10.7767/9783205205883
- 1 2 3 4 Liane Zimbler // [Liane Zimbler Frauen in Bewegung 1848–1938] (нем.) — Österreichische Nationalbibliothek, 2006.
- 1 2 Gadzinski A. Liane Zimbler // KALLIOPE Austria (нем.): Frauen in Gesellschaft, Kultur und Wissenschaft — W: Bundesministerium für Europa, Integration und Äußeres, 2015. — S. 69. — ISBN 978-3-9503655-5-9
- 1 2 Austria: Jewish Women Artists | Jewish Women's Archive. jwa.org. Дата обращения: 21 март 2020. Архивировано 8 ғинуар 2018 года.
- 1 2 3 Architekturzentrum Wien. www.architektenlexikon.at. Дата обращения: 21 март 2020. Архивировано 3 март 2016 года.
- 1 2 A Guide to the Liane Zimbler Architectural Collection, 1912-1982, 1993-1994 Zimbler, Liane, Architectural Collection Ms1988-005. ead.lib.virginia.edu. Дата обращения: 21 март 2020. Архивировано 4 март 2016 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Цимблер на Architektenlexicon 2016 йыл 3 март архивланған.
- Zacek, Patricia: Frauen in Der Technik Von 1900 Bis 2000, Vienna, ARGE Architektinnen und Ingenieurkonsulentinnen, 1999