Эстәлеккә күсергә

Цирельман Наум Моисеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Цирельман Наум Моисеевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 6 май 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (87 йәш)
Тыуған урыны Бельцы[d], Румыния короллеге
Һөнәр төрө инженер-механик, теплофизик
Эшмәкәрлек төрө теплофизика[d]
Уҡыу йорто Одесса милли аҙыҡ технологиялары академияһы[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Әүҙемлек урыны Өфө дәүләт авиация техник университеты

Цирельман Наум Моисеевич (6 май 1937 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең йылылыҡ физикаһы өлкәһендә эшләүсе ғалимы, инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012)[1].

Наум Моисеевич Цирельман 1937 йылдың 6 майында Бельцы ҡалаһында (Румыния короллеге) тыуған[1]. 1941 йылда ата-әсәһе — Цирельман Моисей Шлемович (1908—?) һәм Цирельман Хася Элевна (1908—?) — менән Ташкентҡа эвакуациялана[2][3]. 1963 йылда Одесса аҙыҡ-түлек һәм һыуытыу сәнәғәте технологик институтын тамамлай[4]. 1963—1969 йылдарҙа ― Донецк ғилми-тикшеренеү ҡара металлургия институтында кесе ғилми хеҙмәткәр һәм Мәскәү химия машиналар төҙөү институты аспиранты Техник фәндәр кандидаты диссертацияһын «Исследование теплообмена и гидродинамического сопротивления при турбулентном течении газа в поле продольного знакопеременного градиента давления» темаһы буйынса 1969 йылда яҡлай.

1970 йылдан алып ― Өфө авиация институтында: авиация һәм ракета двигателдәре теорияһы һәм кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор, (2004 йылдан ― авиация йылылыҡ энергетикаһы һәм йылылыҡ техникаһы кафедраһы). Техник фәндәр докторы диссертацияһын «Вариационные принципы и метод перемещения изотерм в решении проблемы осложнённого теплопереноса» темаһы буйынса 1995 йылда яҡлай.

Төп фәнни хеҙмәттәре йылылыҡ физикаһына арналған[1] — һанлы-аналитик һәм эксперименталь алымдар һәм йылылыҡ физикаһында йылылыҡ массаһын күсереү; йылылыҡ физикаһында һәм техник термодинамикаһында математик моделләү өлкәһендә. Уның авторлығындағы «Теория и прикладные задачи тепломассопереноса» (2011) и «Техническая термодинамика» (2012) дәреслектәр, монографиялары бер нисә тапҡыр нәшер ителгән. 2012 йылда Нернст йылылыҡ теоремаһын квант механикаһы аппаратынан тыш иҫбатлауҙы тәҡдим иткән[5].

260-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы[1].

  • Теория пограничного слоя. Двухслойная модель пограничного слоя при безградиентном обтекании пластины. Уфа: УАИ, 1977. — 73 с.
  • Численные методы определения теплового состояния элементов конструкции ГТД. Уфа: УАИ, 1983. — 59 с.
  • Основные понятия и закономерности теплопередачи. Уфа: УГАТУ, 1996. — 76 с.
  • Методы теории подобия и моделирования тепломассопереноса. Уфа: Уфимский государственный авиационно-технический университет, 2000. — 94 с.
  • Прямые и обратные задачи нестационарного теплопереноса. Уфа: Уфимский государственный авиационно-технический университет, 2001. — 86 с.
  • Теория и прикладные задачи тепломассопереноса. В 3-х частях. Уфа: УГАТУ, 2002, 2008 и 2010.
  • Введение в теплоэнергетику. Уфа: Уфимский государственный авиационно-технический университет, 2003. — 105 с.
  • Закономерности теплообмена и методы расчёта затвердевания отливки. Уфа: Уфимский государственный авиационно-технический университет, 2003. — 102 с.
  • Прямые и обратные задачи тепломассопереноса. М.: Энергоатомиздат, 2005. — 390 с.; 2-е издание — М.: Лань, 2019. — 500 с.
  • Теория и прикладные задачи тепломассопереноса. М.: Машиностроение, 2011. — 510 с.; 2-е издание — М.: Лань, 2018. — 510 с.
  • Техническая термодинамика. М.: Машиностроение, 2012. — 352 с.; 2-е издание — М.: Лань, 2018. — 352 с.
  • Конвективный тепломассоперенос. Моделирование, идентификация, интенсификация. Уфа: Уфимский государственный авиационный технический университет, 2015. — 470 с.; 2-е издание — М.: Лань, 2018. — 472 с.
  • Аналитическое определение температурных полей в пространственно-неоднородной и нелинейной среде. М.: Инновационное машиностроение, 2016. — 286 с.