Цымбал Василий Тимофеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Цымбал Василий Тимофеевич
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө ғинуар 1916
Тыуған урыны Кролевец[d], Черниговская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1 ноябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (27 йәш)
Вафат булған урыны Героевское[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы
 Цымбал Василий Тимофеевич Викимилектә

Василий Тимофеевич Цымбал (Рәсәй империяһы, Чернигов губернаһы, хәҙер — Сумы өлкәһе, Кролевец ҡалаһы) — совет хәрби хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, Советтар Союзы Геройы (1943).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1916 йылдың ғинуарында Кролевец ҡалаһында (хәҙерге Сумы өлкәһе) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урта мәктәптең 5 класын тамамлай. Харьков ҡалаһы янында урынлашҡан Ф. Э. Дзержинский исемендәге коммунала, А. С. Макаренко етәкләгән балалар хеҙмәт мәктәбендә тәрбиәләнгән. Эшкә урынлаша алмай йөрөгән сағында унда килеп эләгә.

1942 йылдан Хәрби-Диңгеҙ Флотында. 1942 йылдан алып Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

Ҡара Диңгеҙ флотының 613-сө айырым штраф ротаһы отделениеһы командиры Василий Цымбал 1943 йылдың 1 ноябренә ҡарай төндә диңгеҙ десанты составында Эльтиген ҡасабаһы районында төшә. Дошман танкылары менән алышҡа ингәс, уларҙың береһен гранаталар менән шартлата. Был алышта ул һәләк була.

СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән 1943 йылдың 17 ноябрендә немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы Һәм ҡаһарманлығы өсөн баш старшина Цымбал Василий Тимофеевичҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Ленин ордены менән бүләкләнгән.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кролевец ҡалаһында В. Т. Цымбал уҡыған 1-се Һәм 7-се мәктәптәре биналарында мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. Кролевецта һәләк булған ҡала халҡының иҫтәлекле билдәһе янында Геройға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Уның исеме менән Кролевецтағы һәм герой-ҡала Керчтағы урам аталған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • В путешествие по Сумщине. Харьков, 1979.
  • Герои боёв за Крым. Симферополь: Таврия, 1972.
  • Герои Советского Союза Военно-Морского Флота. 1937—1945. М.: Воениздат, 1977.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Гриченко И. Т., Головин Н. М. Подвиг. Харьков: Прапор, 1983.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Василий Тимофеевич Цымбал. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 28 март 2014.