Цюй Юань

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Цюй Юань
Рәсем
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ Чу[d]
Хөрмәтле исеме
Кана әлифбаһында исеме くつ げん[4]
Тыуған көнө б. э. т. 343
Тыуған урыны Цзыгуй[d], Ҡытай
Вафат булған көнө б. э. т. 278[3]
Вафат булған урыны Мило йылғаһы[d], Хунань[d], Ҡытай
Үлем төрө Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Үлем сәбәбе батып үлеү[d]
Ерләнгән урыны Tomb of Qu Yuan[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Ҡытай теле
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы, сәйәсмән
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Цюй Юань Викимилектә

Цюй Юань (ҡыт. ябайл. 屈原, пиньин: Qū Yuán, икенсе исеме Цюй Пин ҡытайса 屈平; б.э.т. яҡынса 340—278 йылдар) — Ҡытай тарихының Һуғышыусы батшалыҡтар дәүеренең тәүге билдәле лирик шағиры. Ҡытай мәҙәниәтендә уның образы патриотизм символдарының береһе булып китә.

Цюй Юандең үҙ үҙенә ритуаль ҡул һалыу көнө (көнсығыш календары буйынса Дуань-у көнө) Аждаһа кәмәләре байрамы тигән исем аҫтында билдәләнә.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығышы менән аҡһөйәктәр нәҫеленән булып, Цюй Юань Чу (ҡыт. ябайл. , пиньин: Chǔ) батшалығы һарайы ҡарамағында министр булып хеҙмәт итә. Ул Цинь (ҡыт. ябайл. , пиньин: Qin) батшалығының өҫтөнлөк итеүенә ҡаршы сығыш яһай. Риүәйәт буйынса, Чу хакимы Цин-сян-ванға (беҙҙең эраға тиклем 298—263 йылдар) ҙур йоғонто яһаған көнәркәш-министр тарафынан Цюй Юангә яла яғыла. Үҙенең ыңғайға бармауы арҡаһында Цюй Юань баш ҡаланан ҡыуыла, бынан һуң үҙен халыҡ риүәйәттәрен йыйыуға бағышлай. Хубэй провинцияһы Цзыгуй өйәҙе Сянлупин (Xiangluping) ауылындағы уба битләүендә һөргөндә булған Цюй Юань йәнәһе йыш ҡараған ҡоҙоҡто әлеге ваҡытта ла күрһәтәләр.

Беҙҙең эраға тиклем 278 йылда Чу батшалығы Цинь батшалығының юлбашсыһы Бай Ци (ҡыт. ябайл. 白起, пиньин: Bái Qǐ) тарафынан яулап алына. Бының тураһында белеп ҡалған Цюй Юань «Ин баш ҡалаһы тураһында һыҡтау» (ҡыт. ябайл. 哀郢, пиньин: Ai Yǐng) әҫәрен яҙа һәм Мило (ҡыт. ябайл. 汩罗江, пиньин: Mìluó jiāng) йылғаһына (хәҙерге Хунань провинцияһы) ташланып үҙ үҙен үлтерә.

Дуань-у байрамының барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ риүәйәттәренә ярашлы, урындағы крәҫтиәндәр Цюй Юанде ҡотҡарырға ныҡ маташҡандар, әммә уңышһыҙлыҡҡа осрағандар. Артабан уның кәүҙәһен эҙләгәндәр һәм кәмә ишкәктәре менән сапылдап һәм барабандарға һуғып унан йылған йән эйәләрен һәм балыҡтарын ҡыуырға тырышҡандар. Аҙаҡ шағир йәненә ҡорбан һымаҡ, һәм шулай уҡ уның кәүҙәһенән балыҡтарҙы арындырыу өсөн улар йылғаға дөгө ташлай башлайҙар. Бер ваҡыт төндә Цюй Юандең йәне уның дуҫтарына килә һәм уның үлеменең сәбәбе йылға аждаһаһы арҡаһында икәнлеге тураһында бәйән бирә. Йән аждаһаны ҡурҡытыр өсөн өс мөйөшлө ебәк төргәктәргә дөгө һалып уларҙы йылғаға ташлауҙы һорай. Риүәйәт буйынса «цзунцзы» (zòngzi) традицион дөгө ашамлығының барлыҡҡа килеүе ошолай булған. Һуңыраҡ ебәк урынына ҡамыш япраҡтарын ҡуллана башлағандар, уларҙа дөгө бешкән һәм туҡланыу өсөн файҙаланылған. «Йылғала кәүҙә эҙләү» ваҡыт үтеү менән кәмәлә ишеү буйынса ярыштар формаһына әүрелгән, шул уҡ ваҡытта һәр бер кәмәнең морононда аждаһа башы һүрәтләгән. Шағир вафат булған көн, ҡытай ай календары буйынса бишенсе айҙың бишенсе көнө, йыл һайын «аждаһа кәмәләрендә» ярыштар менән билдәләнгән.

Шағир хөрмәтенә аталған хәҙерге Цюй Юань ҡасабаһы (Хубэй провинцияһы Цзыгуй өйәҙе)

Творчество[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Цюй Юань ғүмер итеүе яҙма традицияларҙа теркәлгән тәүге ҡытай шағиры булып тора. Ул «Ли Сао» (ҡыт. ябайл. 離騷, пиньин: Lí Sāo) поэмаһының исеме буйынса аталған Сао стилен төҙөүсе тип иҫәпләнә. Был стиль «Йыр китаптары»ның (Ши Цзин) дүрт юллыҡ шиғырҙарынан юлдарҙың оҙонлоғо алышыныуын индереү менән айырыла, был шиғырға ритмик төрлөлөк бирә.

Хань империяһы заманынан Цюй Юандең бер нисә әҫәрҙәренең авторлығы шикләнелә. Сым Цяндың «Тарихи яҙмалары»нда ул биш әҫәрҙең, шуларҙан иң билдәлеләре «Күк йөҙөнә һорауҙар», «Ин баш ҡалаһы тураһында һыҡтау» һәм «Ли Сао»ның авторы тип иҫәпләнә.

Ван И (Wang Yi, беҙҙең эраның III быуаты) буйынса, Цюй Юан 25-кә тиклем әҫәрҙең авторы булыуы мөмкин, уларҙың күбеһе Чу строфалары (ҡыт. ғәҙәти 楚辭, ябайл. 楚辞, пиньин: chǔ cí) антологияһында һаҡланып ҡалған.

Цюй Юандең әҫәрҙәре күп тапҡыр урыҫ теленә тәржемә ителгән. Тәржемәләрҙе Анна Ахматова ла башҡарған, ул шулай уҡ Цзя И тарафынан яҙылған «Цюй Юань буйынса һыҡтау» әҫәрен тәржемә иткән.

Логотип Викитеки
Логотип Викитеки
Викикитапханала был тема буйынса текст оригиналы бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #297713307, Record #89665491 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118991906 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. https://jpsearch.go.jp/entity/chname/屈原 (яп.) — 2020.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Федоренко Н. Т. Цюй Юань: истоки и проблемы творчества. Главная редакция восточной литературы издательства «Наука». М., 1986.-156 с.
  • Кравцова М. Е. Поэзия Древнего Китая. Опыт культурологического анализа и Антология художественных переводов. СПб., 1994
  • Цюй Юань. Лисао. СПб., Кристалл, 2000.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]