Цюрих
| Ҡала | |||||||
| Цюрих нем. Zürich | |||||||
| | |||||||
| |||||||
| Ил | |||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Кантон | |||||||
| Округ | |||||||
| Координаталар | |||||||
| Мэр | |||||||
| Беренсе мәртәбә телгә алынған | |||||||
| Майҙаны |
91,88 км² | ||||||
| Бейеклеге |
410 м | ||||||
| Климат тибы |
умеренный | ||||||
| Рәсми теле | |||||||
| Тығыҙлығы |
4 666 кеше/км² | ||||||
| Сәғәт бүлкәте | |||||||
| Телефон коды |
+41 43, +41 44 | ||||||
| Почта индексы |
8000—8099 | ||||||
| Һанлы танытмалар | |||||||
| Автомобиль коды |
ZH | ||||||
| Рәсми код |
0261 | ||||||
| Рәсми сайт |
stadt-zuerich.ch (нем.) | ||||||
| Рәсми булмаған атамаһы |
Цвингли ҡалаһы, Лимматштадт | ||||||
Цю́рих (нем. Zürich [ˈtsyːrɪç]; швейц. Züri [tsy:ri], франц. Zurich, итал. Zurigo) — Швейцарияның төньяғындағы ҡала. Немец телле Цюрих кантонының баш ҡалаһы һәм шул уҡ исемле округтың административ үҙәге.
428 мең кеше йәшәй (2018 йыл аҙағына ҡарата), илдең иң ҙур ҡалаһы булып тора. Агломерация сиктәрендә 1,3 миллиондан ашыу кеше йәшәй.
Цюрих күле ярында Лиммат йылғаһы башында, Утлиберг һәм Цюрихберг тауҙары араһындағы үҙәндә урынлашҡан.
Цюрих глобаль ҡалалар категорияһына инә һәм Швейцарияның иң ҙур финанс үҙәге булып тора, унда күп кенә страховка компаниялары һәм банкыларының штаб-фатирҙары урынлашҡан. 2019 йылда цюрих йәшәү сифаты буйынса донъяла икенсе урынды[1] һәм донъялағы иң ҡиммәтле ҡалалар исемлегендә дүртенсе урынды биләй[2].
Тарихи үҙәктә Гросмюнстер, Фраумюнстер роман-готик соборҙары һәм изге Петр сиркәүе, ә Лиммат ярында 1694—1698 йылдарҙа төҙөлгән ҡала ратушаһы урынлашҡан.
Ҡала булараҡ беренсе тапҡыр 929 йылда телгә алына. XIII—XVII быуаттарҙа император ҡалаһы була. 1351 йылда Швейцария союзына инә. XVI быуатта Цвингли етәкселегендәге Реформация үҙәге була. XIX быуаттың 2-се яртыһында илдең финанс үҙәгенә әүерелә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борон Цюрих урынында кельт-герман торағы булған, ул б.э.т. I быуатта, римлеләр килгәндән һуң, Турикум (лат. Turicum) тип йөрөтөлә башлай. Рим империяһы дәүерендә Турикум римлеләр тарафынан Реция менән Белгика араһындағы сигендәге таможня посы булараҡ ҡулланыла.
1218 йылда Цюрих император ҡалаһы статусын ала һәм феодалға түгел, ә туранан-тура императорға буйһона башлай. 1351 йылда Цюрих Швейцария союзының (1291—1798) бишенсе ағзаһы була. Тоггенбург территорияһы өсөн союздың ете ағзаһы менән һуғыш арҡаһында 1440 йылда ул конфедерациянан сығарыла, әммә ун йылдан һуң ағзалығын тергеҙә.
Цюрих Реформацияның тәүге үҙәктәренең береһе була. XVI—XVIII быуаттар дауамында үҙенең байлығын һәм йоғонтоһон һаҡлап ҡала ала. 1648 йылдан ул император ҡалаһы статусын республика статусына алмаштыра. XVIII быуат аҙағында Революцион һуғыштар ваҡытында Швейцария территорияһында Франция контроле аҫтындағы Гельветик республика ойошторола.
Швейцарияның беренсе тимер юлы Цюрих менән Баденды 1847 йылда тоташтыра.
Физик-географик ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Цюрих Лиммат йылғаһы башында, Цюрих күленең төньяҡ осонда, Альп тауҙарынан төньяҡҡа табан яҡынса 30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Лиммат Цюрихтың тарихи үҙәген (Иҫке ҡала) киҫеп үтә һәм һуңынан көнбайышҡа борола. Ҡаланы урман менән ҡапланған тауҙар менән уратып алынған. Цюрихтың тарихи үҙәгендә Лимматҡа Зиль йылғаһы ҡоя. Ҡаланың майҙаны 91,88 км² тәшкил итә, шуларҙың 4,1 км² Цюрих күле акваторияһына тура килә. Ҡаланың төньяғында, Регенсдорф сигендә, Катцензе күле урынлашҡан.
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Абсолют максимум, °C | 16,9 | 19,3 | 23,2 | 31,3 | 32,4 | 36,4 | 37,7 | 36,2 | 32,5 | 28,7 | 23,8 | 17,0 | 37,7 |
| Уртаса максимум, °C | 3,0 | 4,7 | 9,6 | 13,9 | 18,6 | 21,7 | 24,1 | 23,4 | 18,9 | 13,8 | 7,3 | 3,8 | 13,6 |
| Уртаса температура, °C | 0,4 | 1,4 | 5,3 | 8,9 | 13,3 | 16,4 | 18,6 | 18,1 | 14,2 | 10,0 | 4,5 | 1,5 | 9,4 |
| Уртаса минимум, °C | −1,8 | −1,4 | 1,8 | 4,7 | 9,0 | 12,0 | 14,1 | 13,9 | 10,7 | 7,2 | 2,2 | −0,6 | 6,0 |
| Абсолют минимум, °C | −20,8 | −24,2 | −14,4 | −6,5 | −2 | 0,9 | 5,3 | 4,0 | −0,3 | −5,5 | −11 | −18,5 | −24,2 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 63 | 62 | 78 | 80 | 122 | 129 | 125 | 123 | 99 | 85 | 78 | 84 | 1128 |
| Сығанаҡ: Погода и Климат | |||||||||||||
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Уртаса максимум, °C | 3,8 | 3,8 | 10,6 | 15,0 | 18,5 | 23,1 | 25,0 | 24,6 | 19,8 | 14,2 | 8,4 | 4,8 | 14,3 |
| Уртаса температура, °C | 1,8 | 1,4 | 6,6 | 10,6 | 14,2 | 18,5 | 20,3 | 20,0 | 15,6 | 10,9 | 6,1 | 2,8 | 10,7 |
| Уртаса минимум, °C | −0,1 | −1,3 | 2,4 | 6,0 | 9,6 | 13,6 | 15,5 | 15,3 | 11,4 | 7,8 | 3,8 | 0,7 | 7,1 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 57,0 | 33,9 | 33,7 | 57,6 | 78,7 | 81,1 | 66,6 | 42,2 | 37,9 | 39,5 | 40,5 | 56,7 | 625,4 |
| Сығанаҡ: weatheronline | |||||||||||||
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Цюрихты йыш ҡына Швейцарияның иҡтисади һәм финанс баш ҡалаһы тип йөрөтәләр[3][4]. Бында күп кенә Швейцария банкыларының һәм страховка компанияларының штаб-фатирҙары урынлашҡан (UBS, Credit Suisse, Swiss Re, Zurich Financial Services) һәм Швейцария биржаһы).
2011 йылда Цюрих британияның Monocle журналы версияһы буйынса донъяның иң яҡшы 25 ҡалаһы рейтингында икенсе урынды биләй (беренсе урында — Хельсинки, өсөнсөлә — Копенгаген)[5].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Цюрихта тыуған йәки вафат булыусылар:
- Теодор Библиандр (1505—1564), теолог, көнсығыш белгесе, лингвист.
- Иоганн Якоб Мейер (1798—1826).
- Йоханна Спири (1827—1901), балалар яҙыусыһы.
- Аугусто Джакометти (1877—1947), рәссам.
- Джеймс Джойс (1882—1941), ирланд яҙыусыһы һәм шағиры.
- Макс Фриш (1911—1991), швейцар яҙыусыһы.
- Мартин Сутер (род. 1948), швейцар яҙыусыһы һәм сценарисы.
- Матьё Сейлер (род. 1974), швейцар режиссёры һәм сценарисы.
- Песталоцци Иоганн Генрих (1746—1827), швейцар педагогы
- Баур Артур (1915—2010), швейцар журналисы.
Туғандаш ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 2019 QUALITY OF LIVING RANKING City Ranking. // mercer.com. Дата обращения: 23 июль 2019. Архивировано 18 апрель 2018 года.
- ↑ Самые дорогие и самые дешевые города мира по версии Economist. BBC. Дата обращения: 21 апрель 2026. Архивировано 23 июль 2019 года.
- ↑ Dominique Schärer. Zurich (Switzerland) There's a place for everyone in the streets. Centre d'écologie Urbaine. Дата обращения: 30 июль 2008. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ For Zurich, new vibrancy in Switzerland's finance capital. International Herald Tribune (17 июнь 2007). Дата обращения: 21 апрель 2026. Архивировано из оригинала 25 июнь 2007 года.
- ↑ Британский журнал «Monocle» назвал Хельсинки лучшим городом мира. Архивировано 5 июль 2013 года. // Агентство Finnfacts. — 14 июнь 2011. (Тикшерелеү көнө: 21 апрель 2026)
| Цюрих Викимилектә | |
| Цюрих Викияңылыҡтарҙа | |
| Цюрих Викигид |