Чадта ислам
Чадта ислам | |
Дәүләт | Чад |
---|---|
Чадта ислам Викимилектә |
Чадта ислам иң күп һанлы дин булып тора. Мосолмандар башлыса төньяҡ райондарҙа йәшәй һәм халыҡтың яҡынса 57,8 % тәшкил итә[1]. Илдә сөнни йүнәлешле исламдың мәлики мәҙһәбе өҫтөнлөк итә, ғәрәптәр араһында шәфиғи мәҙһәбе яҡлылар ҙа бар. Илдең төньяғында ҡадирилек ордены йоғонтоһо, көньяҡта — тижәниә, йоғонтоһо таралған, илдең ҡайһы бер төбәктәрендә сенуситтар.бар. Чад мосолмандарының 5-10%-ы исламдың фундаменталист йүнәлештәрен— үәһһәбилек һәм сәләфилекте[2] яҡлаусылар тип баһалана Чад мосолмандары ислам традицияларын исламға тиклемге йолалар һәм инаныуҙар менән берләштерә.
Ислам Чад территорияһына XI быуат аҙағында[3] үтеп инә башлай. Чадта, башлыса ҡатмарлы географик шарттар арҡаһында, ислам әкрен тарала. Чадта ғәрәп телен белгән кеше аҙ булғанлыҡтан, ғәрәптәр менән бәйләнеш мөсһөҙ була[4].
Мосолмандарҙың 48 %-ҡа яҡыны үҙҙәрен сөнни тиҙәр, 21 %-ы — шиғый һәм 4 %-ы — әһәмәниҙәр, дингә ышаныусыларҙың ҡалғаны ниндәй ҙә булһа төркөмгә ҡаратмай[5].
Сәғүд Ғәрәбстаны һымаҡ башҡа мосолман илдәре менән сағыштырғанда, Чадта ислам мәғарифы көсһөҙ[6]. Чадта беренсе мосолман мәктәбенә — École Mohamed Illech — 1918 йылда нигеҙ һалынған[7]. Юғары ислам белеме алыу маҡсатында, Чадтан студенттар башҡа илдәргә — Мысырға (Әл-Азһар университеты), Суданға һ.б. урындарға уҡырға бара.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ J. Gordon Melton, Martin Baumann. Religions of the World: A Comprehensive Encyclopedia of Beliefs and Practices. — Oxford, England: ABC CLIO, 2010. — С. 534. — 3200 с. — ISBN 1-57607-223-1.
- ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . International Religious Freedom Report 2007. Дата обращения: 14 октябрь 2013. - ↑ Чад . Энциклопедия Кругосвет. Дата обращения: 13 октябрь 2013. Архивировано 14 ноябрь 2012 года.
- ↑ Islam in Chad 2021 йыл 28 октябрь архивланған.. «Government Local». Library of Congress country studies, December 1988.
- ↑ The World's Muslims: Unity and Diversity . Pew Forum on Religious & Public life (9 август 2012). Дата обращения: 14 август 2012. Архивировано из оригинала 24 октябрь 2012 года. 2012 йыл 24 октябрь архивланған.
- ↑ Islam in Saudi Arabia 2013 йыл 18 октябрь архивланған.. «Islamic counsels», Monday April 22, 2013.
- ↑ Chad country study 1999 йыл 17 ғинуар архивланған.. This article incorporates text from this source, which is in the public domain
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Густерин Павел Вячеславович Рейтинг исламских государств // ЦентрАзия.