Чайковский Пётр Ильич
| Пётр Ильич Чайковский | |
| | |
| Төп мәғлүмәт | |
|---|---|
| Исеме |
рус. Пётр Ильич Чайковский |
| Тыуған | |
| Тыуған урыны |
Воткинск, |
| Үлгән | |
| Үлгән урыны | |
| Ил | |
| Һөнәрҙәре |
композитор, дирижёр, |
| Автограф | |
Пётр Ильи́ч Чайко́вский (25 апрель [7 май] 1840, Воткинск, Вятка губернаһы, Рәсәй империяһы — 25 октябрь [6 ноябрь] 1893, Санкт-Петербург) — рус композиторы, дирижёры, педагогы, музыка һәм йәмәғәт эшмәкәре, музыкаль журналист.
Музыка тарихында бөйөк композиторҙарҙың береһе булып иҫәпләнә[1]. 80-дән артыҡ әҫәр, шул иҫәптән ун опера һәм өс балет авторы.
Уның концерттары һәм фортепиано өсөн әҫәрҙәре, ете симфония (алты номерланған һәм «Манфред» симфонияһы), дүрт сюита, программа симфоник музыка, «Лебединое озеро», «Спящая красавица», «Щелкунчик» балеттары донъя музыкаль мәҙәниәтенә кергән ғәҙәттән тыш әһәмиәтле өлөш булып тора.
Сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Атаһының олатаһы Фёдор Афанасьевич Чайка (1695—1767) Украинаның Кременчуг өйәҙе казактарынан. Киев-Могилян (элекке ректоры П.Могила булған) академияһында уҡығанда Пётр Федорович Украинала киң билдәле казак фамилияһын дворяндарҙыҡына оҡшатып, Чайковскийға әйләндерә. Ул табиб була, рус-төрөк һуғышында ҡатнаша ( 1768—1774), 1785 йылда дворянлыҡ ала , 1818 йылда вафатына тиклем Вятка губернаһы Глазов ҡалаһының городничийы булып хеҙмәт итә. Ҡатыны Анастасия Степановна Посохова менән егерме балаға ғүмер бирәләр.
Әсәһенең олатаһы Мишель-Виктор Асье (1736—1799) — француз скульпторы, «модельмейстер» Германиялағы Мейсен Король фарфор фабрикаһы «модельмейстер»ы, ҡатыны- Мария Кристина Элеонора Виттиг, Австрия офицеры Георг Виттиг ҡыҙы[2]. Уларҙың бишенсе балаһы Михаэль Генрих Максимилиан Асье (1778—1830) Рәсәйгә француз һәм немец телдәре уҡытыусыһы булып, Артиллерия һәм Инженерҙар шляхта кадет корпусына 1795 йылда килә, 1800 году — рус подданлығын ала — Андрей Михайлович Ассиер булып йөрөй башлай. Финанс министрлығында таможняла хеҙмәт итә, ете балаһы була.
Илья Петрович Чайковский (1795—1880), композиторҙың атаһы, Петр Фёдоровичтың егерменсе балаһы була[3]. Тау кадет корпусын ( Санкт-Петербург) тамамлап, инженер булып хеҙмәт итә башлай. Тәүге ҡатыны үлгәндән һуң, 1833 йылда Етем ҡыҙҙар өсөн училищены тамамлаған Александра Андреевна Ассиерға (1812—1854) өйләнә.
1837 йылда Илья Петрович,тәүге никахынан булған ҡыҙы Зинаиданы Екатерина институтына (Санкт-Петербург) урынлаштырып, йәш ҡатыны менән Уралға, ул заманда иң ҙурҙарҙан һаналған Кама-Воткинск ҡорос иретеү заводына китә. Илья Петрович ғаиләһе менән ҙур йортта йәшәй, уға бер йөҙ казактан торған отряд биреп ҡуйыла. Уларҙа урындағы дворяндар, бында практикаға килгән студенттар, Англиянан инженерҙар йыш була[4].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ О Петре Ильиче Чайковском в проекте Русский Биографический Словарь
- ↑ Познанский, 2010, ч. 1, гл. 1
- ↑ Берберова, 1997, с. 21
- ↑ Берберова, 1997, с. 22
| Был композитор тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
- 7 майҙа тыуғандар
- 1840 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Вятка губернаһында тыуғандар
- 6 ноябрҙә вафат булғандар
- 1893 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- Алфавит буйынса музыканттар
- Алфавит буйынса композиторҙар
- Рәсәй империяһы композиторҙары
- XIX быуат композиторҙары
- Алфавит буйынса дирижёрҙар
- Рәсәй империяһы дирижёрҙары
- XIX быуат дирижёрҙары
- Опера композиторҙары
- Балет композиторҙары
- Санкт-Петербург консерваторияһын тамамлаусылар
- Мәскәү консерваторияһы уҡытыусылары