Чапаев һәйкәле (Санкт-Петербург)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Чапаев һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1968
Дәүләт Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Создатель Матвей Генрихович Манизер[d] һәм Бровкин, Николай Фёдорович[d]
Коллекцияла һаҡлана Военная академия связи имени С. М. Будённого[d]
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]

Чапаев һәйкәле — Василий Иванович Чапаев хөрмәтенә Санкт-Петербургтағы С. М. Буденный исемендәге Хәрби элемтә академияһы алдында ҡуйылған һәйкәл. СССР осорондағы иң ҙур скульптура композицияһының береһе: дөйөм бейеклеге 4,5 м (постамент бейеклеге 1,3 м һәм скульптура төркөмө — 3 м). Һәйкәл ҡуйыуға киткән бронзаның ауырлығы — 12 тонна.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Скульптор М. Г. Манизер эшләгән һәйкәл 1942—1943 йылдың ҡышында ҡуйыла[1]. Һуғыш барған ваҡытта, аслыҡ һәм емереклектәр уртаһында кешеләр гүзәл сәнғәт әҫәре тыуҙыра, ул — батырлыҡ һәйкәле. Һәйкәл күп фигуралы композициянан ғибәрәт, уртала Чапаев үҙе ҡулында шашка тотоп, аяғүрә баҫҡан атта тора. Уның тирәләй ете фигура — комиссар, балтика матросы, ҡарт һалдат, эшсе ҡатын, партизан, башҡорт һәм ҡыҙылармеец. Бөтә был фигуралар Чапаев дивизияһында һуғышҡан кешеләрҙең фотоһүрәттәренән күсереп эшләнгән[2]. Манизер В. А. Чапаевтың позаһын уның улы А В. Чапаевҡа ҡарап һынландырған[3][4]. Был скульптура фигуралары тормош энергияһы менән тулы һәм улар тере кешеләр кеүек күренә. Скульптор хәрәкәтһеҙ таш скульптурала кешеләр хәрәкәтенең динамикаһын һәм нәфислеген күрһәтә алған, ул һүрәтләгән һәр бер персонаж алышҡа ташланырға әҙер.

Бындай скульптура төркөмө бронзанан «Монументскульптура» заводында 1932 йылда ҡойолған һәм Һамарҙа (1935—1991 йылдарҙа — Куйбышевта) ҡуйыу өсөн яһалған. Шул уҡ йылда яһалған скульптура ҡаланың Чапаев майҙанында урынлаштырылған.

1933—1934 йылдарҙа Ленинград өсөн скульптураны икенсе тапҡыр ҡоялар. Уны С. М. Киров ҡаланың Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркына ҡуйҙырырға була, тик 1934 йылда вафат була, шунлыҡтан һәйкәл ҡуйылмай ҡала[5]. Скульптураны 1935—1940 йылдарҙа Елагин утрауындағы Масляный луг районына күсереп ҡуялар Бөйөк ватан һуғышы башында һәйкәл Крестовский проспектындағы 34-се йорт ихатаһында тора.

1943 йылда П. В. Борисов — Ленинград фронтының кесе лейтенанттарҙы уҡытыусы уҡсы-пулеметсылар курсының начальнигы — бойороғо буйынса скульптура торған урынынан Бәйләнеш академияһының ихатаһына ткүсерелә. Бында һәйкәлде бүрәнәләрҙән эшләнгән ваҡытлыса постаментҡа баҫтыралар, был эштәр барыһы ла курсанттар көсө менән эшләнә. Блокада ваҡытында был урынға авиабомба төшә һәм ҙур соҡор яһай, ошо соҡорға һәйкәл ҡуйылған тигән легенда ла йөрөй.

Гранит постаменттың проекты 1960 йылда Н. Ф. Бровкин тарафынан эшләнә. Һәйкәлде ҡуйған саҡта уны 90° бороп — ҡала үҙәгенә ҡаратҡандар. Постамент киртләсләп һалынған плиттәләрҙән төҙөлгән, Һәйкәл был постаментҡа 1968 йылда яңынан баҫтырылған. Яуаплы эш Ҡала скульптураһы дәүләт музейы контроле аҫтында башҡарылған, 1968 йылдың 4 ноябрендә һәйкәл асыла. Унан һуң Чапаев ҡулындағы шашканы вандалдар сувенир өсөн урлайҙар, шунлыҡтан яңынан эшләнгән шашканы бороп алынмалы итеп яһайҙар ҙәм уны байрамдарҙа ғына Чапаев ҡуына тоттороп ҡуялар.

Ҡытайҙағы Рәсәй көндәренә арналған Боҙ скульптуралар һындары фестивале сиктәрендә 2006 йылда Харбинда был һәйкәлдең боҙҙан эшләнгән күсермәһе ҡуйыла[6].

Һәйкәл алдындағы майҙансыҡ райондың мәҙәни тормош үҙәге булып тора — бында төрлө саралар[7] һәм сәйәси акциялар үткәрелә[8]. 2014 йылдан алып һәйкәл, ҡомартҡылар биләмәләре булараҡ һаҡланғаан һәйкәлгә яҡын килеү тыйыла. Байрам көнөдәрендә инеү ирекле, бында ритуал һәм хәрби патриотик саралар үткәрелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Мемориаль һәйкәл постаменттан табличкалар
  2. Б. Н. Калинина, П. П. Юревич. Мемориаль таҡтаташ һәм һәйкәл Ленинградта ҡала. — Л.: Лениздат, 1979. — 519 с Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «Monuments» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  3. Маршрут. ГФР (Иҫтәлекле урындары исемлеге). — Ҡала районының иҫтәлекле урындары һүрәтләнгән. — «Элемтә Хәрби академияһы алдында чапаев һәйкәл ул. Бирҙин ғәли иркәбай». 20 ноябрь 2010 тикшерелгән. Көндө-төнгә 2 июль 2012 йыл. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «FRG» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  4. Алексей Павлюченко. Был юлы баскетбол — чапаев һәйкәлдәре үтеү, аша ППЦ һәм плацта // Невский ваҡытта : Гәзит. — СПб., 2004. — Ватан. 9 декабрь. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «Time» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  5. Капралов, Наталья. Чапаев «прискакивать» ҡала һәм бирҙин ғәли иркәбай, Гәзите « / түбәнге Минең» (28 сентябрь 2009). 20 ноябрь 2010 тикшерелгән. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «Gallop» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  6. Кремлдең собор төҙөлгән боҙ харбин аналогтары билдәле булыуынса, Дин. Яңылыҡтар, Интерфакс (2006 йылдың 6 ғинуарында). 20 ноябрь 2010 тикшерелгән. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «Interfax» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  7. Байрам саралары хөрмәтенә арналған 65-летию Победы (Исемлектән), рәсми сайт хакимиәте Санкт-Петербург (3 май 2010 йыл). 20 ноябрь 2010 тикшерелгән. «Ялан кухняһы һәм байрам концерты эстрадаһы артистары менән халыҡ күңеленә яҡын элемтә петербург хәрби академияһы бинаһында». Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «Administration» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  8. Зубов, Игорь. Беҙ Чапаев, «Минең районы» (6 сентябрь 2010). 20 ноябрь 2010 тикшерелгән. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «With me» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Чапаев һәйкәле (Һамар)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]