Чаусова Елена Ефимовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чаусова Елена Ефимовна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 30 июль 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Әсәһе Tamara Moiseeva[d]
Һөнәр төрө баскетболсы
Спорт командаһы ағзаһы ЦСКА[d]
Спорт төрө Баскетбол[1]
Ҡатнашыусы Летняя Универсиада 1977[d], Летняя Универсиада 1981[d], Чемпионат Европы по баскетболу среди женщин 1978[d], Чемпионат Европы по баскетболу среди женщин 1980[d], Чемпионат Европы по баскетболу среди женщин 1981[d], Чемпионат Европы по баскетболу среди женщин 1983[d], Чемпионат Европы по баскетболу среди женщин 1985[d] һәм Чемпионат мира по баскетболу среди женщин 1983[d]

Чаусова Елена Ефимовна (30 июль 1957 йыл) — СССР баскетболсыһы. Донъя чемпионы, биш тапҡыр Европа чемпионы, ике тапҡыр Универсиада еңеүсеһе. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1976). Баскетбол буйынса тренер.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Елена Ефимовна Чаусова 1957 йылдың 30 июлендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. 185 сантиметр буйлы ҡыҙ 1-се спорт мәктәбендә баскетболға өйрәнә башлай. Был мәктәп спорт һөйөүселәр һәм спорт даирәләре араһында «Куйбышев» спорт мәктәбе булараҡ билдәле була, артабан ул 56-сы СДЮШОР-ға әйләнеп китә.

1972 йылдан алып артабан ун йыл дауамында Чаусова Елена Ефимовна Мәскәү ҡалаһының борондан бик билдәле «Спартак» баскетбол ҡатын-ҡыҙҙар клубы составында уйнай.

Елена Чаусова Мәскәү халыҡ хужалығы институтында уҡый һәм уны уңышлы тамамлай. 1977 йылда үҙе уҡыған юғары уҡыу йортоноң ҡатын-ҡыҙҙар баскетбол командаһы составында Софияла үткән Универсиадала ҡатнаша, был команда еңеүсе була. Дүрт йылдан һуң команда составында шулай уҡ Бухарест ҡалаһындағы ярышта еңеүсе була.

Европа чемпионаттарында 1978 йылдан башлап биш тапҡыр континент чемпионы була.

1982 йылда Елена Чаусова Мәскәүҙең ЦСКА баскетбол командаһы өсөн уйнай башлай. Ике тапҡыр СССР чемпионы була, СССР чемпионаттарында өс тапҡыр көмөш һәм ике тапҡыр бронза призер була[2].

1983 йылда Бразилияла донъя чемпионатында СССР-ҙың йыйылма командаһы донъя чемпионы була, һәм шулай итеп үҙенең спорт карьераһында Елена Чаусова иң юғары һөҙөмтәгә өлгәшә.

Уйынсы карьераһын ул 1989 йылда тамамлай. Артабан Е. Чаусова «Спартак» ДЮСШ-ға тренерлыҡ эшенә күсә. 2007 йылдан алып «Юность Москвы» исемле БҮОРСМ (СДЮШОР)-ҙа тренер[3].

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1983 Донъя чемпионы
  • Европа чемпионы 1978, 1980, 1981, 1983, 1985
  • Универсиада чемпионы 1977, 1981
  • СССР чемпионы, 1985, 1989.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]