Черниковка (ауыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Деревня
Черниковка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Городское поселение

Городской округ город Уфа

Координаталар

54°48′54″ с. ш. 56°05′24″ в. д.HGЯO

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Черниковка (Рәсәй)
Черниковка
Черниковка

Черниковка — Өфө өйәҙенең Богородский улусы ауылы (1922 йылға тиклем), аҙаҡ Өфө ҡалаһы составына индерелгән.

1877 йыл мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 12 ихата булған, халҡы 56 кеше (28 ир һәм 28 ҡатын). Ауыл Өфөнән 11 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Ауыл исеменең килеп сығышы бәхәсле. Бер юрау буйынса, хужаһы — Мәскәүҙән килгән капитан Иван Черников исеме менән аталған булған, уны тоғро хеҙмәте өсөн батша ер бүлеме менән бүләкләгән. Икенсе юрау буйынса Черниковка ысынында Черниково (XVI быуат аҙағы), поместье хужаһы — воевода Михаил Нагойҙың ярҙамсыһы, Түбәнге Новгородта тыуған баяр улы Иван Черников-Онучин буйынса аталған.

Иван Черников Мәскәүҙән Өфөгә түбән хеҙмәтле чинда килә. Беренсе тапҡыр уға ер 1607 йыл тирәһендә, воевода Годунов ваҡытында бирелә. Ләкин ер бүлеп биреү тураһында китап юғала. Иван Черников күҙәтеүсе булып хеҙмәт итә, йәғни ҡала халҡына ер участкалары бүлеп бирә, аҡсалата һалым күләмен һәм халыҡтың түләй алыу һәләтен тикшерә. 1615 йылда ул батшаға, элекке бүленгән ерҙе раҫлауҙы һәм уны яңы китапта ҡабаттан документлаштырыуҙы һорап үтенес менән мөрәжәғәт итә. Батша уның хоҡуғын раҫлай һәм ул ерҙәрен рәсмиләштерә. 1615 йылда Иван Черников үҙенә тағы өҫтәмә рәүештә 500 четь, хәҙерге тел менән 200 гектар ер, юллап ала[2]. Тәүҙә 1922 йылда Черниковка эргә-тирәләге ауылдар менән Өфө ҡалаһы составына инә. 1931 йылда моторҙар төҙөү заводы һәм пар ҡаҙаны һәм турбиналары заводы төҙөлөү менән бәйле, ҡасаба барлыҡҡа килә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында айырым Черниковск ҡалаһы үҫеп сыға, ул бөтә эргә-тирәләге ауылдарҙы йота — Лопатино, Курочкино, Максимовка, Каловка, Соколовка, Богородское ауылын һәм хатта Һупайлы биҫтәһен. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1956 йылдың 24 июлендәге Указы нигеҙендә Өфө һәм Черниковск ҡалалары бер ҡалаға — Өфө ҡалаһына берләшәләр.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Справочник населённых мест Российской империи (1877)
  2. Город Уфа: Первая электронная база разновременных карт