Черниковск
Ил | |
---|---|
Статус |
ҡала |
Барлыҡҡа килеүе | |
Тарҡалыуы | |
Рәсми телдәр | |
Ваҡыт бүлкәте | |
Черниковск — БАССР-ҙың республика әһәмиәтендәге ҡала, хәҙерге ваҡытта Өфөнөң Черниковка биҫтәһе. Өфөнөң Сталин районының айырым берәмеге булараҡ, 1944 йылдың 5 декабрендә[1] барлыҡҡа килгән. 1956 йылдың 24 июлендә[2]. Черниковка Өфөгә ҡушыла.
Черниковка атамаһы эре тимер юл станцияһы атамаһынан аланған, ә станция ауыл исемен алған.
1922 йылға тиклем Черниковск Өфө өйәҙенә ҡараған.
1928 йылда, Өфөнән 12 ситтә Черникавка ауылы янында сәнәғәт төҙөлөшө башлана. Ул йылдарҙа урман һәм Ҡариҙел йылғаһының туғайҙары булған. Урман эшкәртеү сәнәғәте предприятиялары, шырпы, ҡағыҙ, фанера фабрикалары, дулиль-экстракт заводы төҙөлә. Предприятиеләр өсөн 4 мең кВт ЦЭС төҙөлә (1928 йылдың 16 сентябрендә файҙаланыуға тапшырыла).
1931 йылдың сентябрендә Өфө моторҙар эшләү заводы төҙөлә башлана.
Инфраструктура формалаша: беренсе айҙан уҡ 5,3 км оҙонлоғонда тимер юл линияһы һуҙыла, 18 км шоссе юлдары төҙөлә, телеграф, почта, телефон станцияһы эшләй башлай. 28 барак, 3 йорт, кантора төҙөлә. 1931 йыл аҙағына төҙөүселәр һаны бер нисә мең иҫәпләнә. 1931 йылдың 23 декабрендә Башҡортостан үҙәк башҡарма комитетының Кесе президиумы Черниковка посёлок Советын ойоштора.
1936 йыл Өфөгә ҡушылыу менән билдәләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ил үҙәгенән күсерелгән сәнәғәт предприятиеләре Черникавкала урынлаша. Хеҙмәтсәндәре менән бик күп сәнәғәт предприятиеләре булған һәм үҙәктән 15-20 км алыҫлыҡта урынлашҡан район Өфө ҡала Советы эшен ауырлаштыра.
1944 йылдың 5 декабрендә РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы Өфө ҡалаһының Сталин районы республика бойһоноуындағы Черникавка ҡалаһы тип үҙгәртелә.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа сәнәғәт үҫешә, территория киңәйә, халыҡ арта. Идара итеү ауырлашыу сәбәпле райондарға бүлеү зарурлығы килеп сыға.
1952 йылдың 25 февралендә Черниковск өс районға бүленгән була: Сталин, Калинин һәм Орджоникидже райондары. Райондарҙа хеҙмәтсәндәрҙең депутатар советы булдырыла, район башҡорма комитеты һайлана.
1950 йылдарҙа Черниковка киңәйә һәи сиктәре Өфө сиктәренә барып етә, күп кенә инфрструктура объекттары ике ҡала өсөн дә уртаҡ була, ә халыҡ бер ҡаланан икенсе ҡалаға йөрөй башлай. Был шарттар ҡалаларҙы берләштереүҙең кәрәкле һәм маҡсатҡа ярашлы икәнен күрһәткән фактор булып тора.
БАССР-ҙың Юғары Советы Указа нигеҙендә, 1956 йылдың 24 июлендә Өфө һәм Черниковка ҡалалары Өфө ҡалаһына берләшә. Черниковка райондары Өфө райондары булып китә һәм Өфө халҡын өстән бер өлөшкә арттыра.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Указом Президиума Верховного Совета РСФСР Сталинский район г. Уфы преобразован в город республиканского подчинения Черниковск. В его состав вошли также деревни: Черниковка, Дежнёво и Александровский починок.
- ↑ На основании Указа Президиума Верховного Совета БАССР от 24 июля 1956 года города Уфа и Черниковск объединяются в один город Уфу.