Чернова Надежда Михайловна
Чернова Надежда Михайловна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 15 ғинуар 1947 (76 йәш) или 1947 |
Тыуған урыны | Баянаул[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы, журналист, шағир, әҙәби тәнҡитсе |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Чернова Надежда Михайловна (15 ғинуар 1947 йыл) — СССР һәм Ҡаҙағстан шағиры, тәржемәсе һәм журналист, публицист, әҙәби тәнҡитсе. Ҡаҙағстан Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Простор» журналының шиғриәт бүлеге мөдире.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Чернова Надежда Михайловна 1947 йылдың 15 ғинуарында Павлодар өлкәһенең Баянаул ҡалаһында тыуа. Әҙәбиәткә юлы А. С. Пушкинды мауығып уҡыған атаһының, Чернов Михаил Тимофеевичтың нәсихәттәренән башлана. Надежда Чернованың бала сағы Семипалатинскиҙа үтә. 10 йәшенән шиғыр яҙа башлай, ә инде 15 йәшендә «Ҡояш» шиғыры «Ленинская смена» һәм «Казахстанская правда» гәзиттәрендә баҫыла. Һуңынан Киров исемендәге Ҡаҙағстан дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай. 25 йыл «Простор» әҙәби-нәфис журналында эшләй, унда әҙәбиәт өлкәһендәге билдәле шәхестәр: Морис Симашко, Виктор Васильев, Анатолий Ким, Ильяс Есенберлин, Пак Михаил һ. б. менән осраша. Әҙәби тәнҡитсе Павел Косенко һәм Тамарина Руфь уны «икенсе Римма Казакова» тип атай.
Надежда Чернованың шиғырҙары бик күп телдәргә тәржемә ителгән. Шулай уҡ ул үҙе тәржемә менән шөғөлләнә, башлыса ҡаҙаҡ, болгар, француз һәм башҡа телдәрҙән тәржемә итә. 2006 йылға тиклем «Простор» журналының проза бүлеген етәкләй.
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ике тапҡыр кейәүҙә була. Беренсе ире — республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм филологы Новожилов Олег Геннадиевич. Тәүге никахтан улы Денис, һәм ейәнсәре Алена бар. Икенсе ире Францияла эмиграцияла йәшәгән рус шағиры Юрий Софиев һәм Ирина Кнорингтың улы Игорь Юрьевич Софиев.1955 йылда Игорь атаһы менән СССР-ға күсеп ҡайта.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Курмет ордены.
Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыйынтыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Кочевница-жизнь»
- «Огнецвет»
- «На два голоса»
- «Солнцеворот»
- «Небесный дом»
- «Возраст августа»
- «Только о любви»
- «Саксаул»
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡаҙағстандың рус әҙәбиәте
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сборник «Только о любви» Михаил Лезинский о Надежде Черновой.
- 15 ғинуарҙа тыуғандар
- 1947 йылда тыуғандар
- Ҡаҙағстанда тыуғандар
- «Курмет» ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса тәржемәселәр
- Алфавит буйынса журналистар
- XXI быуат журналистары
- Алфавит буйынса публицистар
- XXI быуат публицистары
- Алфавит буйынса әҙәби тәнҡитселәр
- XXI быуат әҙәби тәнҡитселәре
- Рус шағирҙары
- XX быуат публицистары
- СССР публицистары
- XX быуат журналистары
- СССР журналистары
- XXI быуат тәржемәселәре
- XX быуат тәржемәселәре
- Ҡаҙағстан тәржемәселәре
- СССР тәржемәселәре
- XXI быуат яҙыусылары
- XX быуат яҙыусылары
- Ҡаҙағстан яҙыусылары
- СССР яҙыусылары
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- XXI быуат шағирҙары
- XX быуат шағирҙары
- Ҡаҙағстан шағирҙары
- СССР шағирҙары
- Алфавит буйынса шағирҙар