Чернышев ҡомлоҡтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Чернышев ҡомлоҡтары ― айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе. Чир һәм Березянки йылғалары һыуайырғысының көньяҡ-көнбайыш битләүендә ята. Ростов өлкәһе Обливский районының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан ҙур булмаған урмандан ғибәрәт. 1977 йылда барлыҡҡа килгән.

Дала экосистемаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чернышев ҡомлоҡтары ― төбәк кимәлендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы. Статусы ― ботаника буйынса заказник.

Тәбиғәтте һаҡлау, ҡомлоҡтарҙы нығытыу, һыу кимәлен һаҡлау юҫығынан әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Урындағы һәм ҡырҙан килгән халыҡ өсөн ял итеү урыны ла булып тора.

Бында ауыр хеҙмәт көнөнән һуң көс йыйып, һаулыҡтарын тергеҙеп ҡайталар. Әммә йыш ҡына булып торған янғындар тәбиғәт ҡомартҡыһына хәүеф янап тора.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ростов өлкәһендә ҙур майҙандарҙы тап ҡомло тупраҡ биләп тора. XIXXX быуат башында хужалыҡ эшмәкәрлеге, ер ресурстарын көслө файҙаланыу нәтижәһендә ҡайһы бер райондарҙы хәрәкәтсән ҡомлоҡ баҫып алған.

Улар ауылдарҙы, утарҙарҙы, баҫыуҙарҙы, һөрөнтө ерҙәрҙе, көтөүлектәрҙе күмеп эшлектән сығарған.

1906 йылда Чирский ҡомлоҡтарында Чернышев урмансылыҡ хужалығы ойошторола. Уның алдында ҡомлоҡтын күсеүен туҡтатыу бурысы ҡуйыла. Ағастарҙы ултыртыу өсөн ауыл хужалағы эштәрен алып барыу мөмкин булмаған, сәсеүлек һәм көтөү ерҙәренә бармаған урындар һайлап алына.

Ағастар 120—130 м -ға 25-30 м киңлегендәге һыҙаттар менән ултыртыла. Һыҙаттар араһында шундай уҡ ҙурлыҡтағы арауыҡтар ҡалдырыла. Күберәк ғәҙәти һәм ҡырым ҡарағайы ултырталар.

Ҡарағай, ҡайын, аҡ акация һәм башҡа ағастарҙан торған урмандарҙың күпселеге Вешенск, Гундоровский, Еланский, Мигулинский, Казанская ауылдары янында урынлашҡан. Улар XX быуаттың 2-3 тиҫтә йылдарында ултыртылған һәм беҙҙең көнгдәргә тиклем һаҡланған.

1917 йылға тиклем 462 гектар ерҙә урман ултыртылған.

1926 йылда Чернышев тәжрибә урмансылығы биләмәһендә Обливский агроурман мелиоратив терәк пункты булдырыла. Уның составына Караичевская, Обливская урман дачалары инә. Шул ваҡыттан алып ҡомлоҡтарҙы комплекслы үҙләштереү, урман үрсетеү, ауыл хужалығы ерҙәренә әйләндереү буйынса киң дәирәлә эш йәйелдерелә.

1940 йылда 4 мең тирәһе гектар майҙанда 203 баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаттары булдырылған.

Әлеге ваҡытта Обливский агроурманмелиоратив терәк пунктынының майҙаны (урман һәм баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаттары менән бергә) 9054 гектар тәшкил итә. Чирский массивы хәҙерге ваҡытта өс ҡомло һөҙәк — йылға яны (болон), йылға өҫтө һәм дала яны өлөштәренән тора[1].

Ландшафт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чернышев ҡомлоҡтарында рельеф тулҡынланып торған ландшафтлы. Тупраҡ ҡоро ҡомло[2].

Флора[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тупраҡ өҫтөндәге үлән япмаһы күберәк кохия, австралия әременән, хуш еҫле кейәү үләненән, рус аҡселегенән, ҡыяҡлыларҙан тора.

Биләмәләге үҫемлектәрҙең байтағы Рәсәй Ҡыҙыл китабына индерелгән. Икенселәре фармацевтикала әүҙем ҡулланыла.

Ғәҙәти ҡарағай урмандары 1939 йылда урындағы ағас орлоҡтарынан сәсеп үҫтерелгән. Хәҙер бындағы ағастар 10 м бейеклеккә еткән. Олононың диаметры 16-18 см тирәһе.Һуңғы мәртәбә урманды планлы таҙартыу 1995 йылда үткәрелә.

Фауна[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хайуандар донъяһында киң таралған төрҙәрҙән (аҡ түшле терпе, төлкө, ҡуян, үрғуян һ. б.) башҡа, псаммофиль организмдар: ҡыбырлауыҡ ҡуңыҙ (медляк), ебәк май ҡуңыҙы (хрущик шелковистый), кесе гоплия, мәрмәр май ҡуңыҙы (мраморный хрущ) һәм башҡалар тереклек итә. Бында шулай уҡ бер нисә төр ҡиммәтле һәм һирәк осраған үҫемлек һәм хайуандар тереклек итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Комплексное освоение чирских песков. www.activestudy.info. 1 март 2017 тикшерелгән.
  2. Чернышевские пески. 1 март 2017 тикшерелгән.