Чернышёв дивизионы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Чернышёв дивизионы — спорт, географик һәм башҡа принциптар нигеҙендә командаларҙы бүлеү маҡсаты менән 2008 йылда нигеҙләнгән Континенталь хоккей лигаһының дүрт дивизионының береһе. Был дивизион Көнсығыш конференцияһы составына инә.

Совет хоккей мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, «Динамо» командаһы составында СССР-ҙың беренсе чемпионы титулын яулаған билдәле уйынсы Аркадий Чернышёв иҫтәлегенә дивизионға уның исеме бирелгән.

Дивизион составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008/2009 йылдар миҙгеле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009/2010 йылдар миҙгеленән һуң[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был миҙгелдә Континенталь хоккей лигаһы командалары географик принцип нигеҙендә икешәр дивизиондан торған Көнсығыш һәм Көнбайыш конференцияларына бүленде. Чернышёв дивизионы Көнсығыш конференцияһы составына индерелде. Уның командалары:

2013/2014 йылдар миҙгеленән башлап[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был миҙгелдә дивизион эсенә яңы төҙөлгән «Адмирал» хоккей клубы инә.

2016/2017 йылдар миҙгелендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был миҙгелдә дивизион составына Ҡытайҙан «Куньлунь Ред Стар» командаһы керә.

2017/2018 йылдар миҙгеле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был миҙгелдә дивизион составынан Новокузнецкиҙан «Металлург» командаһы сығарыла.

2019/2020 йылдар миҙгеленән алып[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был миҙгел алдынан Новосибирскиҙан «Себер» командаһы Харламов дивизионына күсерелә.

Чернышёв дивизионы
Команда Ҡала Арена Нигеҙләнгән КХЛ Дивизионды еңеү Конференцияны еңеү Гагарин Кубогы Баш тренер Капитан
Авангард Рәсәй флагы Омск Балашиха Арена 1950 2008 2011-2013, 2016—2017 2012, 2019 Канада флагы Боб Хартли Рәсәй флагы Алексей Емелин
Адмирал Рәсәй флагы Владивосток Фетисов-Арена 2013 Рәсәй флагы Сергей Светлов Рәсәй флагы Константин Глазачев
Амур Рәсәй флагы Хабаровск Платинум Арена 1957 2008 Рәсәй флагы Александр Гулявцев Рәсәй флагы Максим Кондратьев
Барыҫ Ҡаҙағстан Астана Барыҫ-Арена 1999 2008 2014, 2019 Белоруссия Андрей Скабелка Ҡаҙағстан Даррен Диц
Куньлунь Ред Стар Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Пекин Шоуган Арена 2016 АҠШ флагы Курт Фрэйзер Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Брэндон Ип
Салауат Юлаев Рәсәй флагы Өфө Өфө-Арена 1961 2008 2009*, 2010, 2018 2011 2011 Рәсәй флагы Николай Цулыгин Рәсәй флагы Григорий Панин
* «Салауат Юлаев» 2009 йылда Чернышёв дивизионын түгел, ә Бобров дивизионын еңә

Дивизион еңеүселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гагарин кубогын яулаусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

КХЛ йондоҙҙар уйыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017 йылдан башлап КХЛ йондоҙҙар уйынының форматы үҙгәре, хәҙер ул дүрт команда ҡатнашлығында үткән мини-турнир була. Көнсығыш конференцияһына ингән дивизиондар үҙ-ара ярымфиналда, кем финалға сыға икәнен, билдәләй. Чернышёв дивизионы тәүге шундай турнирҙы еңә. Әле был дивизион иҫәбендә КХЛ йондоҙҙар уйынында ике еңеү бар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]