Чехов урамы (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чехов урамы
Таганрог
Дөйөм мәғлүмәт
Ил

Рәсәй

Төбәк

Ростов өлкәһе

Ҡала

Таганрог

Район

Үҙәк, Көнбайыш

Микрорайон

Русское поле,
Простоквашино

Элекке исемдәре

5-се Буй
Сауҙагәрҙәр
Полиция
Александр

Оҙонлоғо

~7,9 километр

Почта индексы

347939, 347930, 347927

картала

Яндекс. Картала
Карта Google-да

Чехов урамы — Таганрогтағы урам. Ҡаланың иң оҙон урамдарының береһе. Таганрогта тыуған бөйөк рус яҙыусыһы А. П. Чехов хөрмәтенә аталған.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам Шевченко һәм Грек урамдары ҡушылған урындан, Таганрогтың диңгеҙ порты эргәһенән башлана. Үҙенең башланған урынынан урам, ҡаланың тарихи үҙәге аша төньяҡ-көнбайышҡа, Роза Люксембург һәм Александр урамдары араһынан Ҡыҙыл майҙанға һәм Үҙәк баҙарға тиклем һуҙыла. Уларҙы ике тармағы менән урап үтеп, сиратлап Комсомол һәм Гоголь тыҡрыҡтары менән киҫешә. Транспорт урамы менән киҫешкән урында Чехов урамы көнбайышҡа табан боролоп, Калинин, Жданов, Ломоносов, Фадеев һәм башҡа урамдар менән киҫешә. Чехов урамы Таганрогтың яңы «Простоквашино» биҫтәһендә тамамлана.

Урамдың оҙонлоғо — 7850 м[1].

Өйҙәргә номерҙар ҡуйыу Шевченко урамынан башлана.

Урам исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хронологик тәртиптә был урамдың элекке исемдәре — 5-се Буй, Сауҙагәрҙәр, Полиция, Александр. 1862 йылдан 1904 йылға тиклем император Александр I хөрмәтенә урам Александр урамы тип аталған. Яҙыусы исеме менән урам 1904 йылда, Чехов Антон Павлович вафат булған йылда аталған.

Урамында урынлашҡандар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таганрог, Чехов урамы, 1917 йылға тиклеге фото

Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Галерея «Piter» — Чехов урамы, 2.
  • Көньяҡ федераль университеттың Таганрог технология институты (ТТИ ЮФУ) политехник музейы — Чехов урамы, 22 «Б.».
  • Симонович йорто — Чехов урамы, 30.
  • «А. П. Чехов йорто» музейы — Чехов урамы, 69.
  • А. П. Чехов бюсы — Чехов урамы, 69.
  • В. М. Петляков бюсы — Чехов урамы, 75.
  • Сиротиндар йорто — Чехов урамы, 82.
  • И. Д. Василенко музейы — Чехов урамы, 88.
  • Антон Глушко бюсы — Чехов урамы, 105 (А.Глушко тыҡрығы менән киҫешкән урын).
  • Греков йорто — Чехов урамы, 121.
  • Александр сауҙа рәттәре — Чехов урамы, 98, Ҡыҙыл майҙан.
  • А. П. Чехов һәйкәле — Ҡыҙыл майҙан.
  • Элекке фашист лагерҙары тотҡондарына иҫтәлекле билдә — Ҡыҙыл майҙан.
  • Архиерей йорто — Чехов урамы, 129.
  • Изге троица храмы — Чехов урамы, 344/1.

Башҡа биналары һәм ҡоролмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Көньяҡ федераль университетының Таганрог технология институты (ТТИ ЮФУ) «А» корпусы — Чехов урамы, 22.
  • 2012 йылда емерелгән торлаҡ йорттоң төҙөлөш майҙаны — Чехов урамы, 57.
  • Ҡала яны автовокзалы — Чехов урамы, 126 «А».
  • Үҙәк баҙар — Гоголь тыҡрығы менән киҫешкән урын.
  • «Русское поле» аҙыҡ-түлек баҙары — «Русское поле» биҫтәһе, Чехов урамы, 320.
  • «Простоквашино» баҙары — «Простоквашино» микрорайоны, Чехов урамы, 351.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Киричек М. С. По ладоням твоих площадей. — Таганрог: Лукоморье, 2007. — С. 34.