Чечнева Марина Павловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чечнева Марина Павловна
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 15 август 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) или 1922[1]
Тыуған урыны Протасово[d], Малоархангельский уезд[d], Орёл губернаһы[d]
Вафат булған көнө 12 ғинуар 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) или 1984[1]
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө лётчик
Эшмәкәрлек төрө Авиация[1] һәм мемуарная литература[d][1]
Уҡыу йорто КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Капитан һәм Майор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө военно-воздушные силы[d] һәм СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» заслуженный мастер спорта СССР знак «25 лет победы в Великой Отечественной войне»
 Чечнева Марина Павловна Викимилектә

Марина Павловна Чечнева (15 август 1922 йыл12 ғинуар 1984 йыл) — осоусы, Советтар Союзы Геройы, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында 46-сы гвардия төнгө бомбардировка Таман полкының эскадрилья командиры, гвардия майоры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскҙә Кунцев зыяратында М.П.Чечегнева ҡәбере. Һәйкәлдә М.П.Чечневаның вафат булыу йылы дөрөҫ яҙылмаған.

Марина Паловна Чечнева 1922 йылдың 15 авгусында Протасово ауылында (Орел губернаһы Кесе Архангельский өйәҙе) эшсе ғаиләһендә тыуған. Тиҙҙән атаһы менән бергә Мәскәүгә күсеп килә.

19381939 йылдарҙа Мәскәүҙең Ленинград районы аэроклубында уҡый. Мәскәүҙең 144-се урта мәктәбен тамамлай һәм күпмелер ваҡыт унда пионервожатый булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһынан үҙен фронтҡа ебәреүҙәренә өлгәшә. Һөҙөмтәлә Мәскәүҙән Сталинград янында урынлашҡан В.П.Чкалов исемендәге Үҙәк аэрокулбҡа осоусы-инструктор сифатында йүнәлтелә. 1942 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. 1942 йыл башында — 588-се төнгө бомбардировщиктар авиация полкының составында (полк У-2 самолеттары менән йыһазландырылған була)

23 майдың 23 майында полк Көньяҡ фронттың 218-се төнгө бомбардировка дивизияһына күсерелә (Ворошиловград янында Таусы Хеҙмәте ҡасабаһы эргәһендге аэродромда дислокациялана). 1942 йылдың август айында Марина Чечнева звено командиры була. Кавказды обороналауҙа ҡатнаша; 1942 йылдың 27 сентябрендә Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1943 йылдың 8 февралендә 588-се авиаполкҡа гвардия исеме бирелә һәм 46-сы гвардия итеп үҙгәртелә, ә һуңғараҡ маҡтаулы «Таман» исемен ала.

1943 йылдың йәйендә Марина Чечнева полктың 4-се эскадрилья командиры була. Эскадрилья уҡыу-уҡытыу эскадрильяһы була һәм хәрби һәм хәрби-күнекмәләр эшен берләштерә. Ҡырым ярымутрауын азат итеүҙә ҡатнаша. 1944 йылдың 15 майынан — 325-се төнгө бомбардировка авиация дивизияһы, 4-се һауа армияһы, 2-се Белорус фронты составында Белоруссия азат итеүҙә, Көнсығыш Пруссия өсөн алыштарҙа ҡатнаша. 1945 йылдың февраль аҙағында Марина Чечнева икенсе Ҡыҙыл Байраҡ орденын ала. Еңеүҙе Свинемюнде ҡалаһы янында (хәҙерге Свиноуйсьце) ҡаршылай. 1945 йылдың ноябрь айында, авиаполк тарҡалғандан һуң, Марина Чеченева Польша территорияһында штурмлаусы полкта хеҙмәт итергә ҡала.

Һуғыш йылдарында Марина Чеченева бөтәһе 810 хәрби осош яһай, дошман өҫтөнә 115 тоннанан ашыу йөк ташлай, 6 складты, 5 кисеүҙе, 1 тимер юл эшелонын, 1 самолет, 4 прожекторҙы, 4 зенит батареяһын юҡ итә. Бынан тыш, 40 осоусы-штурман әҙерләй.

1949 йылда Марина Чечнева Як-18 спорт самолетында тиҙлек рекорды ҡуя. Оҙаҡ ваҡыт ул һауа парадтарында ҡатын-ҡыҙҙар пилотажы төркөмөнөң алып барыусыһы була. Самолеттарҙың күп төрҙәрендә, шул иҫәптән: Як-3, Як-9, Як-11, Як-18Т самолеттарында оса. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры исеменә эйә була (1949).

1956 йыл аҙағында Марина Чечнева һаулығы торошо буйынса осоштарҙы туҡтата, тшулай итеп, осоу спорт карьераһын тамамлай.

1963 йылда КПСС үҙәк комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай. Совет-болгар дуҫлығы йәмғиәте Үҙәге идаралығының рәйес урынбаҫары, ДОСААФ Үҙәк Комитеты президиумы ағзаһы, һуғыш ветерандары комитеты президиумы ағзаһы, совет ҡатын-ҡыҙҙары комитеты ағзаһы була. Тарих фәндәре кандидаты: «Коммунистическая партия — вдохновитель боевого подвига советских женщин в годы Великой Отечественной войны» темаһына диссертацияһын 1968 йылда Г.В.Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтында яҡлай[2]. Полкташ ҡыҙҙар тураһында мемуарҙарҙың — бер нисә китаптың авторы.

1984 йылдың 12 ғинуарында Мәскәүҙә вафат була[3]. Кунцево зыяратында ерләнә.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1945 йылдың ноябрь аҙағында Марина Чечнева осоусы Константин Давыдовҡа кейәүгә сыға (1945 йылдың 18 авгусында уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә).

1946 йылда уларҙың ҡыҙы Валентина тыуа. 1948 йылда, тыуған яғына ҡайтҡандан һуң, ире менән бергә ДОСААФ-та эшләй. 1949 йылдың октябрендә Маринаның ире, Давыдов Константин, Ленинградтан Калининға яңы самолеттарҙы сығарып, һәләк була.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марина Павловна Чечнева исеме менән урамдар:

  • Орел ҡалаһында,
  • Кача ҡасабаһында
  • Тыуған ил өсөн ҡасабаһында

Әҫәрҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Самолёты уходят в ночь». — М., 1962.
  • «Боевые подруги мои». — М., 1975.
  • «Небо остаётся нашим». — М., 1976.
  • «„Ласточки“ над фронтом». — М., 1984.
  • Повесть о Жене Рудневой. — М.: Советская Россия, 1978.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чечнева Марина Павловна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 732. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Сумарокова Т. Лётный характер // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Čečneva, Marina Pavlovna // https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=js20211121516
  2. Голиков А. Диссертация Героини // Огонёк : журнал. — 1968. — № 13 (2126). — С. 7.
  3. Некролог в газете «Красная звезда», 15.01.1984.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]