Чигиринова Наталья Романовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Чигиринова Наталья Романовна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 20 июль 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (27 йәш)
Тыуған урыны Рәсәй, Һамар өлкәһе, Тольятти
Һөнәр төрө гандболист
Ауырлығы 69 Килограмм
Спорт төрө Гандбол
Буйы 172 сантиметр

Чигиринова Наталья Романовна (20 июль 1993 йыл) — Рәсәй гандболсыһы, Рәсәй йыйылма командаһы һәм ГК «ЦСКА» уйынсыһы, 2015 йылда Универсиада чемпионы. 2019 йылда Хорватия чемпионы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Наталья Романовна Чигиринова 1993 йылдың 20 июлендә Һамар өлкәһе Тольятти ҡалаһында тыуған. Тольятти гандбол мәктәбенең тәрбиәләнеүсеһе профессиональ карьераһын 2012 йылда урындағы «Лада» клубында башлай[1]. быға тиклем 2010 йылда ул Рәсәй чемпионатында юғары лиганың йәштәр командалары араһында еңеүен билдәләй, ә 2011 йылда тәүге тапҡыр сығыш яһаусы суперлига командалары араһында ил чемпионы була. 2013/14 миҙгелендә Чигиринова беренсе командала коллектив менән бергә ЕГФ Кубогын яулай һәм ил чемпионатының көмөш миҙалдарына лайыҡ була.

Киләһе ике миҙгелдә Наталья Рәсәй чемпионатының призеры була икенсе тапҡыр һәм тапҡыр сығыш яһаусы суперлига командалары араһында беренселектең еңеүсеһе була.

2016/17 миҙгелен «Астраханочка» командаһы составында Әстерханда башлай. Чемпиондар лигаһында команда менән тәүге тапҡыр сығыш яһай. Бында спортсы милли чемпионаттың «бронза» миҙалын яулай һәм ике тапҡыр Рәсәй Кубогының бронза призёры була.

2018/19 миҙгеле алдынан Хорватияның «Подравка» клубы тәҡдименә риза була һәм Рәсәй чемпионатынан китә. Спортсының яңы клубы ЕГФ Кубогының ярым финалына тиклем барып етә, ә спортсының милли чемпионатында еңеүҙе байрам итәләр[2].

2019 йылдың йәйенән ЦСКА ПГК уйынсыһы була[3][4].

Йыйылма командала карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2015 йылдың йәйендә Наталья Рәсәй студенттар гандбол йыйылма командаһы составында Кореяла Бөтә донъя йәйге XXVIII Универсиадаһында «алтын» яулай[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Чигиринова Наталья Романовна  (рус.). rushandball.ru. 16 апрель 2020 тикшерелгән.
  2. Наталья Чигиринова: «В Хорватии я очень счастлива». Sports.ru. Дата обращения 16 апреля 2020.
  3. Наталья Чигиринова  (рус.). Профессиональный гандбольный клуб ЦСКА (1993-07-19). 16 апрель 2020 тикшерелгән.
  4. Гандбол России: новости, статьи, интервью, фото, видео - Быстрый центр  (рус.). handballfast.com. 16 апрель 2020 тикшерелгән.
  5. Просмотр Мария Кинчарова Игроки гандбольной "Лады" помогли сборной России завоевать "золото" Универсиады в Кванджу. ГородТольятти. 16 апрель 2020 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]