Чихачёв зәңгәр сәскәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Чихачёв зәңгәр сәскәһе
Centaurea tchihatcheffii yanardoner sevgi 05668.jpg
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Centaurea tchihatcheffii Fischer & C.A.Meyer

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
рәсем эҙләү
рәсемдәр
EOL  5112526
IPNI  ???

Чихачёв зәңгәр сәскәһе (рус. Василёк Чихачёва или головчатка Чихачёва, лат. Centaurea tchihatcheffii, төр. Sevgi Çiçeği; Yanardöner) — Василёктар ырыуына ҡараған үҫемлек, Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенән, билдәле географик урында ғына таралған үҫемлек — эндемик, атап әйткәндә, Төркиә биләмәләрендә үҫә һәм юғалыу ҡурҡынысы аҫтында.

Таралышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡырағай тәбиғәт шарттарында, Төркиәнең Анкара провинцияһының Гельбаша районында, башлыса Моған күле эргәһендә үҫә. Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы (IUCN) критерийҙары буйынса, был үҫемлек төрөнә юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай (CR). Ауыл хужалығында химик мәтдәләр һәм гербицидтар ҡулланыу һөҙөмтәһендә, урман ултыртыу һәм рекреацион зоналар булдырыу арҡаһында, үҫемлек популяцияһы кәмей. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса,Чихачев головчаткаһы Әрмәнстан ҡурсаулыҡтарҙың береһендә үҫә.

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бер йыллыҡ үҫемлек, 900—1000 метр бейеклектә, яланда һәм ауыл хужалығы баҫыуҙарында үҫә[1]. Үҫемлектең сағыу сәскәләре бар, ҡыҙыл һәм ҡуйы ҡыҙыл, алһыу-ҡыҙыл, аҡһыл-алһыу төҫтәре менән айырылып тора. Сәскәләр ҡояш менән елдә бернселәйүәр, шуның арҡала халыҡ араһында уға Yanardöner тиғән исем биргәндәр, йәғни переливчатый, отлив.. Яҙҙың аҙағынан һәм йәйҙең башына тиклем сәскә ата (иң әүҙем осоро — май-июнь).

Таксономик ҡыҙыҡһыныуын тыуҙыра, сөнки бик үҙенсәлекле һәм уникаль үҙенсәлектәре бар, улар башҡа Centaurea ырыу вәкилдәрендә осрамай. Мәҫәлән, Centaurea tchihatcheffii сәскәһе яҡтылыҡты сағылдырыусы гофра япраҡлы, тигеҙ семәрле остары һәм воронка формалы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, василек ҡоро һәм уңдырышһыҙ ерҙә һәйбәт үҫә, 40-50 сантиметрға тиклем етә.

Асылыу һәм танылыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1848 йылда беренсе тапҡыр сәскәне, рус ғалимы Чихачев Петр Александрович, Кесе Азия ғилми экспедициялар барышында һүрәтләй. Эш оригиналы Францияла Ботаника йәмғиәтенә (de France Sociéte botanique, SBF) тапшырыла. Фәнни донъяла, был сәскә яңы төр тип, Рәсәй ботаниктары-систематиктары Ф. Б. Фишер һәм К. А. Мейер менән 6 йылдан һуң ғына,1854 йылда, танылған, tchihtcheffii Centaurea исеме бирелә.

Швейцария ботаникы Буассье, Flora orientalis тигән үҙ эшендә, был үҫемлектәрҙе ентекле һүрәтләй,[2] әммә tchihatcheffii Melanoloma исеме аҫтында. Герхард Вагеница һәм Гройтер Вернер ботаниктар был үҫемлекте тасиурлайҙар, шулай уҡ башҡа исем аҫтында — Cyanus tchihatcheffii.[3]

Беренсе тапҡыр үҫемлекте Афйонкараһисар районында, Мехметкей ауылы эргәһендә табалар, әммә әлеге ваҡытҡа тиклем, унда башҡа был сәскәләр осрамаған. Тик 1995 йылда, Гельбаши районында, Анкара унивеситетарының береһе, тикшереү эштәре үткәргәндә, тағы бер сәскәне таба, шунан һуң һаҡ аҫтына алынған[4].

Әлеге ваҡытта үҫемлек дәүләт һаҡлауы аҫтында, популяцияны һаҡлау һәм тергеҙеү проекттары булдырыла, шулай уҡ ирекмәндәр популяцияны юҡҡа сығармау маҡсатында яһалма үрсетәләр.

2002 йылдың октябрендә Төркиәлә аҡса һуғыу йорто һирәк сәскәләр менән тәңкәләр сығарҙы, һәм улар араһында Чихачев василеғы ла була[5].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Centaurea tchihatcheffii Taxon Page  (төр.). Turkish Plants Data Service (TÜBİVES). Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 июнь 2013. 15 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  2. См. Pierre Edmond Boissier. Flora Orientalis T.3: 704 (1875)
  3. >>Информация о Centaurea tchihtcheffii на сайте İPNİ  (инг.). İPNİ. Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 июнь 2013. 13 июнь 2013 тикшерелгән.
  4. >>Sadece Gölbaşı'nda açan 'Sevgi Çiçekleri'  (төр.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 июнь 2013. 13 июнь 2013 тикшерелгән.
  5. >Монеты серии "Цветы". Монеты СССР, России и мира. Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 июнь 2013. 16 ғинуар 2013 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Des Annales naturelles sciences. Botanique. Ser.4, T. 1:31 (1854)
  • Pierre Boissier Edmond. Flora Orientalis
    (лат.)
    , T. 3: 704.
  • K Tan & M. Vural 2007. Fischer tchihatcheffii Centaurea & A. Meyer C (Asteraceae), Pl. Syst. Evol. 263: 203—207.
  • CA Ozel, Khawar KM, Mirici', ' S Ozcan, O Arslan. 2006. Affecting Mediterranean Factors of the plant рекомбинацияһы knapweed regeneration critically endangered (Centaurea Fisch tchihatcheffii et. Mey). 93 Naturwissenschaften:511-517.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]