Чудакова Мариэтта Омаровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Чудакова Мариэтта Омаровна
MOChudakova.jpg
Тыуған көнө:

2 ғинуар 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1] (83 йәш)

Тыуған урыны:

СССР, Мәскәү ҡалаһы

Гражданлығы:

Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

әҙәбиәт ғилеме

Эшләгән урыны:

А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты[d]

Ғилми дәрәжәһе:

филология фәндәре докторы[d]

Уҡыу йорто:

М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Мәскәү дәүләт университетының филология факультеты[d]

Чудакова Мариэтта Омаровна (ҡыҙ фамилияһы — Хан-Магомедова; тыуған. 2 ғинуар 1937 йыл, Мәскәү ҡалаһы) — совет һәм рәсәй әҙәбиәт белгесе, тарихсы, текстолог. Филология фәндәре докторы, яҙыусы һәм мемуарсы, йәмәғәт эшмәкәре, педагог[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чудакова М. О. — ғаиләлә дүртенсе бала булып тыуа. Атаһы — инженер Ғүмәр Ҡорбанович Магомедов, Дағстанда тыуып үҫкән, Тимирязевский ауыл хужалығы академияһының тамамлаған. Әсәһе — Клавдия Васильевна Махова, Суздальский өйәҙенең Вишенки ауылында тыуған , мәктәпкәсә белем биреү педагогы, «Просто счастье» тигән китап яҙған, унда үҙ балаларын тәрбиәләү тарихын тасуирлай. Чудакованың ағаһы — Джан-Булат (1925-1983), Сәлим; һеңлеләре — Бэла һәм Инна. Сәлим Хан-Магомедов билдәле архитектор һәм һуңынан архитектура тарихсыһы; Инна Мишина — 2007-2012 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһындағы Булгаков музейының «<a href="https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9D%D0%B5%D1%85%D0%BE%D1%80%D0%BE%D1%88%D0%B0%D1%8F_%D0%BA%D0%B2%D0%B0%D1%80%D1%82%D0%B8%D1%80%D0%B0" rel="mw:ExtLink" title="Нехорошая квартира" class="cx-link" data-linkid="72">«Нехорошая квартира»</a>» директоры.

Чудакова М. О. № 367 мәскәү мәктәбен тамамлаған, һуңынан, 1959 йылда — Мәскәү дәүләт университетыныңфилология факультетын тамамлай. 1958 йылда баҫыла башлай. 1959-1961 йылдарҙа Мәскәү мәктәптәренең береһендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 1964 йылда,аспирантура тамамлап, филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Творчество Эффенди Капиева » темаһына диссертация яҡлай.

1965-1984 йылдарҙа ул СССР-ҙың Ленин исемендәге Дәүләт китапханаһының ҡулъяҙмалар бүлегендә эшләй. Мәскәү комсомолы премияһы лауреаты (1969). 1970 йылдан башлап — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1980 йылда филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүсе «Печатная книга и рукопись: взаимодействие в процессе создания и функционирования (На материале художественной прозы и науки о литературе 1920—1930-х годов)» темаһына диссертация яҡлай.

1985 йылдан алып М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының яңы заман рус әҙәбиәте кафедраһында уҡыта. 1988 йылдан алып бер нисә америка һәм европа университеттарында визит-профессор булып эшләй. 1991 йылдан алып — Европа Академияһы ағзаһы.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәтсе А. П. Чудаковта кейәүҙә була. Ҡыҙы бар, байдаркала йөҙөү менән мауыға[3].

Ижтимағи эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

М. С. Горбачев реформалары йылдарында уҡ совет ҡоролошон әүҙем тәнҡитләй башлай. 1993 йылдың авгусында бер төркөм әҙәбиәтселәр менән бергә Юғары Советын алдан һайлау талабы яҙылған мөрәжәғәтҡә ҡул ҡуя.[4]. 15 сентябрҙә Б Н. Ельцин хат авторҙарын дачаға саҡыра . Чудакова осрашыуҙан һуң : «Нужен прорыв!.. Сила не противоречит демократии — ей противоречит только насилие…»[5][6]-тип яҙа.

1993 йылдың октябрендә Юғары Советты ҡыуғандан һуң Чудакова «Письмо 42-х» документына ҡул ҡуя.

1994-2000 йылдарҙа Президент советы (РФ Президенты ҡарамағындағы консультатив орган) составында эшләй, шулай уҡ РФ Президенты ҡарамағындағы ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы була. 2006 йылда «ҡыҙыу нөктәләр» ветерандарын һәм интеллигенция вәкилдәрен берләштергән «ВИНТ» тигән йәмәғәт ойошмаһын ойоштора. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй буйынса бер нисә мәҙәни-ағартыу йәмәғәт һәм маҡсатында сәфәр ҡыла һәм лекциялар уҡый, ҡайһы бер ҡалаларҙың китапханаларына яңы китаптар килтерә[7].

2007 йылда СПС партияһынан Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа ҡатнашҡан депутаттарҙың тәүге өсәүһенең береһе була[8]. 1 % тауыш йыйған СПС 5 процентлыҡ барьерҙы еңә алмай ҡала. 2010 йылдың апрелендә рус оппозицияһының «Путин китергә тейеш» тигән мөрәжәғәтенә ҡул ҡуя.

Рәсәйҙең Украинаны[9] яҡлап яҙған барлыҡ асыҡ хаттарына ла ҡул ҡуя. Атап әйткәндә, 2014 йылдың мартында Киносоюздың Украинаны яҡлап «Беҙ һеҙҙең менән!» хатына ҡул ҡуя[10].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мариэтта Чудакова Михаил Булгаковтың 125-йыллыҡ юбилейында авторҙың «Аҡ гвардия» әҫәренән өҙөк уҡый

XX быуат әҙәбиәте, филология фәне тарихы һәм әҙәби тәнҡит өлкәһендә 200-ҙән ашыу фәнни эш һәм мәҡәләнең авторы. Чудакованың тикшеренеүҙәр менән ҡыҙыҡһыныу сфераһы — совет осорондағы рус совет әҙәбиәте тарихы (бигерәк тә М. А. Булгаков, Е. И. Замятин, М. Зощенко, М. Козыревтарҙың ижады), поэтикаһы, рус филология фәндәре тарихы, архивты өйрәнеү (архив эше һәм уның тарихы), текстология[11].

Бөтә Рәсәй Булгаков фонды рәйесе булып тора, шулай уҡ Тынянов йыйынтыҡтарының яуаплы мөхәррире.

1980-се йылдар аҙағынан алып тарихи-әҙәби эштәре менән бер рәттән, Рәсәй ысынбарлығының киҫкен сәйәси һәм социаль мәсьәләләре тураһында күп яҙа.

Төп эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Эффенди Капиев. — М.: Молодая гвардия, 1970. — 240 с.
  • Мастерство Юрия Олеши. — М.: Наука, 1972. — 100 с.
  • Беседы об архивах. — М.: Молодая гвардия, 1975. — 222 с.
  • Поэтика Михаила Зощенко. — М.: Наука, 1979. — 200 с.
  • Беседы об архивах. 2-е изд., испр. — М.: Молодая гвардия, 1980. — 224 с.
  • Рукопись и книга. Рассказ об архивоведении, текстологии, хранилищах рукописей писателей. — М.: Просвещение, 1986. — 176 с.
  • "И книги, книги..." : О М.А. Булгакове / М. Чудакова // "Они питали мою музу...": книги в жизни и творчестве писателей.- М.: Книга, 1986.- с. 219—247
  • Жизнеописание Михаила Булгакова. — М.: Книга, 1988. — 495 с.
  • Жизнеописание Михаила Булгакова. 2-е изд., доп. — М.: Книга, 1988. — 671 с.
  • Избранные работы. Т. 1. Литература советского прошлого. — М.: Языки славянской культуры, 2001. — 468 с.
  • Новые работы. 2003—2006. — М.: Время, 2007. — 560 с.
  • Литература в школе: читаем или проходим?. — М.: Время, 2013. — 288 с.
  • Нехорошая лестница. - М.: Государственный музей М.А. Булгакова, 2009. — 24 с.
  • Булгаков и Пастернак. - М.: Государственный музей М.А. Булгакова, 2010. — 24 с.

Әҙәби әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мирные досуги инспектора Крафта. Рассказы. — М.: ОГИ, 2005. — 112 с.
  • Дела и ужасы Жени Осинкиной. Путешествие в трёх томах, а также последующие необычные, ужасные и счастливые истории, случившиеся с ней самой и её друзьями. — М.: Время, 2005—2007. — 317 с. (кн. 1); 383 с. (кн. 2); 305 с. (кн. 3).
  • Не для взрослых. Время читать! Полка первая. — М.: Время, 2009. — 208 с. — ISBN 978-5-9691-0462-4.
  • Не для взрослых. Время читать! Полка вторая. — М.: Время, 2009. — 208 с. — ISBN 978-5-9691-0463-1.
  • Не для взрослых. Время читать! Полка третья. — М.: Время, 2011. — 256 с. — ISBN 978-5-9691-0700-7.
  • Егор: Биографический роман. Книжка для смышлённых людей от десяти до шестнадцати лет. — М.: Время, 2012. — 592 с. — ISBN 978-5-9691-0761-8.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (7 ғинуарҙа 2002 йыл) — Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия эшендә әүҙем ҡатнашыу өсөн[12]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • История литературы. Поэтика. Кино. Сборник в честь Мариэтты Омаровны Чудаковой / Ред.-сост. Е. Лямина, О. Лекманов, А. Осповат. М.: Новое издательство, 2012. — 584 с. — (Новые материалы и исследования по истории русской культуры. Вып. 9). — Без указ. тиража. — ISBN 978-5-98379-166-4

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]