Чуркин Юрий Васильевич
Чуркин Юрий Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 6 март 1935 |
Тыуған урыны | Осинники[d], Западно-Сибирский край[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1998 |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | химик |
Уҡыу йорто | Томск политехник университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Чуркин Юрий Васильевич (6 март 1935 йыл — 1 сентябрь 1998 йыл) — ғалим-инженер-химик-технолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), техник фәндәре докторы (1980), профессор (1986). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1989), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1966), СССР-ҙың уйлап табыусыһы. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1970).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юрий Васильевич Чуркин 1935 йылдың 6 мартында Кемерово өлкәһенең Осинники ҡалаһында тыуа. 1958 йылда Томск политехник институтын химик-технолог һөнәре буйынса тамамлай.
1958—1962 йылдарҙа Өфө синтетик спирт заводында инженер-технолог булып эшләй.; 1962 йылдан алып — нефть химияһы производстволары ғилми-тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, лаборатория мөдире, директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары.
Техник фәндәре докторы (1980), профессор (1986).
Чуркин етәкселегендә креозол изомерын, ксиленол, триметилфенол, диангидрид пиромеллит диангридын етештереү технологияһы, ортокреозол, 2,6-ксиленол, пиромеллит диангидрид етештереү сәнәғәте ойошторола, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының нефть һәм газ бүлексәһендә ағза-корреспондент (1995).
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]50 авторлыҡ һәм уйлап табыу таныҡлығы бар. 200-ҙән ашыу баҫма эш авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР Министрҙар Советы премияһы (1970).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чуркин Юрий Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 март 2019)
- http://www.anrb.ru/blog/category/25
- 6 мартта тыуғандар
- 1935 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 1998 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Томск политехник университетын тамамлаусылар
- СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаттары
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Техник фәндәр докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Рәсәй химиктары