Чёрная гора (Черногора)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Чёрная гора
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт Flag of Ukraine.svg Украина[1]
Административ-территориаль берәмек Ивано-Франковск өлкәһе һәм Украина[1]
Тау һырты Черногора[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 2028 метр
Commons-logo.svg Чёрная гора Викимилектә

Чёрная гора (Поп-Иван Черногорский, Черногорец ; укр. Піп Іван) — Черногора һыртының иң бейек түбәләренең береһе, һырттың көньяҡ-көнсығыш осонда, Ивано-Франковск һәм Карпат аръяғы өлкәләренең сигендә урынлашҡан. Бейеклеге 2020,5 м[2]. Поп Иван Черногорский түбәһен, Румыния һәм Украина сигендә урынлашҡан Карпаттың икенсе түбәһе — Поп-Иван Мармарошский менән бутарға ярамай.

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чёрная гора пирамида формаһында, өҫкө өлөшөндә таш һибелмәләре. Ҡомташтарҙан тора. Карпат дәүләт милли паркы сиктәрендә урынлашҡан. Һуғышҡа тиклемге поляк карталарында тау 16-сы бағана кеүек булып билдәләнгән. Башлыса субтропик бейек тау үҫемлектәре менән ҡапланған. Ҡыуаҡлыҡтар (себер артышы, рододендрон) һәм шыршы урмандары (1500—1600 м бейеклектә) таралған.

Тау түбәһендә обсерватория емереклектәре

Тау исемен, риүәйәт буйынса, түбәһендәге рясалы попҡа оҡшаған ҡаяһы өсөн алған. Хәҙер ҡаянан тик һыныҡтары ғына ҡалған. Ысынында тауҙың боронғо исеме «Чёрная гора» булған. Тау был исемен, легендар Довбуш унда шайтанды, йәки «Ҡара бәләне» еңгәндән һуң ала. «Поп-Иван» атамаһын тау карта төҙөгәндә яҙыуҙағы хатанан һуң ала. Хәйер, әлегә тиклем ғалимдар, тауға ҡайһы исеме тәүҙәрәк бирелгән икәнен асыҡлайҙар.

Тау түбәһе «Аҡ фил» ҡышын

Поп-Иван Черногорский тауы башлыса үҙенең иң түбәһендә урынлашҡа «Аҡ фил» обсерваторияһы менән билдәле. Обсерватория исемен, моғайын, һәр ҡыш ҡар һәм боҙ менән ныҡ итеп ҡапланып, алыҫтан ҙур аҡ йәнлеккә оҡшап ҡалғанға алғандыр.

Обсерватория 1936 йылда төҙөлә башлай, уны төҙөүгә башлыса тирә-яҡ ауылдарҙың кешеләре йәлеп ителә. 1938 йылдың 29 июлендә асыу тантанаһы үтә. Комплекс 43 бинанан тора. Обсерватория биш ҡатлы ҡунаҡхананан, хужалыҡ төкәтмәләренән һәм телескоплы башнянан тора. Башня автоматик рәүештә асыла торған 10 метрлы баҡыр көмбәҙ менән ослана. Бинаның үҙенең электр станцияһы була. Һыу ике ҡеүәтле насос ярҙамында бара.

1939 йылда бина СССР-ға күсә. Бында Советтар Союзында тәүге бейек тауҙағы геофизик обсерватория һәм метеостанция ойошторола. Ләкин һуғыш башланыу менән бында венгр ғәскәрҙәре килә, улар түбәлә күҙәтеү пункты ойошторалар. Венгрҙар киткәндән һуң обсерватория эшен дауам итмәй.

1996 йылдың октябрь айында Яремче ҡалаһында «Поп Иван тауында метеорологик-астрономик обсерватория» мәсьәләһе буйынса фәнни-ғәмәли кәңәшмә уҙғарыла, унда Польша һәм Украинаның төрлө учреждение вәкилдәре ҡатнаша. Әммә һөҙөмтәлә Украинаның Милли фәндәр академияһы уны файҙаланыу кәрәкмәй тип иҫәпләй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Поп Иванға (Чёрная Гора) күтәрелеү
  1. 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.
  2. Лист карты M-35-134 Ворохта. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1976 год. Издание 1978 г.

Топографик картаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Лист карты M-35-134 Ворохта. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1976 год. Издание 1978 г.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]