Шабиев Салауат Ғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шабиев Салауат Ғәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 май 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Яңы Күскилде, Урмияҙ ауыл советы, Асҡын районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө архитектор
Эшмәкәрлек төрө архитектура
Эш урыны Көньяҡ Урал дәүләт университеты
Уҡыу йорто Урал дәүләт архитектура-художество академияһы
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә архитектура докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы

Шабиев Салауат Ғәли улы (11 май 1948 йыл) — ғалим-архитектор. Архитектура докторы (1994), профессор (1994). Халыҡ-ара фән белеме академияһының мөхбир ағзаһы (1997), Халыҡ-ара Көнсығыш илдәре архитектура академияһының ағза-корреспонденты (1999), РААСН советнигы (1999), Рәсәй архитекторҙар союзы ағзаһы (1977)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1948 йылдың 11 майында Башҡорт АССР-ы Асҡын районы Яңы күскилде[2] ауылында тыуған. Свердловск архитектура институтында уҡый һәм уны 1974 йылда тамамлай. Артабан Өфө ҡалаһына ебәрелә, унда 5 йыл дауамында проектлау эшмәкәрлеге менән булыша — «Башкиргражданпроект» институтында архитектор булып эшләй. 1978 йылдан алып «Союзспортпроект» институтының Өфө зона оҫтаханаһында төркөм етәксеһе.

1979—1982 йылдарҙа Свердловск институтының «УралпромстройНИИпроект» аспирантураһында уҡый. 1984 йылда Мәскәү архитектура институтында ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүгә кандидат диссертацияһын яҡлай[3], 1993 йылда «Урал металлургия һәм машиналар эшләү предприятиеларын архитектура-экологик формалаштырыу» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[4].

1985—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Өфө госстрой рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләй. 1987 йылда Силәбе ҡалаһына ЮУрГУ архитектура факультетының архитектура кафедраһы мөдире вазифаһында уҡытырға саҡырыла. 2002 йылда — был институттың архитектура факультеты деканы. 1999 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһының архитектура һәм төҙөлөш фәндәре буйынса кәңәшсеһе.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни ҡыҙыҡһыныу сфераһы — экологиялы архитектура. Көньяҡ-Урал төбәк архитектура мәктәбенә нигеҙ һалыусы. 30-ҙан ашыу проект авторы һәм авторҙашы, улар араһында:

  • Учалы ҡалаһының торлаҡ райондары планлаштырыу (1975);
  • Рәсәй туҡыу һәм еңел сәнәғәт ситтән тороп уҡыу институтының Өфө филиалы бинаһын планлаштырыу (1977; хәҙер БДУ-ның химия-технология факультеты);
  • Башҡортостан республика статистика идаралығы бинаһын (1989; хәҙер Башҡортостан Республикаһы статистика идаралығының Федераль хеҙмәт бинаһы, Өфө).
  • Өфө Нефтселәр мәҙәниәт һарайы[5].

2 архитектура кандидатының ғилми етәксеһе. «Архитектура» йүнәлеше буйынса аспирантура һәм магистратура менән етәкселек итә. «Архитектура, ҡала төҙөлөшө һәм дизайн» электрон ғилми журналының яуаплы мөхәррире.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Силәбе өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышының Рәхмәт хаты (2008);
  • Силәбе өлкәһе губернаторынан ике Почёт грамотаһы (1998, 2008);
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2007).
  • Рф-ның Почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002),
  • Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы (1998),
  • Рәсәйҙең Почётлы архитекторы (2009).
  • ЮУрГУ-ның Почёт китабына индерелгән (2008).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Шабиев Салават Галиевич 2018 йыл 21 сентябрь архивланған.. Календарь знаменательных дат и событий Южно-Уральского государственного университета. Проверено 19 сентября 2018.
  2. А. Е. Григорьева. ШАБИЕВ Салават Галиевич(недоступная ссылка). ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия». Проверено 19 сентября 2018.
  3. Шабиев, Салават Галиевич. Формирование архитектурной композиции объектов с высокомеханизированным проточным производством : на примере прокатных и трубных цехов : диссертация … кандидата архитектуры. Оф. сайт РГБ. Проверено 19 сентября 2018.
  4. Шабиев, С. Г. Архитектурно-экологическое формирование предприятий металлургии и машиностроения Урала : диссертация … доктора архитектуры. Оф. сайт РГБ. Проверено 19 сентября 2018.
  5. Шабиев Салават Галиевич. Архитекторы Екатеринбурга и Свердловской области. — Екатеринбург : Уральский рабочий , 2003. — 430 с.. Проверено 19 сентября 2018.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шабиев, С. Г. В своей профессии я — творец! : [интервью] / провела О. Антонова // Комсомольская правда. — 2008. — 15 дек. — С. 11.
  • Архитектура Южного Урала / С. Г. Шабиев, Д. Н. Сурин, М. Г. Данильчук и др. // Научные школы ЮУрГУ. История развития. — Челябинск, 2008. — С. 483—490.
  • Григорьева, А. В. Шабиев Салават Галиевич // Башкирская энциклопедия в 7 т. / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Т. 7 : Ф — Я. — Уфа, 2011. — С. 265—266.
  • Десять творческих лет // Технополис. — 2012. — 21 мая (№ 12). — С. 4.
  • Созидателям университета // Технополис. — 2008. — 15 дек. (№ 18). — С. 3.
  • Шабиев Салават Галиевич // Новиков С. Г. Портрет интеллекта. Южно-Уральский государственный университет : фотоальбом. — СПб., 2017. — С. 82.
  • Шабиев Салават Галиевич // Новиков С. Г. Портрет интеллекта. Южно-Уральский государственный университет : фотоальбом. — СПб., 2003. — С. 13.
  • Швецова, Л. Д. Шабиев Салават Галиевич // Челябинск : энциклопедия / сост. В. С. Боже, В. А. Черноземцев. — Челябинск, 2001. — С. 980.
  • Швецова, Л. Д. Шабиев Салават Галиевич // Челябинская область : энциклопедия в 7 т. Т. 7 : Х — Я / редкол. : К. Н. Бочкарев (гл. ред.) [и др.]. — Челябинск, 2008. — С. 357.
  • Архитекторы Екатеринбурга и Свердловской области. — Екатеринбург : Уральский рабочий , 2003. — 430 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]