Эстәлеккә күсергә

Шайбалы хоккей буйынса СССР йыйылма командаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Спортивные награды
Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаттары
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1954) Швеция 1954
Көмөш Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1955) ФРГ 1955]]
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1956) Италия 1956
Көмөш Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионатый (1957) СССР 1957
Көмөш Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1958) Норвегия 1958
Көмөш Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1959) Чехословакия 1959
Бронза Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1960)) АҠШ 1960
Бронза Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1961) Швейцария 1961
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1963) Швеция 1963
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1964) Австрия 1964
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1965) Финляндия 1965
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1966) Югославия 1966
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1967) Австрия 1967
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1968) Франция 1968
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1969) Швеция 1969
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1970) Швеция 1970
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1971) Швейцария 1971
Көмөш Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1972) Чехословакия 1972
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1973) СССР 1973
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1974) Финляндия 1974
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1975) ФРГ 1975
Көмөш Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1976) Польша 1976
Бронза Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1977) Австрия 1977
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1978) Чехословакия 1978
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1979) СССР 1979
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1981) Швеция 1981
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1982) Финляндия 1982
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1983) ФРГ 1983
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1985) Чехословакия 1985
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1986) СССР 1986
Көмөш Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1987) Австрия 1987
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1989) Швеция 1989
Алтын Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1990) Швейцария 1990
Бронза Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (1991) Финляндия 1991

Шайбалы хоккей буйынса СССР йыйылма командаһы — халыҡ-ара хоккей ярыштарында СССР исеменән сығыш яһаған милли хоккей йыйылма командаһы. Йыйылма команданың идара итеүсе ойошмаһы — СССР-ҙың Хоккей федерацияһы. Рәсми рәүештә Халыҡ-ара хоккей федерацияһы составында 1952 йылдан 1991 йылға тиклем була һәм 39 йыл буйына донъяла иң көслөһө булып иҫәпләнә. Йыйылма команда активында ҡышҡы Олимпия уйындарының 9 хоккей турнирында 7 тапҡыр еңә һәм 34 донъя чемпионатында ҡатнашҡан ваҡытта 22 донъя чемпионы титулын яулай[1]. СССР йыйылма командаһы — донъяла бер тапҡыр ҙа донъя чемпионатынан һәм Олимпия уйындарынан наградаларһыҙ әйләнеп ҡайтмаған берҙән-бер йыйылма команда.

Ошо ваҡыт эсендә хоккей буйынса СССР йыйылмаһы 130 награда яулай.

2008 йылда үҙенең йөҙ йыллыҡ юбилейы уңайынан халыҡ ара шайбалы хоккей федерацияһы һуңғы 100 йылда хоккей буйынса донъяның символик йыйылма командаһын билдәләү маҡсатында донъяның 16 иленән 56 белгес араһында һорау алыу үткәрә. Һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса донъя йыйылмаһында алты урындың дүртәүһе СССР хоккейсыларына — ҡапҡасы Владислав Третьякка, һаҡсы Вячеслав Фетисовҡа һәм һөжүмсе Валерий Харламовҡа һәм Сергей Макаровҡа эләгә[2].

Всеволод Бобров, донъя чемпионы һәм 1956 йылғы олимпия чемпионы
1987 йылдағы СССР йыйылма командаһы уйынсыларының автографтары ҡуйылған сувернир сәкән Орск тыуған яҡты өйрәнеү музейы коллекцияһында

1946 йылда Бөтә Союз физик культура һәм спорт комитеты шайбалы хоккей буйынса беренсе СССР чемпионатын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итә, һәм был ҡарар бөтә ил буйлап хоккей үҫешенә этәргес бирә. Мәскәү йыйылма командаһы флагы аҫтында сығыш яһаған совет хоккейсылары тәүге халыҡ-ара матчтарын 1948 йылда Чехословакияның Лтц (Прага) командаһы менән үткәрә. Башта йыйылма команданың икенсе составы 7:11, 1: 10 иҫәбе менән отола, ә һуңынан төп состав өс уйын үткәрә, уйындар 6:3, 3:5, 2:2 иҫәбе менән тамамлана[3]. 1952 йылда илдең юғары спорт етәкселеге Бөтә Союз хоккей секцияһын Халыҡ-ара боҙҙа хоккей лигаһына индереү тураһында ҡарар ҡабул итә. Был аҙым совет спортсыларына донъя чемпионаттарында сығыш яһау хоҡуғы бирә. Ә быға тиклем 1951 йылда СССР Олимпия комитетының Халыҡ-ара олимпия комитетына инеүе тураһындағы ҡарары нигеҙендә Олимпия хоккей турнирҙарында ҡатнаша ала[4].

1954 йылда СССР йыйылмаһы донъя чемпионаттарында тәүге тапҡыр сығыш яһай һәм фаворит булған Канаданы еңеп, донъя чемпионы титулын яулай[5]. 1950-се йылдар дауамында СССР һәм Канада араһында үҙенсәлекле хоккей үҙ-ара уҙышы (дерби) барлыҡҡа килә. 1962 йылда СССР донъя чемпионатында сәйәси сәбәптәр буйынса ҡатнашмай: Германия Демократик Республикаһы йыйылмаһы донъя чемпионатына индерелмәй, сөнки Америка Ҡушма Штаттарының Дәүләт департаменты уйынсыларға Берлин стенаһы төҙөлөү сәбәпле виза биреүҙән баш тарта, һәм СССР, Чехословакия һәм Румыния командалары ла протестҡа ҡушыла[6]. 1963 йылда Советтар Союзы йыйылмаһы донъя чемпионатында алтын миҙал яулағас, тарих үҙгәрә.

1963 йылдан 1971 йылға тиклем СССР йыйылма командаһы 9 тапҡыр рәттән донъя чемпионатында еңеү яулай, был абсолют рекорд булып тора[7].

1972 йылда Канада йыйылма командаһы менән Суперсерия уҙғарыла. Канада командаһы НХЛ уйынсыларынан тора. 8 уйын үтә, шуларҙың 4-һендә Канада йыйылма командаһы еңә (һуңғы матчта канадалылар 34 секунд ҡалғас еңеүҙе тартып ала), 3 уйында СССР йыйылма командаһы еңеү яулай һәм тағы бер уйын тигеҙ иҫәп менән тамамлана[8].

Ике йылдан һуң осрашыу ҡабатлана. Канада йыйылма командаһы Бөтә донъя хоккей ассоциацияһы уйынсыларынан тора. Унда төп «йондоҙҙар» булып Бобби Халл һәм ҡартаймаҫ Горди Хоу[9] тора. Алдағы ике йыл һымаҡ, Канадала һәм Мәскәүҙә 4-шәр матч үтә. СССР йыйылма командаһы 4 матчта еңеү яулай, 3 матч тигеҙ иҫәп менән тамамлана, канадалылар бер еңеү яулай.

1980 йылда Американың Лейк-Плэсид ҡалаһындағы Олимпия уйындарында СССР йыйылмаһы Америка йыйылмаһынан сенсацион еңелә. Бынан һуң Америка командаһын «Боҙҙағы мөғжизә» тип атайҙар[10].

Бер йылдан һуң совет йыйылма командаһы Канада Кубогында еңеү яулай, финалда НХЛ-дың иң яҡшы хоккейсыларынан торған хужалар командаһын (8-1) тар-мар итә[11].

1976—1977 йылдарҙағы донъя чемпионаттарындағы уңышһыҙлыҡтан һуң йыйылма команда менән Виктор Тихонов етәкселек итә. 1978—1991 йылдарҙа ул баш тренер сифатында ике тапҡыр СССР йыйылмаһын олимпия чемпионы (1984, 1988), һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы титулына, шулай уҡ Саҡырыу кубогында (1979) һәм Канада кубогында (1981) еңеүгә алып килә.

1991 йылдың майында Советтар Союзы йыйылма командаһы шайбалы хоккей буйынса Европаның һуңғы чемпионы була. 1991 йылдан һуң Европа чемпионаты үткәрелмәй.

СССР йыйылма командаһы өсөн һуңғы турнир 1991 йылдың ноябрендә үткәрелгән Германия Кубогы була. Был турнирҙа Советтар Союзы йыйылма командаһы еңеү яулай.

СССР йыйылма командаһының хоҡуҡи вариҫы булып Рәсәй йыйылма командаһы тора, ул 1992 йылда донъя хоккейының юғары дивизионында Советтар Союзы йыйылма командаһы урынын ала[12].

  • 1953—1955
  • 1956—1959
  • 1960—1964
  • 1965—1969
  • 1970—1974
  • 1975—1979
  • 1980—1984
  • 1985—1989
  • 1990—1991

Йыйылма команда капитандары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йыл Турнир Капитан Номер
1954 Донъя чемпионаты Всеволод Бобров 9
1955 Донъя чемпионаты Всеволод Бобров 9
1956 Олимпия уйындары Всеволод Бобров 9
1957 Донъя чемпионаты Всеволод Бобров/ Николай Сологубов 9/2
1958 Донъя чемпионаты Николай Сологубов 2
1959 Донъя чемпионаты Николай Сологубов 2
1960 Олимпия уйындары Николай Сологубов 2
1961 Донъя чемпионаты Николай Сологубов 2
1962 Донъя чемпионаты СССР командаһы ҡатнашмай -
1963 Донъя чемпионаты Борис Майоров 9
1964 Олимпия уйындары Борис Майоров 12
1965 Донъя чемпионаты Борис Майоров 10
1966 Донъя чемпионаты Виктор Кузькин 4
1967 Донъя чемпионаты Борис Майоров 10
1968 Олимпия уйындары Борис Майоров 9
1969 Донъя чемпионаты Вячеслав Старшинов 8
1970 Донъя чемпионаты Вячеслав Старшинов 8
1971 Донъя чемпионаты Вячеслав Старшинов 8
1972 Олимпия уйындары Виктор Кузькин 4
1972 Донъя чемпионаты Виктор Кузькин 4
1973 Донъя чемпионаты Борис Михайлов 13
1974 Донъя чемпионаты Борис Михайлов 13
1975 Донъя чемпионаты Борис Михайлов 13
1976 Олимпия уйындары Борис Михайлов 13
1976 Донъя чемпионаты Борис Михайлов 13
1976 Канады Кубогы Александр Мальцев 10
1977 Донъя чемпионаты Борис Михайлов 13
1978 Донъя чемпионаты Борис Михайлов 13
1979 Донъя чемпионаты Борис Михайлов 13
1980 Олимпия уйындары Борис Михайлов 13
1981 Донъя чемпионаты Валерий Васильев 6
1981 Канады Кубогы Валерий Васильев 6
1982 Донъя чемпионаты Валерий Васильев 6
1983 Донъя чемпионаты Вячеслав Фетисов 2
1984 Олимпия уйындары Вячеслав Фетисов 2
1984 Канады Кубогы Алексей Касатонов 7
1984 Донъя чемпионаты Вячеслав Фетисов 2
1985 Донъя чемпионаты Вячеслав Фетисов 2
1986 Донъя чемпионаты Вячеслав Фетисов 2
1987 Донъя чемпионаты Вячеслав Фетисов 2
1987 Канады Кубогы Вячеслав Фетисов 2
1988 Олимпия уйындары Вячеслав Фетисов 2
1988 Донъя чемпионаты Вячеслав Фетисов 2
1989 Донъя чемпионаты Вячеслав Фетисов 2
1990 Донъя чемпионаты Вячеслав Быков 27
1991 Донъя чемпионаты Владимир Константинов 16
1991 Канады Кубогы Игорь Кравчук 3

Йыйылма команданың рекорд ҡуйыусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыйылма команда өсөн матчтар һаны буйынса

Уйынсы Матчтар иҫәбе
Ҡапҡасылар
Владислав Третьяк289
Виктор Коноваленко117
Николай Пучков89
Һаҡсылар
Вячеслав Фетисов309
Алексей Касатонов299
Валерий Васильев283
Василий Первухин281
Владимир Лутченко278
Зинэтула Билялетдинов244
Һөжүм итеүселәр
Александр Мальцев319
Сергей Макаров315
Валерий Харламов290
Борис Михайлов286
Владимир Петров279
Владимир Крутов254
Андрей Хомутов226
Александр Якушев221
Сергей Капустин208
Игорь Ларионов200
Вячеслав Быков198
Виктор Жлуктов196

|

Йыйылма команда өсөн голдар һаны буйынса

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Уйынсы Голдар иҫәбе
Һаҡсылар
Вячеслав Фетисов96
Алексей Касатонов57
Валерий Васильев44
Владимир Лутченко33
Иван Трегубов30
Александр Рагулин29
Александр Гусев29
Һөжүм итеүмеләр
Александр Мальцев212
Борис Михайлов204
Сергей Макаров190
Валерий Харламов189
Владимир Петров185
Владимир Крутов149
Вячеслав Старшинов147
Александр Якушев145
Анатолий Фирсов134
Сергей Капустин118
Вениамин Александров113
Владимир Викулов104

Йыйылма команда өсөн матчтар иҫәбе буйынса (Донъя чемпионаттары һәм Олимпия уйындары)

Уйынсы Матчтар иҫәбе
Ҡапҡасылар
Владислав Третьяк117
Виктор Коноваленко54
Николай Пучков38
Һаҡсылар
Вячеслав Фетисов123
Валерий Васильев116
Владимир Лутченко114
Александр Рагулин102
Алексей Касатонов97
Василий Первухин92
Һөжүм итеүселәр
Александр Мальцев126
Валерий Харламов123
Сергей Макаров123
Борис Михайлов120
Владимир Петров118
Александр Якушев90
Владимир Крутов90
Сергей Капустин87
Андрей Хомутов85
Вячеслав Старшинов78
Виктор Жлуктов77
Вячеслав Быков77

|

Йыйылма команда өсөн голдар иҫәбе буйынса (Донъя чемпионаттары һәм Олимпия уйындары)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Уйынсы Гол иҫәбе
Һаҡсылар
Вячеслав Фетисов48
Алексей Касатонов25
Валерий Васильев18
Николай Сологубов15
Иван Трегубов14
Александр Рагулин14
Һөжүм итеүселәр
Борис Михайлов109
Александр Мальцев94
Валерий Харламов89
Владимир Петров84
Вениамин Александров68
Сергей Макаров67
Анатолий Фирсов66
Вячеслав Старшинов64
Александр Якушев64
Сергей Капустин60
Крутов Владимир Евгеньевич‎59
Владимир Викулов52

Йыйылма команданы комплектлау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәр миҙгелдә йыйылма команданың нигеҙендә ЦСКА клубы тора. Донъя чемпионаттарында һәм олимпиадаларҙа, 39 турнирҙың 28-ендә ЦСКА уйынсылары составтың 50 һәм унан да күберәк процентын тәшкил итә. 1960 йылғы Олимпия уйындары һәм 1974 йылғы донъя чкмпионатында СССР йыйылмаһы «Крылья Советов» уйынсыларынан тора. Бынан тыш, 1962 йылғы донъя чемпионатына ойошторолған йыйылма командала иң күп уйынсылар Мәскәүҙең Динамо командаһында була. Ҡалған турнирҙарҙа ЦСКА вәкиллеге иң ҙур була.

Клубтар буйынса донъя чемпионаттары һәм олимпия уйындары
Клуб Донъя чемпионаты 54 Донъя чемпионаты 55 ОУ 56 ДЧ 57 ДЧ 58 ДЧ 59 ОУ 60 ДЧ 61 ДЧ 62 ДЧ 63 ОУ 64 ДЧ 65 ДЧ 66 ДЧ 67 ОУ 68 ДЧ 69 ДЧ 70 ДЧ 71 ОУ 72 ДЧ 72 ДЧ 73 ДЧ 74 ДЧ 75 ОУ 76 ДЧ 76 ДЧ 77 ДЧ 78 ДЧ 79 ОУ 80 ДЧ 81 ДЧ 82 ДЧ 83 ОУ 84 ДЧ 85 ДЧ 86 ДЧ 87 ОУ 88 ДЧ 89 ДЧ 90 ДЧ 91 Всего %
ЦСКА 10 10 10 10 11 10 7 7 4 6 9 10 11 9 11 10 11 12 13 13 9 7 7 9 6 9 10 11 11 10 12 14 12 12 13 13 14 12 10 7 398 52,16
Крылья Советов Мәскәү 4 4 3 3 4 4 8 1 1 4 8 4 3 3 3 1 2 2 1 1 2 1 2 1 2 71 9,31
Динамо Мәскәү 3 3 4 3 1 1 1 2 5 5 3 2 1 1 1 3 3 2 4 2 2 2 3 2 3 4 6 5 6 6 5 4 3 5 4 5 4 2 4 4 124 16,25
Электросталь 1 1 2 0,26
Кировец Ленинград 1 1 0,13
Локомотив Мәскәү 2 1 3 2 1 1 1 1 1 11 1,44
Спартак Мәскәү 3 3 3 3 3 3 5 5 5 4 4 3 2 5 3 5 4 5 3 1 3 5 2 3 1 2 1 86 11,27
Торпедо Горький 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 2 3 1 1 22 2,88
Химик Воскресенск 1 1 1 1 2 1 1 2 3 13 1,7
Автомобилист Свердловск 1 1 1 1 4 0,52
СКА Ленинград 2 1 3 0,39
Динамо Рига 1 1 1 1 1 1 6 0,79
Трактор Силәбе 1 1 1 1 1 1 1 1 8 1,05
Салауат Юлаев Өфө 1 1 0,13
Сокол Киев 1 1 2 0,26
Калгари Флэймз 2 1 3 0,39
Нью-Джерси Девилз 1 2 3 0,36
Квебек Нордикс 1 1 2 0,26
ТПС Турку 1 1 0,13
Лукко Раума 1 1 0,13
Фрибур-Готтерон 1 1 0,13
' 17 17 17 17 17 17 17 17 17 17 17 17 17 18 18 19 20 20 20 20 20 20 20 18 20 20 20 22 20 22 22 22 20 22 22 22 23 23 23 23 763

1962 йылғы донъя чемпионатына команда составы белешмә өсөн бирелә, һәм дөйөм иҫәпкә алынмай, сөнки СССР йыйылма командаһы ҡатнашыуҙан баш тарта.

  1. Таблица всех призёров чемпионата мира 2021 йыл 27 декабрь архивланған. // IIHF
  2. Who are the best six of all time? // IIHF (2008). Дата обращения: 20 май 2017. Архивировано 27 июль 2013 года.
  3. Lawrence Martin. The Red Machine. — С. 31—32.
  4. Петров А. Д. От Спартакиады к Олимпиаде. М.: Московская правда, 1979. — С. 68.
  5. Soviets hammer Canada, win gold at their first Worlds. // IIHF (2008). Дата обращения: 20 май 2017. Архивировано 12 август 2018 года.
  6. Чемпионат мира по хоккею с шайбой 1962 года. 19 май 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 9 июнь архивланған.
  7. 1972 – Soviet streak of nine straight World golds ends. // IIHF (2008). Дата обращения: 21 май 2017. Архивировано 20 сентябрь 2018 года.
  8. Roy MacSkimming. Cold War: The Amazing Canada-Soviet Hockey Series of 1972. Greystone Books (инг.)баш., 1996.
  9. «Мы, канадцы, помним Суперсерию-72. А Серию-74 почему-то нет». 45 лет победе сборной СССР над Канадой из ВХА
  10. Wayne Coffey. The Boys of Winter: The Untold Story of a Coach, a Dream, and the 1980 U.S. Olympic Hockey Team. New York: Crown Publishers (инг.)баш., 2005.
  11. «У НХЛ кончились оправдания поражениям от русских». Великая победа СССР на Кубке Канады. Дата обращения: 26 декабрь 2021. Архивировано 26 декабрь 2021 года.
  12. МХЛ, "пингвины" и криминал. Как менялся российский хоккей после распада СССР. Дата обращения: 26 декабрь 2021. Архивировано 26 декабрь 2021 года.