Шальк Франц

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шальк Франц
Рәсем
Заты ир-ат[1][2][3]
Гражданлығы Flag of Austria.svg Австрия
Тыуған көнө 27 май 1863({{padleft:1863|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[2][3][4][5]
Тыуған урыны Германский союз[d], Вена[2]
Вафат булыу көнө 3 сентябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[2][3][4][5] (68 йәш)
Вафат булған урыны Австрия, Нижняя Австрия[d], Нойнкирхен[d], Райхенау-ан-дер-Ракс[d]
Һөнәр төрө дирижёр
Commons-logo.svg Шальк Франц Викимилектә

Франц Шальк (нем. Franz Schalk; 1863 йылдың 27 майы, Вена, Австрия — 1931 йыл, 3 сентябрь, Эдла, Райхенау-ә-де-Ракс, Австрия) — Австрия операһы һәм симфоник оркестры дирижеры һәм педагогы. 1918 йылдан 1929 йылға тиклем — Вена дәүләт операһы директоры. Немец, иң тәүге сиратта Р. Штраус[6] репертуарына интерпретация биреүсе булараҡ билдәле. Зальцбург фестиваленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Франц Шальк Венала тыуа, Вена консерваторияһында Антон Брукнер(гармония һәм контрапункт), Й. Хельмесбергер (скрипка), Ю. Эпштейн (фортепиано) кеүек уҡытыусыларҙа музыкаль белем ала. 1888 йылдан Рейхенбергта капельмейстер була, 1890 йылдан 1895 йылға тиклем — Грацтың Опера театрында, 1995—1898 йылдарҙа Прага Милли театрында эшләй. Лондонда (Ковент-Гарден: 1988, 1907, 1911), Нью-Йоркта (Метрополитен-опера: 1988, 1989) һәм Берлинда (Король операһы: 1898—1901) опера спектаклдәрендә дирижер була. 1900 йылдан алып Г. Малер саҡырыуы буйынса Венала Һарай операһы менән хеҙмәттәшлек итә, ә Х. Рихтер отставкаға сыҡҡас, беренсе дирижер вазифаһын биләй. 1918 йылда Шальк монархияны ҡолатҡандан һуң Вена дәүләт операһы тип үҙгәртелгән театрға директор итеп тәғәйенләнә. 1919 йылда ул Рихард Штраус менән бергә шул вазифаны биләй. 1924 йылда директор вазифаһын ике кешенең биләүе Штраустың отставкаға китеүе менән тамамлана[7] һәм 1929 йылға тиклем Шальк бер үҙе Вена операһына етәкселек итә. 1904 йылдан 1921 йылға тиклем Венала Музыка дуҫтары йәмғиәтен (Вена филармонияһы)[8] етәкләй, 1909 йылдан 1919 йылға тиклем Вена консерваторияһында дирижерлыҡ фәненән уҡыта.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шальк етәкселегендә Вена операһында Пфицнерҙың «Палестрина», Корнгольдтың «Үле ҡала», Рихард Штраустың операларын, шул иҫәптән «Шәүләһеҙ ҡатын» донъя премьераһын ҡуйыла. Шальк Брукнерҙың 5-се симфонияһы премьераһында дирижерлыҡ итә һәм уның музыкаһын пропагандалай. 1917 йылдан даими Зальцбург фестивален булдырыу өҫтөндә әүҙем эшләй, 1921 йылда «Сералдән урлау» операһына дирижерлыҡ итә.

Франц Шальк миҙалы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Франц Шальктың Алтын миҙалы

Франц Шальктың йөҙ йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә 1963 йылда Вена филармонияһы оркестры «Франц Шальк миҙалын» булдыра. Алтын миҙал meine Philharmoniker mir auf Achtet девизы аҫтында артистарға оркестр алдындағы айырым ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла. Былайырымлыҡ билдәһенә Вена операһы директоры Йон Холендер[9], Вена мэры Михаэль Хойпль[10] һәм башҡалар лайыҡ була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118606360 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 идентификатор BNF: اوپن ڈیٹا پلیٹ فارم, платформа відкритих даних, платформа открытых данных, plateforme de données ouvertes, piattaforma di dati aperti, Opendata-Plattform, otevřená data platforma, åben-data-platform, տվյալների բաց շտեմարան, platforma za odprte podatke, plataforma de datos abierta, plataforma de dados aberta, платформа адкрытых дадзеных, платформа на отворените данни, platforma otwartych danych, ашық деректер платформасы, ачык маалыматтарды платформа, açıq data platforma, ochiq ma'lumotlar platforma, açık verilerin platformu, платформа отвореног података, platforma otvorenih podataka, platforma otvorenog podataka, platforma otvorených údajov, πλατφόρμα ανοικτών δεδομένων, platformu atklātā datu, platforma atvira duomenų, platvormi avatud andmete, avoimen datan foorumi, nyílt adatok platformja, პლატფორმა ღია მონაცემები, платформа за отворени податоци, нээлттэй мэдээллийн тавцан, platformă de date deschise, platformo de malferma datumoj, open data platform, плятформа адкрытых зьвестак, Усьтэм даннойёслэн платформазы — 2011.
  4. 4,0 4,1 SNAC — 2010.
  5. 5,0 5,1 International Music Score Library Project — 2006.
  6. Мугинштейн, 1 том — Мугинштейн М. Л. 4 // Хроника мировой оперы. 1600 – 2000. 400 лет – 400 опер – 400 интерпретаторов. Электронная видеоэнциклопедия (в 4-х частях). Т. 1 (1600-1850).
  7. Gilliam Bryan The Life of Richard Strauss — Cambridge University Press, 1999. — P. 112. — ISBN 0-521-57895-7.
  8. de: der Musikfreunde Gesellschaft
  9. Franz Schalk Medal Awarded to Ioan Holender  (инг.). Венский филармонический оркестр. Официальный сайт (2002-11-07). 18 октябрь 2013 тикшерелгән.
  10. Franz Schalk Medal for Dr. Michael Häupl  (инг.). Венский филармонический оркестр. Официальный сайт (2005-05-01). 18 октябрь 2013 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Франц Шальк в [./https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9C%D1%83%D0%B7%D1%8B%D0%BA%D0%B0%D0%BB%D1%8C%D0%BD%D0%B0%D1%8F_%D1%8D%D0%BD%D1%86%D0%B8%D0%BA%D0%BB%D0%BE%D0%BF%D0%B5%D0%B4%D0%B8%D1%8F Музыкальной энциклопедии]