Эстәлеккә күсергә

Ҡолбарисов Шамил Зөфәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Шамил Ҡолбарисов битенән йүнәлтелде)
Ҡолбарисов Шамил Зөфәр улы
Тыуған

23 май 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Өфө кантоны Нөрлө ауылы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Өфө районы)

Үлгән

2004({{padleft:2004|4|0}})

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

композитор, йырсы, режиссёр

Йырлау тауышы

баритон

Хеҙмәттәшлек

Башҡорт дәүләт филармонияһы

Наградалар

РСФСР-ҙың (1990), БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1968)

Ҡолбарисов Шамил Зөфәр улы (23 май 1923 йыл30 сентябрь 2004 йыл) — башҡорт композиторы, йырсы (баритон) һәм режиссёр. 1978 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың (1990) һәм Башҡорт АССР-ының (1968) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры.

Шамил Зөфәр улы Ҡолбарисов 1923 йылдың 23 майында  Өфө губернаһы Өфө кантонының Нөрлө ауылында (Башҡортостан Республикаһының Өфө районы) тыуа.  1945 йылда Башҡортостан музыка училищеһына инә һәм Н. А. Караулова класы буйынса 1948 йылда уҡып бөтә.

1952 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү  консерваторияһын вокал (педагогтар С. Н. Стрельцов, В. Ф. Карин), композиция (педагог Е. О. Месснер) специальностары буйынса тамамлай.

1952 йылдан  Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының  солисы һәм  режиссёры булып эшләй. Шамил Ҡолбарисов 50-нән ашыу опера партияһын башҡара.   1968 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһында солист һәм режиссёр, 1974 йылдан художество етәксеһе булып эшләй. Филармонияның 70-тән ашыу концерт программаһының режиссёры була. 1978—1989 йылдарҙа — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының музыкаль бүлек мөдире.  1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша.

Шамил Зөфәр улы — «Бер ҡабынһа ғишыҡ уты» (Ш. Бикҡол  һәм Ш. Ҡолбарисов либреттоһы, 1965 йыл ҡуйыла), «Гөлсибәрҙең һөйгәне» (Н. Асанбаев либреттоһы, 1983) тигән оперетталар, симфоник оркестр өсөн «Байрам увертюраһы» (1982), «Халыҡҡа дан» кантатаһы (1952), Ш. Бикҡол шиғырына «Урал» хор поэмаһы (1953), башҡорт шағирҙарының шиғырҙарына 100-ләгән йыр һәм романс,  Башҡортостандың театрҙарында ҡуйылған  40-тан ашыу спектакль музыкаһы авторы. 

Йырҙары:

Маҡтаулы исемдәәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1957)
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1968)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1990)
  • Бөйөк Еңеүҙең 55 йыллығына арналған Республика музыкаль әҫәрҙәр конкурсы лауреаты (2000).