Шандор һарайы (Венгрия)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иҫтәлекле урын
Шандор һарайы (Венгрия)
Sándor-palota
Sándor-palota napsütésben.jpg
Нигеҙләнгән 1806 йыл
Фасад дворца с датой его открытия, начертанной римскими цифрами
Герб королевства Венгрия
Почётный караул у юго-западного входа
Президент США Джордж Буш-младший и президент Венгрии Ласло Шойом в «красном зале»
Первая леди США Лора Буш и первая леди Венгрии Эржебет Шойом в «синем зале»

Шандор һарайы (мадьярса  Sándor-palota) — Изге Георгий майҙанындағы Будай ҡәлғәһендәге һарай, 1806 йылда архитектор Михай Поллак проекты буйынса граф Шандор өсөн төҙөлгән.

1919 йылдың авгусынан 1941 йылдың июненә тиклем Шандор һарайында Венгрия премьер-министрҙары эшләгән. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында һарай тотошлайы менән емерелә. Һарайҙы тергеҙеү эше 2002 йылда ғына тамамлана. 2003 йылдың 22 ғинуарынан Шандор һарайы Венгрия президентының рәсми резиденцияһы тип иҫәпләнә. Хәҙерге Венгрияла ҙурлығы буйынса 37-се урында тора.

Шандор һарайы фасады грек илаһтары барельефтары, граф Шандорҙы рыцарлыҡҡа бағышлау күренеше менән биҙәлгән. Һарайҙың көнсығыш стенаһында Икенсе донъя һуғышына тиклем булған Венгрия премьер-министры граф Пал Телек иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылған. Германия ғәскәрҙәрен Венгрия территорияһы аша үткәреүгә ҡаршы протест белдереп, ул үҙ— үҙенә ҡул һала. Һарай эске яҡтан гобелендар, гәлсәр шәмдәлдәр и Карой Лотц картиналары менән биҙәлгән.

Шандор һарайы йылына бер тапҡыр, сентябрь айында, йыл да үткәрелә торған Венгрияның мәҙәни мираҫы сиктәрендә үткәрелгән күргәҙәмә ваҡытында асыҡ ишектәр көндәрен үткәрә.

Архитектураһы һәм биҙәлеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тышҡы биҙәлеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һарайҙың майҙанға сыҡҡан көньяҡ-көнбайыш фасадында, «Венгрия президенты хакимиәте» тигән яҙыулы еңел йәшел ишек (мадьярса  Köztársasági Elnöki Hivatal). Уның өҫтөндәге балюстрадала хәҙерге Венгрия гербы менән Венгрия флагы һәм Евросоюз флагы.

Һарайҙың көньяҡ фасадында шундай уҡ ишек. Тимер балюстрадала Венгрия флагы һәм Евросоюз флагы, Венгрияның тарихи гербы, унда Далмация, Хорватия, Славония, Фиуме һәм Трансильвания гербтары ла бар. Көньяҡ-көнсығыш яҡта икенсе ҡатта антиканыҡына оҡшатып эшләнгән тимпанда рим цифралары — MDCCCVI (1806, һарай төҙөлөп бөткән йыл).

Эске биҙәлеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡунаҡтар көньяҡ ҡапҡа аша үтә, ары ялтырап торған төп баҫҡыс буйлап һарайға күтәрелә. Вестибюль ябай, буйлы Дамаск гобелендары менән биҙәлгән, стена буйлатып, бидермейер стилендәге ултырғыстар теҙелгән. Түңәрәк зал — 1928 йылда Режё Хикиш биҙәгән залдың күсермәһе, стеналар аҡ төҫтә, түшәмдә— фрескалар. Залда торған әйберҙәр һәм статуялар һарайҙа элек булған әйберҙәрҙең тулы күсермәһе итеп эшләнгән. Бәләкәй империя залы элек дөйөм һәм шәхси бүлмәләрҙе тоташтырып торған. Хәҙерге осорҙа Венгрия президенты унда рәсми булмаған осрашыуҙар үткәрә. Стеналарҙа Карой Лотц эшләгән, мифологиянан алынған йән эйәләренең һүрәттәре төшкән панелдәр, түшәмдәге һигеҙмөйөштә илаһтың һүрәте.

Күк төҫтәге зал (Гобеленлы зал) — һарайҙағы иң матур итеп биҙәлгән, барокко стилендәге мебель ҡуйылған зал, унда ҙур осрашыуҙар үтә.

Ҡыҙыл зал (Мария-Терезия залы) — һарайҙағы иң нәзәҡәтле биҙәлгән бүлмә. Унда элек императрица Мария-Терезия портреты булған, ләкин ул эҙһеҙ юғалған. Уның урынында Венгрия королеваһы кейемендәге Мария-Терезия портреты . Бүлмәләге фрескаларҙың авторы — Миклош Ибль. Бүлмәне Монарх менән Хөкүмәттең килешеүе уңайынан биҙәгәндәр, шуға күрә унда Венгрия премьер-министрҙары, йәки президенттары портреттары юҡ. Улар икенсе залда урынлашҡан.

Көҙгөлө залда Президенттың рәсми осрашыуҙары, шул иҫәптән илселәрҙе ҡабул итеү ҙә үтә. Конференц-зал һарайҙың көньяҡ-көнбайыш яғында урынлашҡан (унан Дунай менән Буда күренеп тора), ул 1990-се йылдарҙа ҡайтанан тергеҙелгән, сөнки башта эшләнгән бүлмә емерелеп, юҡҡа сыҡҡан. 1920-се йылдар стилендә эшләнгән Президент кабинетында элегерәк министрҙар ултырған: стенала премьер-министрҙар портреттары эленгән. Мориц Шандор портреты эленгән Сәй залынан һарай алдындағы төп майҙан күренеп тора. Һарайҙың төньяҡ-көнсығыш яғында Рыцарь залы, элек бында ат һарайы булған: унда әле булһа ҡыҙыл кирбестән эшләнгән ат ашатыу өсөн тәғәйенләнгән улаҡтар һаҡланып ҡалған, Рыцарь залында һуңыраҡ пресс-конференциялар үткәрә башлағандар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Венгрия. Издательство «Вокруг света», 2009 ISBN 978-5-98652-226-5
  • Михаэль Херл. Будапешт. Издательство Polyglott, 1996 ISBN 5-88395-021-3