Эстәлеккә күсергә

Шастин Иннокентий Всеволодович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шастин Иннокентий Всеволодович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 23 октябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Төркмәнабад
Вафат булған көнө 21 август 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө терапевт, кардиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Эш урыны С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Уҡыу йорто С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Хәрби звание генерал-майор[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы СССР дәүләт премияһы

Шастин Иннокентий Всеволодович (23 октябрь 1923 йыл21 август 1999 йыл) — СССР ғалим-медигы, медицина фәне һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы, терапевт һәм кардиолог, медицина фәндәре докторы (1972), профессор (1973), медицина хеҙмәтенең генерал-майоры (1976). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1987).

Иннокентий Всеволодович Шастин 1923 йылдың 23 октябрендә Ленинградта тыуа.

1941 йылдан 1942 йылға тиклем һәм 1943 йылдан 1947 йылға тиклем С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһында уҡый. 1942 йылдан 1943 йылға тиклем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Ленинград фронтының медицина частары составында була, һуғыш барышында ауыр йәрәхәт ала. 1947 йылдан алып 1954 йылға тиклем Балтик фронты Баш Хәрби-диңгеҙ госпиталенең терапия бүлегендә хәрәкәттәге армияла ординатор вазифаһында хеҙмәт итә. 1954 йылдан 1956 йылға тиклем С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһында табиптарҙың белемен камиллаштырыу факультетының госпиталь терапия кафедраһында уҡый[1][2].

1956 йылдан С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһында үҙенең ғилми-педагогик эшмәкәрлеген уҡытыусы, өлкән уҡытыусы сифатында башлай: 1973 йылдан 1976 йылға тиклем — профессор һәм был академияның терапия кафедраһы начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡара. 1976 йылда СССР Министрҙар Советы ҡарары менән В.И. Шастинға медицина хеҙмәтенең генерал-майор исеме бирелә. 1976 йылдан 1989 йылға тиклем — 2-се Үҙәк хәрби клиник госпиталдең баш терапевты һәм СССР Оборона министрлығының баш терапевты урынбаҫары[1][2].

Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге һәм фәнгә индергән өлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

И.В. Шастиндың төп фәнни-педагогик эшмәкәрлеге артериаль гипертензия, төрлө кардиоваскуляр тайпылыштар, хәрби-һөнәри патология һәм кисектергеһеҙ хәлдәр өлкәһендәге мәсьәләләр менән бәйле була.

1956 йылда медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, В. И. Шастин «Лечение гипертониической болезни» темаһы буйынса диссертация яҡлай, 1972 йылда медицина фәндәре докторына «Кардиоваскулярные расстройства у человека в Прибрежной и Центральной Антарктиде» темаһына диссертация яҡлай. 1973 йылда И. В. Шастинға ғилми профессор исеме бирелә. Йөҙ ҙә егерменән ашыу ғилми хеҙмәт авторы булып тора, ете фән докторы һәм кандидаты әҙерләгән. Бөтә донъя кардиологтарының IX конгресында ҡатнаша, унда кисектергеһеҙ хәлдәрҙә коллоидүосмотик стаус буйынса доклад менән сығыш яһай. 1987 йылда И.В. Шастинға «Человек в экстремальных условиях обитания» тематикаһы менән дөйөмләштерелгән коллектив эш циклы өсөн СССР Дәүләт премияһы бирелә.[2][1].

И.В.Шастин 1999 йылдың 21 авгусында Санкт-Петербургта вафат була.

  • Инструктивно-методические указания по организации диспансерной работы в Центральном военном госпитале. М. 1957. — 83 с.
  • Сердечно-сосудистые расстройства у зимовщиков антарктических станций // Климат и сердечно-сосудистая патология. Л., 1965. — С. 49—56
  • Акклиматизация и патология человека в Антарктиде // Медицинские исследования в арктических и антарктических экспедициях. Л. 1971. — С.15—38 (в соавт )

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Профессора Военно-медицинской (медико-хирургической) академии (1798—1998) / Редкол.: Ю. Л. Шевченко (гл. ред.) и др. - Санкт-Петербург : Наука : С.-Петерб. изд. фирма, 1998 г. — 313 с. — С.273 — ISBN 5-02-026061-4
  2. 2,0 2,1 2,2 Памятные даты военной медицины: справочник-указатель / Военно-медицинский музей М-ва обороны СССР. - Санкт-Петербург : Военно-медицинская акад. им. С. М. Кирова, 1991 г. — С.77
  3. Шастин, Иннокентий Всеволодович. Дата обращения: 23 сентябрь 2021.
  • Профессора Военно-медицинской (медико-хирургической) академии (1798—1998) / Редкол.: Ю. Л. Шевченко (гл. ред.) и др. - Санкт-Петербург : Наука : С.-Петерб. изд. фирма, 1998 г. — 313 с. — ISBN 5-02-026061-4
  • Знаменитые люди Санкт-Петербурга, 1703—2003: Биографический словарь / В. Д. Доценко. - 2. изд., испр. и доп. - СПб. : ДАРК, 2003 г. — 455 с. — ISBN 5-98004-004-8
  • Памятные даты военной медицины: справочник-указатель / Военно-медицинский музей М-ва обороны СССР. - Санкт-Петербург : Военно-медицинская акад. им. С. М. Кирова, 1991 г. — С.77