Эстәлеккә күсергә

Шатилова Анна Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шатилова Анна Николаевна
рус. Анна Николаевна Шатилова
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Анна Николаевна Соломатина
Тыуған көнө 26 ноябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны Одинцовский район[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө диктор, алып барыусы, телетапшырыуҙар алып барыусы, радиоведущий
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт өлкә университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены орден «За заслуги перед Отечеством» III степени «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы орден «За заслуги в культуре и искусстве» благодарность Президента Российской Федерации
Рәсми сайт anna-shatilova.jimdosite.com
 Шатилова Анна Николаевна Викимилектә

Николаевна Анна Шатилова (26 ноябрь 1938 йыл) — СССР һәм Рәсәй Үҙәк Дәүләт телевидениеһы һәм радиоһының дикторы (1962—1995), РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1988), Почёт (2006), III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры (2011).

Анна Шатилова 1938 йылдың 26 ноябрендә Мәскәү өлкәһе Одинцовск районы Шихово ауылында тыуған. . Атаһы, Панкин Николай Иванович, 1941 йылдың октябрендә хәбәрһеҙ юғала. Уның яҙмышы алтмыш йылдан һуң асыҡлана — ул Лейпцигтан йөҙ саҡрым алыҫлыҡтағы хәрби әсирҙәр өсөн «Цайтхайн» лагерында вафат була. Әсәһе Шихов балалар йортонда ашнаҡсы булып эшләй, унда һуғыш ваҡытында етем балаларҙы килтерәләр.

Бала сағында Звенигородта йәшәй, унда 2-се урта мәктәпте алтын миҙал менән тамамлай. Биш-алты йәшенән сәхнәнән лирик «Берёзка» һәм патриотик «Баллада о Заслонове и его адъютанте Женьке» кеүек шиғырҙар уҡый. Тап шул саҡта, уның фекеренсә, уның тауышы ҡуйыла.[1]Мәктәп үҙешмәкәр спектаклдәрҙә ҡатнаша.

Мәктәпте тамамлағандан һуң, Н. К. Крупская исемендәге Мәскәү өлкә педагогия институтының физика-математика факультетында уҡый.

Малаховкалағы институт ятағында, СССР Дәүләт телевидениеһы һәм радиоһының Бөтә Союз радиоһына дикторҙар йыйыу тураһында иғлан уҡый, Һайлап алыуҙы үтә: биш йөҙ кешенән бишәүһе һайлап алына, ә аҙаҡ өсәүһе генә «телевизорға» эләгә. Һайлап алыуҙы совет осороноң әйҙәүсе дикторҙары Ольга Сергеевна Высоцкая һәм Юрий Борисович Левитан башҡара. Улар һөнәр буйынса уның уҡытыусылары һәм остаздары булалар. Высоцкая һәм Левитандан тыш, остазы һәм уҡытыусыһы СССР дәүләт телевидениеһы һәм радиоһының бөтә Союз радиоһының тағы бер билдәле совет дикторы — Герцик Владимир Борисович була.[2].

Дикторҙар курсына уҡырға ингәс, Шатилова шул уҡ институттың филология факультетының ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсә һәм уны тамамлай.[3][4].

1962 йылда Анна Шатилова СССР Үҙәк телевидениеһына ҡабул ителә, оҙаҡ йылдар совет телевидениеһының йөҙө булып ҡала. «Время», «Яңылыҡтар», күңел асыу программаларын алып бара, улар араһында «Голубой огонёк» бик популяр була, шулай уҡ байрам, демонстрациялар, фестивалдәр репортаждары алып бара.

1963 йылда йәш диктор Анна Шатиловаға тура эфирҙа Джон Кеннеди үлтерелеүе тураһында ТАСС-тың ашығыс хәбәрен уҡырға йөкмәтелә.

1973 йылда Шатилованы СССР Дәүләт телевидениеһы һәм радиоһынан Японияға япон телекомпанияһы саҡырыуы буйынса телевидениела рус теле дәрестәрен биреү өсөн ебәрәләр, унда бер йыл дауамында «Говорите по-русски» программаһын алып бара. Токиола эшләгәндә кейемдә үҙенең «фирменный» стилен таба[3]. Шатилова әйтеүенсә, партия Уставын өйрәнергә ялҡауы килгәнгә генә КПСС-ҡа инмәгән.

Телевидениела 1995 йылға тиклем эшләй, 19911995 йылдарҙа «Останкино» РГТРК дикторы булып ҡала.

Анна Шатилова — байрам концертын алып барыусы, 2009 йыл

2020 йылда (Игорь Кириллов менән парлашып) 1945 йылда Еңеү парады[5] реставрация версияһын тауышландыра. 2022 йылдың 23 ғинуарында Мәскәүҙә Дәүләт Кремль һарайының 60 йыллығына арналған байрам концертын Анна Шатилова һәм Евгений Кочергин алып бара.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Телевидениела эше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анна Шатилова СССР һәм Рәсәй телевидениеһының түбәндәге тапшырыуҙарын алып бара

  • «Время» (диктор Евгений Суслов менән парлашып программаның беренсе алып барыусыһы);(«Время» (была первой ведущей программы в паре с диктором )Евгением Сусловым);
  • «Яңылыҡтар»(«Новости»;) ;
  • Халыҡ-ара телевизион тапшырыуҙар фестивале халыҡ ижады тураһында «Йәйғор»; (Международный фестиваль телевизионных программ о народном творчестве «Радуга»)
  • Голубой огонёк.
  • «Урыҫса һөйләшегеҙ»(«Говорите по-русски» в Япония[340 көндәрҙә лә].)
  • Йыл һайын халыҡ-ара телекинофорум асыу һәм ябыу тантанаһы «Вместе» Ялта.
  • «Йыл кешеһе» премияһын тапшырыу тантанаһы (2013).[6] Дмитрий Дибровтың ярҙамсы алып барыусыһы булараҡ «Кем миллионер булырға теләй?» (2018 йылдың 1 декабре)
  • Вашингтонский корреспондент (1972)
  • Быть братом (1976)
  • Лицом к лицу (1986)
  • Частный детектив, или Операция «Кооперация» (1989)
  • Вход в лабиринт (1989)
  • Зависть богов (2000)
  • Обратная сторона Луны (2012)
  • Беловодье. Тайна затерянной страны (2019)[7]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләү тантанаһы.
17 ноябрь 2011 йыл
  • 1959 йыл — Миҙал «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн».
  • 1978 йыл — РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.
  • 1988 йыл — РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
  • 2005 йыл — Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт — 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60 йыллығына арналған байрам сараларын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн.[8]
  • 2006 йыл — Почет Ордены — ватан телевидениеһы һәм радиотапшырыуҙарын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн[9].
  • 2011 йыл — III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены — ватан телевидениеһын үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн[10].

Бер тапҡыр никахта була, ире — Шатилов Алексей Борисович (1936—2008),, МИСС тамамлай, ғилми лабораторияларҙа эшләй. Юғары белемле кеше була, классик музыканы ярата.

  • Улы — Шатилов Кирилл Алексеевич (31 ғинуар 1967 йыл) МДУ-ны роман-герман бүлеген тамамлай.
  1. Телеведущая Анна Шатилова. Вечерний Ургант. Фрагмент выпуска от 25.11.2013 (Видео). Первый канал (25 ноябрь 2013).
  2. 100 лет со дня рождения известного диктора Владимира Герцика // 1tv.ru (1 декабря 2008 года)
  3. 3,0 3,1 Анна Шатилова: «Я прихожу в ужас от современных новостей». // versia.ru (19 октября 2009 года)
  4. Анна Шатилова: Моя профессия — диктор // За Калужской Заставой : газета. — 2010.
  5. Памяти Игоря Леонидовича Кириллова. Последняя телевизионная работа Народного артиста СССР
  6. Анна Шатилова отмечает 75-летие // vokrug.tv (26 ноября 2013 года)
  7. Сергей Майоров ищет затерянную страну // vokrug.tv (30 сентября 2013 года)
  8. Распоряжение Президента Российской Федерации от 31 октября 2005 года № 506-рп «О поощрении»
  9. Указ Президента Российской Федерации В. Путина от 27 ноября 2006 года № 1316 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» // document.kremlin.ru. Дата обращения: 16 апрель 2009. Архивировано 3 декабрь 2013 года. 2013 йыл 3 декабрь архивланған.
  10. Указ Президента Российской Федерации Д. Медведева от 16 ноября 2011 года № 1491 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ III степени Шатиловой А. Н.» // graph.document.kremlin.ru. Дата обращения: 21 ноябрь 2011. Архивировано 3 декабрь 2013 года.