Шатлыҡтар кибете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шатлыҡтар кибете
Тип

шәхси компания

Нигеҙләнгән

2012

Нигеҙләүсе

Екатерина Бермант

Уранлашыуы

Мәскәү, Рәсәй Рәсәй

Тармаҡ

күпләп әйберҙәр һатыу

Продукция

кейем, аяҡ кейеме, аксессуарҙар

Сайт

http://lavkaradostej.ru

«Шатлыҡтар кибете» — 2012 йылда асылған тәүге[1][2][3] Мәскәү хәйриә магазины. Магазиндың үҙенсәлеге — тауарҙар өсөн иғәнәләр йыйыу, ә билдәләнгән хаҡ буйынса һатып алыу түгел. Табышты магазин Рәсәйҙә шәфҡәтлелекте алға этергән һәм популярлаштырған ойошмаларға бирә. Шулай уҡ магазин балалар йортона, хоспистарға, ҡарттар йортона, күп балалы ғаиләргә һәм башҡа мохтаждарға ярҙам күрһәткән хәйриә ойошмаларына кейемдәрҙе бүләк итеп бирә.

Концепция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Шатлыҡтар кибете» Мәскәүҙә тәүге шәфҡәтлек магазины була, был Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡтың яңы төрө була. 2010 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында «Рәхмәт!» исемле Рәсәйҙәге тәүге шәфҡәтлелек магазины асыла. Әммә Европа берләшмәһендә һәм Америка Ҡушма Штаттарында бындай магазиндар һаны бик күп. Һатыуҙарҙан алынған аҡса шәфҡәтлелек ойошмаларына йүнәлтелә һәм социаль программаларҙы үтәүгә китә.

"Шатлыҡтар кибете"нең ассортименты магазинға кәрәкмәгән әйберҙәрен килтергән Мәскәүҙә йәшәүселәр ярҙамында төҙөлә. Магазиндың эшселәре һатыла торған тауарҙарға хаҡтарҙы ҡуймайҙар, шуның өсөн һатып алыусылар үҙҙәре тауарҙың хаҡын билдәләй һәм шул хәтлем аҡсаны бирә ала[4].

Средства Лавки радостей.png
« Европала һәм Америкала бындай магазиндар меңләп бар. Ғәҙәттә был урындар өйҙәренә яҡын, шунда кешеләр кәрәкле әйберҙәр алыр һәм яҡшы эш эшләр өсөн керәләр. Беҙҙең маҡсатыбыҙ — һәр бер ҡалала, һәр бер районда ошондай магазиндар булыуы
Екатерина Бермант, «Шатлыҡтар кибете»нең ойоштороусыһы[4]
»

Ярҙам[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыйылған аҡсалар «Бөтәбеҙҙә бергә» шәфҡәтлелек йыйылышына кергән фондтарға (улар араһында «Ғүмер бүләк ит», «Настенька», «Балалар йөрәктәре») күсерелә. Һатылмаған кейемдәр балалар йорттарына, хоспистарға, ҡарттар йорттарына, күп балалы ғаиләләргә һәм башҡа социаль яҡтан һаҡланмаған төркөмдәргә ярҙам иткән шәфҡәтлелек фондтарына бирелә[1].

Магазиндың асылыу көнөндә 116 мең һум аҡса йыялар. Тәүге аҙнала — 71,5 мең һум[2]. Һәр айҙағы табыш 200-ҙән 300 мең һумға тиклем үҙгәреп тора[1][5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Александра Вакар, Ольга Павлова Купить добро: 10 лучших благотворительных магазинов России. Forbes (31 июля 2014). 4 май 2015 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 "Лавка радостей": успехи и трудности места для полезного шопинга. РИА Новости (8 августа 2012). 4 май 2015 тикшерелгән.
  3. Дина Юсупова В Москве открылся первый благотворительный магазин. Ведомости (3 августа 2014). 4 май 2015 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 Игорь Елков Карден по совести. Российская газета (9 августа 2012). 4 май 2015 тикшерелгән.
  5. Отчеты. «Лавка радостей». 4 май 2015 тикшерелгән.