Шафиҡова Кәүсәриә Фиҙай ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Кәүсәриә Шафиҡова
Каусария Ш..JPG
Тыуған көнө:

3 ғинуар 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы,
Яңауыл районы,
Иҫәнбай ауылы

Вафат булған көнө:

4 май 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (68 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы,
Яңауыл ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

шиғриәт, проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт, татар

Наградалары:

Яңауыл районының Ғәли Соҡорой исемендәге премияһы (1998)

Кәүсәриә Фиҙай ҡыҙы Шафиҡова (3 ғинуар 1949 — 4 май 2017) — башҡорт шағиры, йырҙар авторы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (1999). Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты, Яңауыл районының почётлы гражданы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шафиҡова Кәүсәриә Фиҙай ҡыҙы 1949 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы[1]) Яңауыл районы Иҫәнбай ауылында тыуған. Яман сир һөҙөмтәһендә ете йәшендә хәрәкәтһеҙ ҡала. Ижадҡа тотоноуы уҙған быуаттың алтмышынсы йылдары аҙағына тура килә: тейешле белем алыуҙан мәхрүм булһа ла, үҙ аллы шөғөлләнеүе, күп уҡыуы, тормошҡа ышаныс һәм өмөт менән ҡарауы уның йөрәгендә илһам сатҡылары уята. Хис-тойғоларын тәүге тапҡыр шиғри юлдарға һалғанда уға ун ете йәш була. Уның тәүге әҫәре 1970 йылда Яңауыл районы гәзитендә донъя күрә, ә бер шәлкем шиғырҙары 1977 йылда Ҡазанда нәшер ителгән «Ҡыҙҙар тауышы» исемле йыйынтыҡҡа индерелә. Өфөлә «Йәш көстәр» альманахында 1984 йылда бер нисә шиғыры, тағы ла бер йылдан йәш шағирҙарҙың татар телендәге «Осҡондар» тупланмаһында «Был йыр һинең хаҡта» йыйынтығы уҡыусы хөкөменә тәҡдим ителә. Шунан һуңғы тиҫтә ярым йылдан артығыраҡ осорҙа Кәүсәриә Шафиҡованың Өфөлә ете, Ҡазанда өс, Нефтекама һәм Яңауылда ике йыйынтығы баҫыла. Һуңғы баҫмаларға әҙибәнең шиғырҙары һәм композиторҙар көй яҙған йыр текстары менән бер рәттән уның хикәйәләре һәм новеллалары ла ингән. 1995 йылда Өфөлә донъя күргән «Пар аҡ ҡош» һәм 2000 йылда Яңауылда сыҡҡан «Бөрөләр асылғанда» китаптары — Кәүсәриә Шафиҡованың тормош юлдашы, үҙенә оҡшаш яҙмышлы шағир Рәфис Мөхәмәтдинов[2] (1960—2015) менән берлектәге ижад емештәре.

Шағир Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында нәшер ителгән «Арғымаҡ» журналының Сажиҙә Сөләймәнова исемендәге конкурсының тәүге лауреаты, төрлө йылдар йомғаҡтары буйынса шундай уҡ исемде уға республикабыҙҙың күп кенә гәзит-журналдары, шул иҫәптән «Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһы ла биргән. Ул шулай уҡ Яңауыл районы хакимиәтенең Ғәли Соҡорой исемендәге премияһы лауреаты, ҡала һәм райондың почетлы гражданы.

Кәүсәриә Шафиҡова һүҙҙәренә Башҡортостан һәм Татарстан композиторҙары ике йөҙгә яҡын йыр яҙған. Шағирәне оло сәхнәгә алып сығыусы, уның шиғырҙарын көйгә һалып, халыҡҡа еткереүсе — билдәле композитор һәм йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Наил Шәймәрҙәнов. Алтмыштан артыҡ йыр — ике авторҙың моң даръяһындағы сирек быуатҡа яҡын дауамындағы ижади дуҫлыҡ һөҙөмтәһе. Был хеҙмәттәшлек, 1991 йылда яҙылған «Ҡайталар инде ҡыр ҡаҙҙары»нан башланып китеп, «Башҡортостан гөлө беҙ», «Их, алмаһы», «Ҡоштар китә», «Ике малай», «Балан тәлгәштәре», «Иҫән саҡта күрешәйек» һәм башҡа киң танылыу алған йырҙар менән дауам итә. «Дәрмән» төркөмө башҡарыуында йыш яңғыраған «Был минең ғорурлығым»ды айырым билдәләргә кәрәк.

2014 йылдың 15 ғинуарында Яңауылда шағирҙың 65 йәшенә арналған кисә үткәрелде, унда юбилярға йылы ҡотлау һүҙҙәре әйтелде, сәхнә оҫталары матур концерт ҡуйҙы[3].

Кәүсәриә Шафиҡова 2017 йылдың 4 майында Яңауыл ҡалаһында вафат булды[4], тыуған ауылы Иҫәнбайҙа ерләнде.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Һөйөүҙән бөртөкләп йыйып, алам мин йәшәү көсөн! Шиғыр шәлкеме. Bashkortostan logo.jpg, 2016, 6 сентябрь[5].
  • Ҡар бөртөктәре. Нәҫер. «Башҡортостан» гәзите, 2014, 16 ғинуар[6].
  • Был тормошта һинән, минән Тик матурлыҡ ҡалһын. Шиғырҙар. «Башҡортостан» гәзите. 2011 йыл, 3 март.
  • Шафиҡова К. Әле һаман да мөхәббәт алдында баш эйәм: шиғырҙар / Кәүсәриә Шафиҡова // Башҡортостан ҡыҙы. – 2008. – № 11. – 26 б.
  • Шафиҡова К. Йәшәйһем килә; Маҡтарға яратмайым; Рәхмәт әйтәм һ. б. : шиғырҙар шәлкеме / Кәүсәриә Шафиҡова // Ағиҙел. – 2007. № 8. – 12–14 б.
  • Бер ус тупраҡ алып еҫкәр өсөн ауылыма ҡайтып килешем...: Шиғырҙар. «Башҡортостан» гәзите, 2004, 9 июнь.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙип тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелгән 8 сентябрь 2016)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.