Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы
Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы
Флаг
4-се етәксе: БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты (БашЦИК)
1929 — 1931
Алда килеүсе: Ҡушаев Хәфиз Ҡушай улы
Һуңыраҡ килеүсе: Таһиров Авзал Мөхөтдин улы
 
Тыуған: 19 февраль 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең, Мөхәмәтҡолой волосы[1]
Үлгән: 1947({{padleft:1947|4|0}})
СССР

Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы  — 4-cе БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты (БашЦИК) Рәйесе.

1899 йылдың 19 февралендә Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Мөхәмәтҡолой волосы[1] Ҡуйһары ауылында тыуа.

1919 йылдың февраленән алып июнь айына тиклем Колчак армияһына мобилизацияланып хеҙмт итә. Ошо уҡ йылдың авгусынан алып 1922 йылдың апреленә тиклем Ҡыҙыл Армия сафтарында хәрби хеҙмәттә була.

1922—1924 йылдарҙа ауыл советы рәйесе, 1924 йылдан алып 1926 йылға тиклем волость башҡарма комитеты рәйесе вазифаларын башҡара.

1926—1928 йылдарҙа Арғаяш кантоны башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, кантон комитеты административ бүлеге мөдире вазифаларын атҡара.

1929 йылдан 1931 йылға тиклем БашЦИК Рәйесе, 1933—1937 йылдарҙа Йомағужа МТС-ы сәйәси бүлеге мөдире булып эшләй.

ВКП(б) Үҙәк комитетының партия хеҙмәткәрҙәре курстарында (1928—1929), Мәскәү ҡалаһында Социалистик ер эшкәртеү академияһының малсылыҡ факультетында (1931—1933) белем ала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Ҡуйһары ауылы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]