Шафиҡов Ғәббәс Фәтхрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шафиҡов Ғәббәс Фәтхрахман улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 19 ғинуар 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Вафат булған көнө 1997
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы XXIV съезд КПСС[d]

Шафиҡов Ғәббәс Фәтхрахман улы[1][2] (19 ғинуар 1916 йыл — 1997) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1945—1950, 1956—1960 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты секретары, 1966—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары. 1940 йылдан КПСС (ВКП (б) ағзаһы[3].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

РСФСР Юғары Советының VI, VII, VIII, IX саҡырылышына БАССР-ҙан депутат булып һайлана. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 2, 4 һәм 5-се саҡырылыш депутаты. КПСС-тың XXIV съезы депутаты (1971).

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда — Башҡортостан ВКП(б)-һы Өлкә комитеты секретары,[1].

1989 йылда СССР Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Башҡортостан фәнни үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Ғәббәс Шафиҡов 30 — 40 йылдар осоронда һәм 50-се йылдар башында репрессияланыусыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса Башҡорт АССР-ы Юғары Советы ҡарамағындағы комиссия составына индерелә[4].

1996 йылда Башҡортостан Республикаһы Министрҙар кабинеты ҡарамағындағы Архив эштәре буйынса идаралыҡ бойороғо менән Ғәббәс Фәтхрахман улының 80 йәшлек юбилейы билдәләнә[5]. Ветеран Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнә[6].

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Структурная перестройка промышленности автономной республики : (Препр. докл. на регион. науч.-практ. конф. «Основные направления социал. и экон. развития Башкирии в 13-й пятилетке и до 2005 г.») / Г. А. Толстиков, Г. Ф. Шафиков, 12 с., включ. обл. 20 см, Уфа, БНЦ УрО АН СССР, 1989

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Г. Ф. Шафиков: [Б. первый зам. Пред. Совета Министров БАССР, 1916—1997: Некролог] // Сов. Башкирия. — 1997. — 18 янв. — (Веч. Уфа; 21 янв.). — (Башкортостан; 18 гин.). —

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]