Шаһназ Пәһләүи
| Шаһназ Пәһләүи | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Титул | шаһбикә[d] |
| Тыуған көнө | 27 октябрь 1940 (85 йәш) |
| Тыуған урыны | Тәһран, Иран |
| Атаһы | Мөхәммәт Риза Пәхләүи[1] |
| Әсәһе | Фавзия Фуад[d][1] |
| Бер туғандары | Реза Пәһләүи (шаһзада), Фарахназ Пехлеви[d], Әли Реза Пәһләүи, Ләйлә Пәһләүи, Nadia Chirine[d] һәм Hussein Chirine[d] |
| Хәләл ефете | Ардешир Захеди[d] һәм Khosrow Jahanbani[d] |
| Балалары | Mahnaz Zahedi[d], Keykhosrow Jahanbani[d] һәм Fawzia Jahanbani[d] |
| Нәҫеле | Пехлеви[d] |
| Һөнәр төрө | аристократ |
| Спорт төрө | Ат спорты |
Шаһбикә Шаһназ Пәһләүи (фарс. شهناز پهلوی; 27 октябрь 1940, Тәһран, Иран) — һуңғы Иран шаһы Мөхәммәт Риза Пәһләүи һәм уның беренсе ҡатыны, Мөхәммәт династияһынан Мысыр шаһбикәһе Әли Фәүзиә Фуадтың беренсе балаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шаһназ Пәһләүи 1940 йылдың 27 октябрендә Тәһранда тыуған[2]. Мөхәммәт Реза Пәһләүи һәм уның тәүге ҡатыны принцесса Фәүзиәнең берҙән-бер балаһы[3][4]. Уның әсәһе яғынан олатаһы һәм өләсәһе — Мысыр короле Фуад I һәм королева Назли Сабри, атаһы яғынан олатаһы — Реза Пәһләүи һәм оләсәһе Тадж әл-Мөлөк. Ул шулай уҡ Мысыр короле Фаруҡ I нең туғаны, шулай итеп һуңғы Мысыр короле Фуад II- нең ике туғаны[4]. Шаһназ Пәһләүи Бельгия мәктәп-интернатында, Льеждағы Леони де Вах лицейында, һуңынан Швейцарияла белем ала[5].

Шаһназ — кронпринц Реза Кир Пеһләүиҙең, принцесса Фарахна Пәһләүиҙең, принц Али Реза Пәһләүи II-нең һәм принцесса Ләйлә Пәһләүиҙең — шаһтың дүрт балаһы һәм уның өсөнсө ҡатыны шаһбаыну Фәрәх Дибаның бер туған һеңлеһе[6]. Атаһы идара иткән осорҙа Шаһназ ауыл хужалығы предприятиеларына һәм Honda велосипедтарын һәм мотоциклдарын йыйыу заводтарына инвестициялар һала[7].
Иранда Ислам революцияһынан һуң ул Швейцарияла йәшәй һәм гражданлығына эйә[6][2].
Никахтары һәм балалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе никахы (11 октябрь 1957[8][5]—1964[9]) — Ирандың элекке сит ил эштәре министры (1966—1971) һәм, 1960—1970 йылдарҙа АҠШ-та һәм Бөйөк Британияла Иран илсеһе Әрдәшир Заһиди (1928—2021)[10][11]. Уларҙың бер ҡыҙҙары:
- Заһра Мәхнәз Заһиди (1958 йылдың 2 декабрендә тыуған)[12].
Принцессаның икенсе никахы Хәсрөф Йәһәнбәни менән (1941—2014)[13] 1971 йылдың февралендә Париждағы Иран илселегендә була. Уларҙың ике балаһы тыуа:
- Кәйхәсрөв Йәһәнбәни 1971 йылдың 20 ноябрендә тыуған. Лозаннала Paragon Designworks эштәре бүлеген етәкләй. Ул Бенедикт Ламбард менән өйләнешкән. Ғаиләлә бер ул һәм бер ҡыҙ үҫә.
- Фәүзиә Йәһәнбәни (1973 йылда тыуған) 2005 йылдың 8 июлендә Дэвид Эдвард Норвеллға кейәүгә сыҡҡан, улар ике ҡыҙ үҫтергән.
Хәсрөв Йәһәнбәни 2014 йылда вафат була[14]. Шаһбикә Шаһназдың бөтә балалары ла, шаһтың ҡатын-ҡыҙ яғынан тоҡомдары булһалар ҙа, шаһ/шаһбикә титулын йөрөтә[15].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 Lundy D. R. Princess Shahnaz Pahlavi // The Peerage (ингл.)
- 1 2 تابعیت مصری برای شهناز پهلوی، نخستین فرزند شاه سابق ایران (фарсы). BBC News فارسی (11 декабрь 2013). Дата обращения: 7 июль 2024. Архивировано 12 декабрь 2023 года.
- ↑ The Leader-Post - Google News Archive Search. news.google.com. Дата обращения: 7 июль 2024. Архивировано 6 май 2016 года.
- 1 2 Lawrence Journal-World - Google News Archive Search. news.google.com. Дата обращения: 7 июль 2024. Архивировано 12 декабрь 2023 года.
- 1 2 Ocala Star-Banner - Google News Archive Search. news.google.com. Дата обращения: 7 июль 2024. Архивировано 9 декабрь 2023 года.
- 1 2 Shah's daughter 'could not stand' exile (en-GB) (12 июнь 2001).
- ↑ The Leader-Post - Google News Archive Search. news.google.com. Дата обращения: 7 июль 2024. Архивировано 23 июль 2020 года.
- ↑ ROYAL BEAUTY: Princess Shahnaz Pahlavi (1960’s/70’s) (амер. англ.). The Iranian (1 марта 2009). Дата обращения: 7 июля 2024. Архивировано 8 июля 2024 года.
- ↑ مرکز بررسی اسناد تاریخی. historydocuments.ir. Дата обращения: 9 август 2024. Архивировано 9 август 2024 года.
- ↑ Ocala Star-Banner — Google News Archive Search. news.google.com. Дата обращения: 9 августа 2024. Архивировано 9 декабря 2023 года.
- ↑ Lewiston Evening Journal — Google News Archive Search. news.google.com. Дата обращения: 9 августа 2024. Архивировано 13 марта 2016 года.
- ↑ Milestones, Dec. 15, 1958 — TIME. web.archive.org (31 января 2011). Дата обращения: 9 августа 2024. Архивировано из оригинала 20 июля 2013 года.
- ↑ Shahnaz Pahlavi. www.parstimes.com. Дата обращения: 9 августа 2024. Архивировано 9 августа 2024 года.
- ↑ Husband of Princess Shahnaz Pahlavi Khosrow Jahanbani passed away | Lenziran. web.archive.org (24 апреля 2014). Дата обращения: 9 августа 2024. Архивировано 24 апреля 2014 года.
- ↑ https://www.boursenews.ir. عکس:فوزیه جهانبانی نوه محمدرضا پهلوی! (перс.). fa (۱۳۹۳/۰۳/۱۶ — ۲۰:۰۰). Дата обращения: 9 августа 2024.