Швайштейн Моисей Хаимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Швайштейн Моисей Хаимович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 2 октябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыны СССР, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, Витебск
Һөнәр төрө музыка педагогы, скрипкасы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы[d]
Музыка ҡоралы Скрипка

Швайштейн Моисей Хаимович (2 октябрь 1936 йыл) — скрипкасы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Моисей Хаимович (Михаил Ефимович[1]; Швайштейн 1936 йылдың 2 октябрендә Белоруссия ССР-ның Витебск ҡалаһында тыуған.

1954 йылда Өфө музыка училищеһын (педагогы М. Г. Файн), 1959 йылда — П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһын (педагогы М. Б. Питкус) тамамлаған.

Консерваторияны тамамлағандан һуң 1959-1962 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында оркестр солисы һәм концертмейстеры булып эшләй. 1959 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы.

Концерт эшмәкәрлеге менән бер үк ваҡытта 1962-1972 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында ҡыллы ҡоралдар бүлегендә, 1972 йылдан — Өфө сәнғәт институтында уҡытыусы булып эшләй, 1986 йылдан — ҡыллы музыка ҡоралдары кафедраһы мөдире, профессор (1993).

Уҡыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Швайштейн Моисей Хаимовичтың уҡыусылары — скрипкасылар Л. Айкаев, Л Минибаева, Ф. Ситдиҡова, Н. Кириллова.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Моисей Хаимович Швайштейн — 20 ғилми-методик эштәр, ике скрипка өсөн пьесалар йыйынтығы авторы (Өфө, 1982, 1986).

«Мелодия» фирмаһында уның башҡарыуында башҡорт композиторҙарының скрипка музыкаһы яҙылған 2 диск сығарылған.

Репертуары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сит ил әҫәрҙәре, рус классикаһы, хәҙерге заман, шул иҫәптән башҡорт композиторҙары, әҫәрҙәре.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1972)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]