Швецов Дмитрий Филимонович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Швецов Дмитрий Филимонович (10 июнь 1906 йыл — 2 ноябрь 1978 йыл) — йәмғиәт һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы. 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дмитрий Филимонович Швецов 1906 йылдың 10 июнендә Өфө губернаһы Казанский ҡасабаһында крәҫтиән ғаиләһендә[1] тыуған. Күренекле совет ғалим-гидролог П. Ф. Швецовтың өлкән ағаһы[1]. ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы Өлкә партия мәктәбен тамамлағандан һуң (Өфө, 1930) 1934 йылға тиклем һәм 1936—1940 йылдарҙа Өфөлә комсомол һәм партия эшендә була. 1934 йылдан — «Башҡортостан комсомолецы» (хәҙерге «Молодёжная газета») гәзитенең бүлек мөдире, 1943 йылдан — Өфөгөң Киров район Слветы, 1945—1947 йылдарҙа Өфө ҡала Советы башҡарма комитеттары рәйесе. 1940—1943 һәм 1947 йылдан башлап «Башкирэнерго» предприятиеларында эшләй. 1957—1962 йылдарҙа төҙөлөш сәнәғәте эшселәре профессиональ союзының Башҡортостан өлкә комитеты секретары, 1967—1973 йылдарҙа СССр-ҙың Әҙәбиәт фондының Башҡортостан бүлеге уполномоченныйы[2].

Әҙәби эшмәкәрлек менән Дмитрий Швецов ХХ быуаттың 30-сы йылдарында мауығып китә. Республика матбуғатында уның тәүге очерктары һәм хикәйәләре күренә башлай. Ябай халыҡтың тормошон яҡшы белеү, күҙәтеүсәнлек һәләтенә эйә булыу, айырым факттарҙы дөйөмләштерә белеү, йәмғиәт үҫешенең тенденцияларын дөрөҫ аңлау Дмитрий Швецовҡа үткән быуындарҙың тормошон сағылдырған әҙәби әҫәрҙәр ижад итеүгә мөмкинлек бирә[1].

1938 йылда репрессияға эләгә. 1939 йылда аҡлана[2].

1972 йылдың 2 ноябрендә Өфөлә вафат була.

Төп әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Күңелле тормош», хикәйәләр китабы («Веселая жизнь», 1934 йыл)
  • «Таныш һыҙаттар», хикәйәләр йыйынтығы (Знакомые лица, 1950)
  • «Йәшел барьер», повесть («Зелёный барьер», 1951),
  • «Бала бөркөттәр осорға өйрәнә», повесть («Орлята учатся летать», 1964)
  • «Йылға өҫтөндә яҡтылыҡ» повесть («Свет над рекой», 2 китпта, 1962—1966)
  • «Комиссарҙың һәләк булыуы» документаль повесть (Смерть комиссара, 1968)
  • «Ҡышҡы ямғыр», повесть («Зимний дождь», 1972)[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Халыҡтар дуҫлығы ордены[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]