Эстәлеккә күсергә

Шершни һыуһаҡлағысы

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шершни һыуһаҡлағысы
Координаты: пропущена долгота
Ил
Диңгеҙ кимәленән бейеклек222 м
Оҙонлоғо18 км
Киңлеге4 км
Майҙаны39 км²
Күләме0,176 км³
Иң тәрән урыны14 м
Уртаса тәрәнлеге4,5 м
Һыу йыйыу майҙаны5460 км²
Һыу йыйылған йылғалар1969 
Силәбе өлкәһе<div class="ts-ПозКарта-метка" style="
 left:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%;
top:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%">
Точка
Шершни һыуһаҡлағысы
 Шершни һыуһаҡлағысы Викимилектә

Шершни һыуһаҡлағысы (рус. Шершнёвское водохрани́лище) — яһалма һыу ятҡылығы, 1963-1969 йылдарҙа Силәбе ҡалаһы һәм Силәбе өлкәһенең Сосновка районы биләмәһендә Полетаево һәм Шершни ҡасабалары араһында Мейәс йылғаһын быуып төҙөлгән[1].

Шершни һыуһаҡлағысы Силәбе ҡалаһының, шулай уҡ уның юлдаштары: Копейск, Коркин, Яманйылға ҡалаларының төп һыу менән тәьмин итеү сығанағы булараҡ файҙаланыла. Шершни һыуһаҡлағысы ағым буйынса өҫтәрәк урынлашҡан Арғужа һыуһаҡлағысы менән каскад режимында ҡулланыла[2].

Һыуһаҡлағыс быуаһы көҙгөһө яғынан Шершни плотинаһы ҡапҡасы күренеше

Һыуһаҡлағыстың оҙонлоғо 18 км, киңлеге: иң киң урыны — 4 км, уртаса — 1,6 км, һыу көҙгөһө майҙаны — 39 км2, һыу күләме — 176 млн м3, тәрәнлеге: максималь — 14 м, уртаса — 4,5 м, һыу йыйғыс майҙаны — 5460 км2. Һыуындағы минералдар— 400—500 мг/л тиклем. Төбө — ләмле, ҡомло, быуғанда һыу аҫтында күмелеп ҡалған болон ере, ҡара тупраҡ.

Һыуһаҡлағыс 1960-сы йылдар башында төҙөлә башлаған. 1965—1969 йылдарҙа быуаға һыу тултырыла. Һыу тултырғанда уның аҫтында Митрофановка совхозы (Митрофановка ҡасабаһы), Кисели, Черняки, Михайловка ҡасабалары, өлөшләтә Сосновка, Смолин, Бутаки ҡасабалары ерҙәре тороп ҡала. Дөйөм алғанда 2959 гектар ауыл хужалығы ерҙәрен (уларҙан 959 гектар — һөрөнтө, 2000 гектар сабынлыҡтар), 300 гектар урманды һыу баҫа[3][4][5][6][7].

2012 йылға ҡарата Силәбе ҡалаһы янында Шершни һыуһаҡлағысының һыу сифаты торошо 3 кластың «б» разрядына(«бик бысраҡ»)[8] ҡарай тип баһалана, ә 2017 йылға 3 «а» («бысраҡ»)[9] тип билдәләнә.

  1. Документальный фильм «Перекрытие реки Миасс». Дата обращения: 23 апрель 2019.
  2. Постановление правительства Челябинской области № 389-П от 24.11.2008 г. «О схеме территориального планирования Челябинской области» / Схема развития водохозяйственного комплекса // Опубликовано в газете «Южноуральская панорама» 09.12.2008 г.
  3. Е. Степанюк. 36 лет назад Челябинск стал городом-миллионником. Памятные открытки. Фотогалерея (13 октябрь 2014). Дата обращения: 23 апрель 2019.
  4. А. Моисеев. Восьмой район столицы области. Сосновский (9 сентябрь 2010). Дата обращения: 23 апрель 2019.
  5. Е. Клавдиенко. Шершневское море (17 ғинуар 2014). Дата обращения: 23 апрель 2019.
  6. Челябинская Атлантида — затопленный спиртзавод (10 август 2015). Дата обращения: 23 апрель 2019.
  7. О сельском поселении. Дата обращения: 22 ноябрь 2020.
  8. Качество поверхностных вод Российской Федерации / Под гл. ред. А. М. Никанорова. — Ростов-на-Дону: ФГБУ Гидрохимический институт Росгидромета, 2013. — С. 123. — 555 с.
  9. Качество поверхностных вод Российской Федерации / Под гл. ред. М. М. Трофимчука. — Ростов-на-Дону: ФГБУ Гидрохимический институт Росгидромета, 2018. — С. 130. — 555 с.