Шиленко Борис Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шиленко Борис Петрович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 8 октябрь 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Ырымбур, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 ноябрь 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө агроном
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Шиленко Борис Петрович (8 октябрь 1912 йыл2 ноябрь 1983 йыл) — агроном. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1964). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған агрономы, СССР-ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1949). Бөйөк Ватан һуғышында һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы[1]. Ҡыҙыл Йондоҙ, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Борис Петрович Шиленко 1912 йылдың 8 октябрендә Ырымбур ҡалаһында тыуа. 1934 йылда Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң БАССР Игенселек Халыҡ комиссариатының Тупраҡ-ботаника бюроһында эшләй. 1935 йылдан алып Башҡортостан игенселек һәм малсылыҡ ғилми-тикшеренеү институтының Дыуан терәк пункты мөдире; 1939—41 йылдарҙа Бөрө тәжрибә баҫыуының ғилми хеҙмәткәре[1]

1941 йылдың 7 июнендә Өфө ҡалаһының Жданов район хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла һәм ғәмәлдәге армияға фронтҡа ебәрелә. 1945 йылға тиклем илде һаҡлауҙа ҡатнашып, һуғышты майор званиеһында тамамлай. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Шиленко Б.П. ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, ике тапҡыр 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Хәрби батырлыҡ өсөн», «Батырлыҡ өсөн», «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә[2] Совет-япон һуғышында ла ҡатнашып, «Японияны еңгән өсөн» миҙалына лайыҡ була.

Һуғыштан һуң 1946 йылда Башҡортостан баҫыусылыҡ ғилми-тикшеренеү тәжрибә станцияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре, бүлек мөдире; 1956—76 йылдарҙа агрохимия лабораторияһы мөдире, 1977—82 йылдарҙа ауыл хужалығының Башҡорт ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре вазифаларын башҡара.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни эшмәкәрлеге тупраҡтың агрохимияһы, агрохимик үҙенсәлектәре проблемаларына арналған. Шиленко етәкселегендә тупраҡтан туҡлыҡлы матдәләрҙе сығарыу нормативтары һәм Башҡортостанда ауыл хужалығы культуралары менән ашламаларҙың туҡланыу элементтарын ҡулланыу коэфициенттары эшләнгән. 100 фәнни хеҙмәт авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]