Шимәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шимәк
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Саккуловское сельское поселение[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 165 кеше (2010)[2]
Почта индексы 456503
Карта

ШимәкРәсәйҙә Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы ауыл. Һаҡҡол ауылы биләмәһе составына инә.

ОКАТО коды: 75252840008

ОКТМО коды: 75652440126

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шимәк ауылы райондың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Рельефы — тигеҙлек (Көнбайыш Себер тигеҙлеге). Иң яҡын бейеклектәр — 219 һәм 215 м. Ландшафты — урман -дала. Ауыл ҙур булмаған сауҡалыҡтар, һаҙлыҡтар һәм күлдәр менән уратып алынған (иң ҙурҙары — Ағаскүл һәм Урефты). Шимәк ауылын күрше тораҡ пункттар менән ауыл-ара һәм грунт юлдары бәйләй. Район үҙәгенә (Долгодеревенское ауылы) тиклем алыҫлыҡ 22 км, ауыл биләмәһе үҙәгенә (Һаҡҡол ҡасабаһы) тиклем — 4 км[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шимәк ауылы рәсми рәүештә 1963 йылда «Мөслим» совхозының 1-се бүлексәһе эргәһендә барлыҡҡа килә, башта ул Солтай ауыл Советына ҡарай.

Шимәк ауылы территорияһында «Приозерное» ауыл хужалығы предприятиеһы урынлаша. Башланғыс мәктәп эшләй.

Халыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2002[4]2010[5]
220165

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы халыҡ һаны ауылда 2010 йылда 165 кеше тәшкил иткән (86 ир-ат һәм 79 ҡатын-ҡыҙ). Халҡы 220 кеше. (1970 йылда — 265, 1983 йылда — 192, 1995 йылда — 209).

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылдың урам селтәре 9 урамдан тора[6].

Урман урамы

Болон урамы

Тыныслыҡ урамы

Үҙәк урам

Дача урамы

Салют урамы

Йондоҙ урамы

Сейә урамы

Сәскә урамы

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]