Широкий һәм Жуково тәбиғи ыҙаны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Широкий һәм Жуково тәбиғи ыҙаны
Нигеҙләү датаһы 1979
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ростов өлкәһе

Широкий һәм Жуково тәбиғи ыҙаны — комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ростов өлкәһе Кашарский районында урынлашҡан. Һаҡланыусы тәбиғәт, ғилми һәм ағартыу әһәмиәткә эйә.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡуңыҙ-болан
Махаон күбәләге

Широкий һәм Жуково тәбиғи ыҙаны комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы йырын битләүҙәрендә урынлашҡан урман массивтарынан ғибәрәт. Урындағы әһәмиәткә эйә булған тәбиғәттең комплекслы ҡомартҡыһы заказник режимы менән Кашарский районы башҡарма комитетының 14.09.79 йылдағы 233-сө ҡарарына, Өлкә башҡарма комитетының 23.08.85 йылдың 313-сө ҡарарына, Ростов урман хужалығы идаралығының 17.09.95 йылдағы 111-се бойороғона ярашлы төҙөлә..

Широкий һәм Жуково тәбиғи ыҙаны Ростов өлкәһе Кашарский районының Новопавловка ауылынан төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан. Тәбиғәт ҡомартҡыһы Кашарский территориаль урмансылығының 10 һәм 13-сө кварталдарын биләй.

Тәбиғәт ҡомартҡыһы «Широкий һәм Жуково» тәбиғи ыҙаны хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһына бай булыуы менән характерлана. Күп төрлө умыртҡалылар һәм умыртҡаһыҙҙар урман ситтәрендә һәм ҡыуаҡлыҡ үҫентеләрендә урынлаша. Тәбиғи ыҙанда осраған бөжәктәрҙән махаон, поликсен, ҡуңыҙ-болан һ. б. Ростов өлкәһенең Ҡыҙыл китабына индерелгән. Тәбиғи ыҙан шулай уҡ Ҡыҙыл китапҡа ингән һирәк ярғанаттарҙың - ҙур һәм бәләкәй эңер ярғанатының йәшәү урыны булып тора.

Тәбиғәт ҡомартҡыһының дөйөм майҙаны 254,0 гектар тәшкил итә. Тәбиғи ыҙан рекреацион әһәмиәткә һәм мәҙәни, һыу һәм тупраҡ һаҡлау ҡиммәттәренә эйә. Тәбиғи ыҙандың торошо ҡәнәғәтләнерлек.

Комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлауҙы тәьмин итеү өсөн Ростов өлкәһе экология һәм Тәбиғәт ресурстары министрлығы яуаплы[1].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Миноранский В. А., Демина О. Н. Особо охраняемые природные территории Ростовской области. Ростов-на-Дону, 2002 г.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]